Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДОЛМАТОВА Ирина Юрьевна

ДОЛМАТОВА Ирина Юрьевна (21.9.1955, Магадан өлк. Гижига ҡсб), популяция генетигы. Биол. ф. д‑ры (2008), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 1990 й. алып ғилми секретарь, 1996 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р. 2000 й. башлап БДАУ‑ҙа уҡыта, бер үк ваҡытта 2002 й....

ДОЛОМАТОВ Михаил Юрьевич

ДОЛОМАТОВ Михаил Юрьевич (1.11.1954, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1993), проф. (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). БДУ‑ны тамамлаған (1977). 1979—81 йй., 1985—91 йй. һәм 1998 й. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында эшләй: 1986 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — лаб. мөдире. 1991 й. — ӨДНТУ-ла...

ДОЛОМИТ

ДОЛОМИТ (француз геологы Д.Доломьё исеменән), 1) СаМg(СО3)2 карбонаттар класы минералы. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Бүленеп сығыу формалары тупаҫ бөртөклө агрегаттарҙан тығыҙ ауырлыҡҡа тиклем. Төҫһөҙ, аҡ, һоро төҫтә, көрән йәки йәшкелт сағылышлы, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4, тығыҙлығы 2800—2900 кг/м3,...

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович (5.4.1924, Иваново-Вознесенский губ. Кригоузово а. — 20.6.2003, Өфө), рәссам. СССР‑ҙың (1982) һәм РСФСРҙың (1975) халыҡ рәссамы. Рәсәй художество акад. мөхбир ағзаһы (1996). РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1965), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1965). Рәссамдар союзы ағзаһы (1954)....

ДОМБРОВКА, Благовар р‑нындағы ауыл

ДОМБРОВКА, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 129 кеше; 1920 — 110; 1939 — 151; 1959 — 231; 1989 — 332; 2002 — 382; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Языков...

ДОМЕН СТРУКТУРАҺЫ

ДОМЕН СТРУКТУРАҺЫ, магнитта: магнетиктың бөтә күләме б‑са үҙенән-үҙе магнитлау дәрәжәһе төрлө йүнәлештә булған бер төрлө магнитланған макроскопик өлкәләр (домендар) йыйылмаһы. Ферромагнетиктарҙа критик т‑ранан түбән осраҡтарҙа (Кюри нөктәһе) һәм тышҡы магнит ҡыры көсөргәнешлелегенең билдәле бер ҡиммәттәрендә...

ДОМРАЧЕВ Сергей Афанасьевич

ДОМРАЧЕВ Сергей Афанасьевич (3.11.1936, Өфө), спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1961). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Ф.Ш.Билалов, В.П.Марюткин). СССР чемпионатының бронза призёры (1962), 1000 м. бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б-са төркөмләп...

ДОНГУЗОВ Александр Анатольевич

ДОНГУЗОВ Александр Анатольевич (4.1.1951, Өфө ҡ.), һөйләү жанры артисы. БР‑ҙың халыҡ (2013) һәм атҡ. (1996) артисы. Ф.Волков ис. Академия театры эргәһендәге Ярославль театр уч‑щеһын тамамлаған (1986). 1977 й. алып Башҡ. филармонияһында эшләй. Нәфис һүҙ оҫтаһы, яңғыҙ әҙәби программалар м‑н сығыш яһай....

ДОНГУЗОВ Константин Александрович

ДОНГУЗОВ Константин Александрович (2.6.1962, Өфө), архитектор. Архитектура канд. (1991), проф. (2010). БР-ҙың атҡ. архитекторы (2006). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1991). ӨНИ‑не тамамлаған (1984). 1986—88 йй. “Строительство и архитектура Москвы” (“Мәскәү төҙөлөшө һәм архитектураһы”) ж. (Мәскәү) өлкән...

ДОННЕЛЛИ Алтон Стюарт

ДОННЕЛЛИ Алтон Стюарт (30.11.1920, Спрингвилл ҡ., АҠШ — 2.1.2007, Бингемтон ҡ., АҠШ), тарихсы. Филос. д‑ры (1960), проф. (1966). БР ФА‑ның сит ил акад. (1991). Икенсе донъя һуғышы һәм 1950—53 йй. Корея һуғышы ҡатнашыусыһы. Калифорния ун‑тын (Беркли ҡ., 1955) тамамлаған. 1960—85 йй. Нью-Йорк штатының...

