Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДЕМЕНКОВ Вячеслав Николаевич

ДЕМЕНКОВ Вячеслав Николаевич (25.4.1957, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1985 й. алып өлкән, 1993 й. – төп ғилми хеҙм‑р. 2009—17 йй. БР‑ҙың Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында (Өфө). Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәттең нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте...

ДЕМЕНТЬЕВ Дмитрий Николаевич

ДЕМЕНТЬЕВ Дмитрий Николаевич (17.1.1978, Копейск ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). 2‑се СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Копейск; тренеры И.Е.Ивашин), 1993—2004 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Төркөмдәр уҙышында Рәсәй...

ДЕМЕНТЬЕВ Евгений Павлович

ДЕМЕНТЬЕВ Евгений Павлович (10.4.1939, Смоленск өлкәһе Старое Широкое а. — 27.2.2021, Өфө ҡ.), ветеринар врач. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1992). БАССР‑ҙың атҡаҙанған ветеринар врачы (1980), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). БАХИ‑ны тамамлағандан...

ДЕМИДОВА Наталья Фёдоровна

ДЕМИДОВА Наталья Фёдоровна (27.10.1920, Орёл губернаһы Яңы Посёлок а. — 20.1.2015, Мәскәү ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1990). Мәскәү тарих‑архив институтын тамамлаған (1942). 1946—64 йй. һәм 1993—98 йй. Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында, 1964 й. алып Дәүләт тарих музейында, 1967 й. — СССР...

ДЕМИДОВТАР

ДЕМИДОВТАР, завод һәм ер хужалары, меценаттар. Крәҫтиәндәрҙән (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Тула тимерселәренән). 1720 й. дворянлыҡ хоҡуҡтарын алалар (1726 й. грамота м‑н рәсми рәүештә раҫланған). 18 б. аҙағына 60‑ҡа яҡын завод төҙөйҙәр, ш. иҫ. 40‑тан ашыуын — Уралда. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Никита Демидович...

ДЁМИН Юрий Сергеевич

ДЁМИН Юрий Сергеевич (23.5.1940, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Булгаков а. — 13.11.2009, Өфө), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. транспорт хеҙм‑ре (1995). Силәбе политехник ин‑тын (1965), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1979) тамамлаған. 1965 й. алып — Башҡ‑н транспорт идаралығының 2‑се Өфө йөк автохужалығында, 1969 й....

ДЁМИНА Татьяна Ғәле ҡыҙы

ДЁМИНА Татьяна Ғәле ҡыҙы (4.1.1941, Өфө), селекционер. А.х. ф. канд. (1970). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Хәйбулла дәүләт урман питомнигында агроном булып эшләй. 1970 й. алып БНИИСХ‑ла: 1976 й. башлап өлкән, 2006 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре алмағас, груша селекцияһына, емеш культураларын...

ДЕМИЧЕВА Раиса Николаевна

ДЕМИЧЕВА Раиса Николаевна (20.1.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Константиновка а. — 9.8.1995, БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Дорошевка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1943 й. алып Дәүләкән р‑нында эшләй: 1946 й. тиклем “Яңы көнкүреш” к‑зында, 1951 й. башлап “Дуҫлыҡ” к‑зында, 1963—87 йй. (өҙөклөк м‑н) “Коммунар”...

ДЕМОГРАФИК СӘЙӘСӘТ

ДЕМОГРАФИК СӘЙӘСӘТ, тыуымға, үлемгә, ғүмер оҙайлығына, халыҡ миграцияһына тәьҫир итеп, халыҡтың тәбиғи артыу режимын һаҡлап ҡалыу йәки үҙгәртеү һәм оҙайлы перспективала күҙалланған күрһәткестәргә өлгәшеү маҡсаттарында дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының дәүләттәге демографик процестарҙы көйләүгә...

ДЕМОГРАФИЯ

ДЕМОГРАФИЯ (гр. demos — халыҡ һәм …графия), халыҡтың тәбиғи артыу законлыҡтары һәм уның соц.‑иҡт. шарттарға бәйле булыуы т‑дағы ижт. фән. Халыҡ һанының ғәмәли үҙгәрешен, никах һәм айырылышыу күренештәрен, ғаилә составын, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһын, ш. уҡ кеше һаны артыуының йәмғиәт үҫешенә...

