Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТЕЛЕНОМУСТАР

ТЕЛЕНОМУСТАР (Telenomus), яры ҡанатлылар отрядының йомортҡа ашаусылар ғаиләһенә ҡараған бөжәктәр заты. Бер нисә йөҙ төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа левискулус Т. — балдаҡлы ебәк күбәләге йомортҡаларының паразиты йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 1 мм. Кәүҙәһе ҡара төҫтә. Инә бөжәктәрҙең...

ТЕЛЕМЕХАНИКА

ТЕЛЕМЕХАНИКА (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм механика), фән һәм техниканың алыҫтан идара итеү һәм контролдә тотоу өсөн мәғлүмәт (сигнал) тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм техник сараларын уйлап сығарған өлкәһе. Телемеханик сигналдарҙың формалашыуын һәм үҙгәрешен өйрәнә, уларҙы сикләнгән йышлыҡтар...

ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ

ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ, документаль хәбәрҙәрҙе (телеграммаларҙы) телеграф аппараттары ярҙамында элемтә сымдары йәки радиоканалдары аша юғары тиҙлектә ебәреү һәм ҡабул итеү; электр элемтәһенең бер төрө. Ебәрелгән мәғлүмәттең тәғәйенләнеше һәм үҙенсәлеге б‑са дөйөм ҡулланыуҙағы Т.э. (телеграммалар ебәреү,...

ТЕЛЕВИЗИОН ФИЛЬМ

ТЕЛЕВИЗИОН ФИЛЬМ, телевизион тапшырыу селтәре аша күрһәтеү өсөн төшөрөлгән фильм. Т.ф. анимация (ҡара: Анимация киноһы), документаль (ҡара: Документаль кино), нәфис фильмдарҙың бөтә төрҙәре һәм жанрҙары инә. Башҡортостанда тәүге Т.ф. 1959 й. БАССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ ком‑тында Башҡ....

ТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ

ТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ, төп киң мәғлүмәт сараларының береһе. Телевидение ярҙамында башҡарыла. Башҡортостанда Т.т. хеҙмәтен дәүләт, муниц., коммерция станциялары күрһәтә. Башҡ. Т.т. 20 б. 50‑се йй. аҙағынан үҫешә. Башҡ. ТВ студияһында һынау рәүешендәге тәүге тапшырыу 1958 йылдан 1959 йылға ҡараған яңы йыл...

ТЕЛЕВИДЕНИЕ

ТЕЛЕВИДЕНИЕ (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм видение — күреү), радиоэлектроника сараларын ҡулланып күреү мәғлүмәтен (хәрәкәт иткән һүрәттәрҙе) ҙур араға тапшырыу м‑н бәйле булған фән һәм техника өлкәһе; элемтәнең фәнни, ойоштороу, техник һ.б. маҡсаттарҙа файҙаланылған төп сараларының береһе. Һүрәттәрҙе...

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ, телдең йәшәү формаларының, уның төрлө соц.‑иҡт. һәм соц.-сәйәси шарттарҙа, билдәле соц.‑адм. ойошмаларҙа ҡулланыу даирәһе һәм мөхитенең йыйылмаһы. Т.ҡ.ш. — социолингвистиканың өйрәнеү предметы. Телдең бер милләтле һәм күп милләтле дәүләттә йәшәүе м‑н тығыҙ бәйле (ҡара:...

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ, донъя телдәрен айырым үҙенсәлектәре һәм мөһим билдәләре б‑са сағыштырып өйрәнеү һөҙөмтәһе нигеҙендә бүлеү. Т.к. ике төп төрө бар: генеалогик һәм типологик. Генеалогик Т.к. телдәрҙең ҡәрҙәшлеге — фараз ителгән тәү телдән барлыҡҡа килгән уртаҡлыҡ төшөнсәһенә нигеҙләнә, сағыштырма‑тарихи...

ТЕЛӘШЕВ Эльшад Ғүмәр улы

ТЕЛӘШЕВ Эльшад Ғүмәр улы (21.11.1956, Өфө), инженер‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), техник ф. д‑ры (1992), проф. (2008). РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (2006) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы нефтехимигы (2001). Ғ.Ғ.Теләшевтең улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. 1993 й. алып Нефтехимия...