ДОНЪЯҒАҠАРАШ

ДОНЪЯҒА ҠАРАШ, донъя һәм унда кешенең урыны т‑да дөйөмләштерелгән күҙаллауҙың бөтөн системаһы; кешеләрҙең объектив ысынбарлыҡҡа теоретик, практик һәм эмоциональҡиммәт мөнәсәбәтен асыусы ҡиммәттәр, идеалдар һәм инаныуҙар системаһы. Мифологик, дини, филос., ғилми Д.ҡ. айырыла. Д.ҡ. м‑н бәйле төшөнсәләр:...

ДОРОГИНО, Өфө р‑нындағы ауыл

ДОРОГИНО, Өфө р‑нындағы ауыл, Кириллов а/с ҡарай. Өфөнән Көнс. 43 км һәм Тыуыш т. юл разъезынан Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 2010 й. — 225 кеше. Ауыл 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙендә батша һарайы һәм алпауыт крәҫтиәндәре тарафынан нигеҙләнгән һәм 20 б. 70‑се йй. уртаһында иҫәптән алынған...

ДОРОЖКИН Юрий Николаевич

ДОРОЖКИН Юрий Николаевич (13.4.1948, Поставы ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1994), профессор (1995). БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1974 й. алып ӨДНТУ‑ла: уҡытыусы, 1989 й. — политология һәм социология кафедраһы, 1997—2004 йй. — политология,...

ДОРОШЕВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл

ДОРОШЕВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Сергиополь а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.-Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 182 кеше; 1920 — 196; 1939 — 232; 1959 — 246; 1989 — 155; 2002 — 194; 2010 — 230 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 1890 й. Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ-Өйлө-Мең...

ДОРОШЕНКО Рюрик Александрович

ДОРОШЕНКО Рюрик Александрович (28.10.1948, Гурьев ҡ.), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2000), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй, 1980 й. алып Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (1990 й. башлап лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магнитлы ярым үткәргестәрҙә һәм диэлектриктарҙа...

ДОРСАЛГИЯ

ДОРСАЛГИЯ (лат. dorsum — арҡа һәм гр. algos – ауыртыу), терәк-хәрәкәт аппаратының (умыртҡа араһы быуындары, дүңгәләктәре, мускулдар, бәйләүестәр, һеңерҙәр, фасциялар) дистрофик һәм функциональ үҙгәрештәре сәбәпсе булған ауырыу. Киҫкен һәм хроник формала үтә. Төп симптомдары: арҡа ауыртыу (хәрәкәт иткәндә...

ДОСТОВАЛОВ Александр Васильевич

ДОСТАВАЛОВ Александр Васильевич (17.7.1963, Өфө — 1.3.2000, Чечен Респ. Улус-Керт а. янында, Псков ҡ. ерләнгән), десантсы, гвардия майоры (1999). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1992 й. Приднестровьела тыныслыҡ урынлаштырыу операцияһында, 1996 й. һәм 2000 й. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы....

ДОТАЦИЯ

ДОТАЦИЯ (лат. dotatio – бүләк), алынған табыштары продукцияны етештереүгә һәм һатыуға киткән сығымдарын ҡаплай алмаған файҙаһыҙ предприятиеларға; дефицитын ҡаплау өсөн түбән кимәлдәге бюджеттарға; туҡланыу, юл йөрөү, балаларға соц. пособиелар һ.б. рәүешендә граждандарға ағымдағы сығымдарын ҡаплау өсөн...

ДӨЙӘБАШ

ДӨЙӘБАШ, рапонтикум (Stemmacantha, йәки Rhaponticum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда һыйыртел һымаҡ Д. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы йыуан, ҡыуыш, төҙ, ябай, селтәр һымаҡ, 50—100...

ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ

ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ, дөйөм мәғариф процесын тормошҡа ашырған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. Башланғыс (ҡара: Башланғыс белем), төп дөйөм һәм урта (ҡара: Урта белем); дәүләт, муниц. һәм дәүләт ҡарамағында булмаған (ҡара: Дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорттары) төрҙәргә бүленә. Революциянан...