Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

СИБАЙ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Магнитогорск мегасинклинорийы көнбайыш битләүенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 3 участканан, йәки ятҡылыҡтан тора (төньяҡтан көньяҡҡа табан): Иҫке Сибай (1913 й. һоро тимер мәғдәне ер өҫтөнә сығып ятҡан урында асыла), Яңы Сибай (1939) һәм Һуҡыр ятыш (1952). Ятҡылыҡ риолит‑базальт...

СИБАЙ “ТӘҠҮӘ” ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

СИБАЙ “ТӘҠҮӘ” ЙӘМИҒ МӘ- СЕТЕ, 1996 й. Сибай ҡ. Мосолман дини ойошмаһы инициативаһы м‑н айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына төҙөлә. 2006 й. “Тәҡүә” (ғәр. — диндарлыҡ, дингә тоғролоҡ) исемен ала. БР Диниә назараты ҡарамағында. Мәсет (30х20х13 м) 2 ҡатлы, 4 яҡлы ҡыйыҡлы; стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған....

СИБАЕВ Шаһиәхмәт Утарбай улы

СИБАЕВ Шаһиәхмәт (Шәйәхмәт) Утарбай улы (1821, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Сибай а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Иҫке Сибай а., — ?), кантон башлығы, шағир‑импровизатор. Зауряд‑сотник (1857). 1852 й. алып 7‑се башҡ. кантонында йорт старшинаһы, 1853 й. — Һырдаръя нығытмалы сик һыҙығында хеҙмәт...

СИБАЕВ Вәзир Мәсғүт улы

СИБАЕВ Вәзир Мәсғүт улы (4.11. 1958, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) ӨМЭПБ мед.-санитария бүлегенең 13‑сө ҡала дауаханаһында эшләй, 2000 й. алып БДМУ‑ның өҫтәмә проф. белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙары диагностикаһында...

СЕЯНЕЦ ТИТОВКИ

СЕЯНЕЦ ТИТОВКИ, алмағас сорты. 1928 й. Топорнин тәж.‑помология пунктында (ҡара: Кушнаренко емеш‑еләк культуралары һәм виноград селекцияһы үҙәге) В.П.Стреляев тарафынан сығарыла. Уртаса бейеклектәге, тиҙ үҫеүсән, һирәк пирамидаль сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса, төҙ, асыҡ көрән төҫтә. Япрағы эре, оҙонса,...

СЕФЕРОВА Ева Павловна (Богосовна)

СЕФЕРОВА Ева Павловна (Богосовна; 25.1.1891, Симферополь ҡ. — 27.3.1968, Өфө), пианист, педагог. Петроград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1914; В.Н.Дроздов класы) 1944 й. тиклем Симферополдә: яңғыҙ концерттар м‑н сығыш яһаған, музыка уч‑щеһында эшләгән. 1945—67 йй. — Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1946—65...

СЕСКУТОВ Юрий Васильевич

СЕСКУТОВ Юрий Васильевич (13.11. 1927, Вольск ҡ. — 26.9.2008, Салауат ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1977). СССР‑ҙың Төҙөлөш материалдары сәнәғәте министрлығының Юғары инженерлыҡ курстарын тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1946—52 йй. — Калинин өлк., 1955 й. алып Һарытау ҡ. эшләй. 1960 й....

СЕРПУХОВ ЯРУСЫ

СЕРПУХОВ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Визе ярусында ята, башҡорт ярусы м‑н ҡаплана. С.Н.Никитин тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Серпухов ҡ. исеме м‑н аталған. БР‑ҙа диңгеҙҙәге карбонат һәм терриген‑карбонат ултырмаларынан тора. Ылымыҡтар, фораминиферҙар, мәрйендәр, брахиоподтар,...

СЕРПЕНТИНИТ, тау тоҡомо

СЕРПЕНТИНИТ (лат. serpentinus — йылан), з м е е в и к, метаморфик тау тоҡомо. Mg3[Si2O5](OH)4 составлы серпентин төркөмө минералдары хризотилдан, антигориттан, лизардиттан һәм ромб пироксены б‑са бастит псевдоморфозаларынан тора. Составында тальк, термолит, магнетит, хромит ҡушылмалары бар. Төҫө төрлө...