ТЕЛӘШЕВ Ғүмәр Ғариф улы

ТЕЛӘШЕВ Ғүмәр Ғариф улы (13.12. 1931, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Имай‑Ҡарамалы а. — 2.6.2016, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1994), Соц. Хеҙмәт Геройы (1960). БАССР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1978), БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1991), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1996). ӨНИ‑не тамамлаған (1962)....

ТЕЛӘШ, Өпәй, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ТЕЛӘШ, Ө п ә й, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ростов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 132 км алыҫлыҡта Һөйә й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 512 кеше; 1939 — 488; 1959 — 534; 1989 — 581; 2002 — 538; 2010 — 479 кеше. Башҡорттар...

ТЕЛӘШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТЕЛӘШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Ташбулат т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Аналыҡ й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 144 кеше; 1920 — 329; 1939 — 146; 1959 — 150; 1989 — 106; 2002 — 112; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар...

ТЕЛӘҮКӘЙ ОЛОТИМЕРОВ

ТЕЛӘҮКӘЙ ОЛОТИМЕРОВ (?—1740), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһының Ҡатай улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1735 й. Килмәк Нурышев отряды составында Нуғай даруғаһында һуғышҡан. 1740 й. апр. уға Ҡараһаҡал тарафынан кенәз титулы бирелгән. Май башында Нуғай даруғаһының...

ТЕЛӘҮЕМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ТЕЛӘҮЕМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 305 кеше; 1920 — 520; 1939 — 399; 1959 — 406; 1989 — 420; 2002 — 460; 2010 — 384 кеше. Башҡорттар...

ТЕЛӘҮЕМБӘТ УРТА МӘКТӘБЕ

ТЕЛӘҮЕМБӘТ УРТА МӘКТӘБЕ, Күгәрсен р‑нында урынлашҡан. 1863 й. земство урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — башланғыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1971 й. хәҙ. статусын ала. Күгәрсен р‑нының Аҙнағол, Бикес һәм Дауыт‑Ҡайып...

ТЕЛӘҮҒОЛ ҠУРҒАНДАРЫ

ТЕЛӘҮҒОЛ ҠУРҒАНДАРЫ, 14—15 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡыуандыҡ ҡ. көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында Алатекәтау түбәһендә урынлашҡан. 1980 й. В.А.Ивановтарафынан асыла һәм тикшерелә. Ҡомартҡы таш-тупраҡ өйөп яһалған 4 ҡурғандан (диам. 4—4,6 м) тора, улар араһында 2 ир‑егет, 1 ҡатын‑ҡыҙ...

ТЕЛӘПӘН, Илеш р‑нындағы ауыл

ТЕЛӘПӘН, Илеш р‑нындағы ауыл, Этәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 16 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 123 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 822 кеше; 1920 — 1008; 1939 — 794; 1959 — 399; 1989 — 322; 2002 — 314; 2010 — 307 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Этәй...

ТЕЛӘКӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

ТЕЛӘКӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Иҫәнбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 27 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 134 км алыҫлыҡта Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 979 кеше; 1920 — 1177; 1939 — 1084; 1959 — 641; 1989 — 450; 2002 — 395; 2010 — 316 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТЕЛӘКӘЕВА Рәхилә Лотфулла ҡыҙы

ТЕЛӘКӘЕВА Рәхилә Лотфулла ҡыҙы [1898 й. июле, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ҡараяр а. (Ырымбур өлк. Яңы Сергиевка р‑ны) — 19.4.1974, Ырымбур өлк. Ҡотош а.], халыҡ йырсыһы, бәйетсе. Т. репертуарында “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Зөлхизә”, “Сәлимәкәй”, “Урал” башҡ. халыҡ йырҙары; мөнәжәттәр, бәйеттәр; Ш.Бабичшиғырҙары....

ТЕЛ‑АРА БӘЙЛӘНЕШТӘР

ТЕЛ‑АРА БӘЙЛӘНЕШТӘР, терр. яҡынлыҡ, тарихи факторҙар, соц. шарттар (төрлө этник дөйөмлөквәкилдәре араһындағы интенсив коммуникатив бәйләнештәр) булышлығында ике йәки күберәк ҡәрҙәш йәки ҡәрҙәш булмаған телдәрҙең һыйышып йәшәүе һәм үҙ‑ара мөнәсәбәте. Т.‑а.б. контактологияның тикшереү объекты булып тора....