ДЕНДРАРИЙ

ДЕНДРАРИЙ (гр. dendron — ағас), дендрологик баҡса, арборетум, асыҡ тупраҡта үҫтерелгән ағас үҫемлектәр (ағастар, ҡыуаҡтар, тәпәш ҡыуаҡтар, лианалар) коллекцияһы урынлашҡан майҙан. Д. төҙөгәндә ландшафт принцибы күҙ уңында тотола: үҫемлектәр систематик, геогр., экол., декоратив һ.б. билдәләр б‑са ултыртыла....

ДЕНДРОЛОГИЯ

ДЕНДРОЛОГИЯ (гр. dendron – ағас һәм ...логия), ботаниканың ағас үҫемлектәрҙе (ағас, ҡыуаҡ, ваҡ ҡыуаҡлыҡ һ.б.) өйрәнеүсе бүлеге. Д. төп маҡсаттары: ағас үҫемлектәрҙең систематикаһын, морфологияһын, биологияһын, экологияһын, геогр. таралыуын, уларҙы торама пункттарҙың санитар-гигиена торошон яҡшыртыу...

ДЕНЕБ

ДЕНЕБ, Аҡҡош α‑һы, ифрат гигант аҡ йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 1m,26. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 40 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 1400 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ ярымшар йондоҙлоғона ҡарай. Альтаир һәм Вега м‑н бергә ҙур йәйге өсмөйөштө барлыҡҡа килтерә. БР терр‑яһында байымай торған яҡтыртҡыс,...

ДЕНИС, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ДЕНИС, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Денис а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Мәләүез т. юл станцияһынан. Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й.  — 909 кеше; 1920 — 1008; 1939 — 825; 1959 — 843; 1989 — 610; 2002 — 660; 2010 — 637 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта...

ДЕНИСОВ Владимир Владимирович

ДЕНИСОВ Владимир Владимирович (10.4.1953, Свердловск ҡ.), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1987). 1994 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1997—99 йй. һәм 2011—13 йй. “Истоки” гәз. баш мөхәррир урынбаҫары, 1999—2010 йй. “Нефть Башкортостана” гәз. мөхәррире....

ДЕНИСОВ Дмитрий Витальевич

ДЕНИСОВ Дмитрий Витальевич (5.7.1970, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1994). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Н.Денисов, Ф.С.Карюков). “Салауат...

ДЕНИСОВ Евгений Тимофеевич

ДЕНИСОВ Евгений Тимофеевич (19.6.1930, Калуга ҡ. — 13.10.2017, Черноголовка ҡ.), физик-химик. Химия фәндәре докторы (1966), профессор (1970). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Фәнни эшмәкәрлеге радикал‑сылбырлы реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмдарын тикшереүгә, атомдарҙың, молекулаларҙың һәм...

ДЕНИСОВ Олег Львович

ДЕНИСОВ Олег Львович (19.1.1952, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1997). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) “НИИпромстрой”ҙа (1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1982 й. башлап БАХИ‑ла эшләй (1986—87 йй. гидромелиорация эштәре технологияһы һәм уларҙы ойоштороу каф....

ДЕНИТРИФИКАЦИЯ

ДЕНИТРИФИКАЦИЯ (дe... һәм нитрификация), азоттың окисланған берләшмәләренең (нитраттар, нитриттар) — молекуляр азот, ҡайһы берҙә уның оксидтары хәленә кире ҡайтыу микробиол. процесы. Д. факультатив анаэробтар булған бактерияларҙың тереклек итеүе һөҙөмтәһендә, ирекле кислород булмағанда тормошҡа ашырыла....

ДЕНУДАЦИЯ

ДЕНУДАЦИЯ (лат. denudatio — яланғасланыу, асылыу), тау тоҡомдары ашалыуы ҡалдыҡтарының ҡалҡыу урындарҙан уйһыулыҡтарға күсеү һәм тупланыу процестары йыйыл маһы. Башлыса Д. ерҙең рельефын барлыҡҡа килтереүсе һәм үҙгәртеүсе экзоген процесс иҫәпләнә. Д. процестары нигеҙендә Ерҙең тартыу көсө ята, ш. уҡ...