СЕРОВ Владимир Николаевич

СЕРОВ Владимир Николаевич (24.11. 1931, Свердловск ҡ.), акушер-гинеколог. Рәсәй Мед. ФА акад. (1999), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991). Мед. ф. д‑ры (1971), проф. (1972). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2001). Горький мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Коми АССР‑ында эшләй. 1961 й. алып И.М.Сеченов ис. 1‑се...

СЕРНОВОД‑АБДУЛЛА БӨГӨЛӨ

СЕРНОВОД‑АБДУЛЛА БӨГӨЛӨ, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а  у й п а т л ы ғ ы, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а  а в л а к о г е н ы, Волга‑Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. И.С.Огаринов (1957) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Субкиңлек йүнәлешле. БР‑ҙа С.‑А.б. төп өлөшө үҫешкән....

СЕРНОВОД‑АБДУЛЛА БӨГӨЛӨ

СЕРНОВОД‑АБДУЛЛА БӨГӨЛӨ, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а  у й п а т л ы ғ ы, С е р н о в о д ‑ А б д у л л а  а в л а к о г е н ы, Волга‑Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. И.С.Огаринов (1957) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Субкиңлек йүнәлешле. БР‑ҙа С.‑А.б. төп өлөшө үҫешкән....

СЕРМӘН, Белорет р‑нындағы ауыл

СЕРМӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Сермән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Сермән т. юл ст. К.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 973 кеше; 1920 — 1425; 1939 — 1425; 1959 — 1590; 1989 — 1863; 2002 — 1888; 2010 — 2018 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Сермән...

СЕРМӘН УРТА МӘКТӘБЕ.

СЕРМӘН УРТА МӘКТӘБЕ. Белорет р‑нында урынлашҡан. 1885 й. 2 класлы урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1934 й. — колхоз йәштәре мәктәбе м‑н ҡушылғандан һуң тулы булмаған урта мәктәп, 1947 й. хәҙ. статусын ала. Әзекәй а. филиалы бар. Компьютер класы, уҡыу оҫтаханаһы,...

СЕРМӘН БАЛАЛАР ЙОРТО

СЕРМӘН БАЛАЛАР ЙОРТО, дәүләт ҡарамағындағы уҡытыу һәм тәрбиә учреждениеһы. Белорет р‑нында урынлашҡан. 1919 й. ата‑әсәһе революция (1917) йәки Граждандар һуғышы ваҡытында һәләк булған балалар өсөн хеҙмәт коммунаһы булараҡ асыла; 1930 йй. алып хеҙмәт колонияһы, 1941 й. — Йырматау һәм Темәс балалар йорттарын...

СЕРКОВ Андрей Игнатьевич

СЕРКОВ Андрей Игнатьевич (1.8. 1919, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Преображенск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а., — 2.1.1944, Украина ССР‑ының Глыбочка а., Фурсы а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Йылайырҙа эшләгән. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. июненән...

СЕРИКОВ Иван Павлович

СЕРИКОВ Иван Павлович (26.6.1916, Курск губ. Яңы Таволжанка а. — 5.3.1958, Өфө), полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1944). Яңы Таволжанкала шәкәр з‑дында, 10‑сы урта мәктәптең комсомол ком‑ты секретары булып эшләгән. 1939 й. алып...

СЕРЕТМӘ

СЕРЕТМӘ (лат. humus — ер, тупраҡ), с е р е м т ә, тупраҡтың юғары молекуляр органик матдәләр комплексы. Үҫемлек, хайуан һәм бактерия ҡалдыҡтарының тарҡалыу продукттары сереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. С. составына гумин, гематомелан к‑талары, фульвокислоталар, гумин һәм специфик булмаған берләшмәләр...

СЕРЁНЬКИН ҠАЛАСЫҒЫ

СЕРЁНЬКИН ҠАЛАСЫҒЫ, Пьяный Бор мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Илеш р‑ны Гремучий Ключ а. көнбайышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1972 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1978—79 йй. В.А.Иванов, 1983 й. Б.Б.Агеев һәм В.Н.Васильев, 1989 й....

СЕРЁЖИН Игорь Николаевич

СЕРЁЖИН Игорь Николаевич (28.5. 1958, Термез ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда (1989 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 2008 й. башлап “Татнефть” асыҡ АЙ‑ның һәм Әлмәт ҡ. мед.‑санитария бүлегендә эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...