Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИМӘНЛЕҠУЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ИМӘНЛЕҠУЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Имәнлеҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 87 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 661 кеше; 1920 — 935; 1939 — 1028; 1959 — 941; 1989 — 679; 2002 — 909; 2010 — 761 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ИМЕҘЕҮСЕЛӘР

ИМЕҘЕҮСЕЛӘР, йәнлектәр (Mammalia), умыртҡалылар класы. Ярым кластарға бүләләр: тәү йәнлектәр һәм ысын йәнлектәр. Яҡынса 20 отряды, 4500‑нән ашыу төрө билдәле. БР‑ҙа 6 отрядтан (кимереүселәр, ҡуян һымаҡтар, бөжәк ашаусылар, ҡуш тояҡлылар, ярғанаттар һәм йыртҡыстар) 83 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 4 см алып...

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы (2.1.1955, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), биолог. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БДУ‑ны (1977) һәм БДМУ‑ны (2003) тамамлаған. 1980 й. алып БДМУ‑ла: 1988—90 йй. һәм 1996—98 йй. үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (1996 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1999 й. — дипломдан...

ИМЕНЛЕК ОРГАНДАРЫ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ

ИМЕНЛЕК ОРГАНДАРЫ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1987 й. СССР именлек органдарының 70 йыллығы айҡанлы БАССР‑ҙың КГБ музейы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы И.о.т.м., 2010 й. башлап Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте БР б‑са идаралығының Тарих залы. Зал...

ИММУНИТЕТ

ИММУНИТЕТ (лат. immunitas — азат булыу, ҡотолоу), тере йән эйәләренең үҙ бөтөнлөгөн һәм биол. индивидуаллеген һаҡлап ҡалып, зарарлаусы агенттар тәьҫиренә ҡаршы тороу һәләте; организмдың барлыҡ генетик сит нәмәләрҙән һаҡланыу ысулы. Кеше, хайуан һәм үҫемлек И. (фитоиммунитет); бактерияға, вирусҡа, ағыуға,...

ИММУНОЛОГИЯ

ИММУНОЛОГИЯ (иммунитет һәм ...логия), организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре, иммунитет механизмдары т‑дағы фән. Иммунобиология, иммуногенетика, иммунохимия, иммунопатология, клиник И. һ.б. бүленә. Кеше И. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 1905 й. Өфөлә Пастер ст. асылғандан һуң башлана. 1915 й. уның...

ИМПУЛЬСЛЫ ТЕХНИКА

ИМПУЛЬСЛЫ ТЕХНИКА, техниканың электр импульстарын барлыҡҡа килтереү, үҙгәртеү, көсәйтеү йәки уларҙың параметрҙарын үлсәү ҡорамалдарын уйлап табыу, ш. уҡ электр сылбырҙарындағы импульслы процестарҙы өйрәнеү өлкәһе. Импульслы электр ҡорамалдары автоматика системаларында, иҫәпләү техникаһында, радиоэлемтәлә,...

ИНАН ӘБДЕЛҠАДИР

ИНАН ӘБДЕЛҠАДИР [ысын исеме Сөләймәнов Фәтхелҡадир Мостафа улы; 29.11.1889, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Шығай а. (Силәбе өлк. Сосновка р-ны) – 1.10.1976, Анкара], шәрҡиәтсе, яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Проф. (1936; 1944—45 йй. дәрәжәһенән мәхрүм ителә). “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1914)....

ИНӘ ҠОРТ ҺӨТӨ

ИНӘ ҠОРТ ҺӨТӨ, ашатыусы эшсе ҡорттарҙың өҫкө яңаҡ һәм йотҡолоҡ биҙҙәре секреты. Бер инә көбөнә бал ҡорттары 0,2—0,5 г И.ҡ.һ. һала. Химик составы бал ҡорттары туҡланған һеркәгә бәйле. И.ҡ.һ. ҡоро матдәһендә 10—58% аҡһым, 5—18% май, 5—15% углевод, минераль матдәләр, витаминдар һ.б. биологик актив матдәләр...

ИНВАЛИДЛЫҠ

ИНВАЛИДЛЫҠ (лат. invalidus — көсһөҙ, хәлһеҙ). 1) Ауырыу, травма йәки дефекттар арҡаһында организм функцияларының боҙолоуы йәшәү эшмәкәрлеген сикләүгә килтергән һәм инвалид тип танылған кешене соц. яҡлау кәрәклеген тыуҙырған һаулыҡ ҡаҡшауы. Беренсел һәм дөйөм И. айырыла. Организм функциялары боҙолоу...

ИНВАЛИДТАР ИЖАДЫ ЙОРТО

ИНВАЛИДТАР ИЖАДЫ ЙОРТО. Өфөлә урынлашҡан. 1973 й. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең (ҡара: Һуҡырҙар йәмғиәте) Мәҙәниәт йорто булараҡ асыла, 1998 й. алып Респ. халыҡ ижады үҙәгенең И.и.й. 350 урынлыҡ тамаша залы, түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләре, муз. студияһы, костюмдар, ял бүлмәләре бар. И.и.й. 8 үҙешмәкәр...

ИНВАЛИДТАР ЙӘМҒИӘТЕ

ИНВАЛИДТАР ЙӘМҒИӘТЕ, бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. И.й. Башҡ‑н респ. ойошмаһы 1988 й. И.й. Башҡ‑н респ. идараһы булараҡ асыла, 1998 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың соц. һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау. Составы:...

ИНВЕСТИЦИЯ СӘЙӘСӘТЕ

ИНВЕСТИЦИЯ СӘЙӘСӘТЕ, дәүләттең иҡт. сәйәсәтенең ҡушма өлөшө; капитал һалыу күләмен, структураһын, төп фондтарҙың үҫешен һәм яңырыуын билдәләй. И.с. маҡсаты — финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә милли иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе уңайлы инвестицион климат булдырыу. Совет...

ИНГИБИТОРҘАР

ИНГИБИТОРҘАР (лат. inhibeo – туҡтатам, тыйып торам), химик реакцияларҙы аҡрынайтыусы матдәләр. Химик һәм биологик ингибиторҙарҙы айыралар (ҡара: Антиоксиданттар, Коррозия ингибиторҙары). Ю.А.Сангалов Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ, герман телдәренең береһе (көнбайыш герман төркөмсәһе). Бөйөк Британия, АҠШ, Австралия, Яңы Зеландия, Һиндостан, ҡайһы бер Африка дәүләттәренең рәсми теле; БМО‑ның рәсми эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Ирландия, Төньяҡ Америка, ҡайһы бер Азия илдәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 400 млн...

ИНДИКАТОР

ИНДИКАТОР (лат. indicator — күрһәткес), объекттың әлеге мәлдәге торошо йәки процесс барышы т‑дағы мәғлүмәтте уңайлы формала алыу һәм тапшырыу сараһы. Тормошҡа ашырыу ысулына ҡарап маркерлы (объектты табыуҙы һәм күҙәтеүҙе еңел- ләштереүсе ҡулайламалар), химик (химик реакция йәки физик процесс барышына...

ИНДУСТРИАЛЬ МАТЕМАТИКА

ИНДУСТРИАЛЬ МАТЕМАТИКА, ғәмәли математиканың сәнәғәт технологияларын эшләгәндә матем. ысулдарын ҡулланыуҙы өйрәнеүсе бүлеге. И.м. бурысы: производство системаларын анализлау һәм тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәле матем. ысулдарын табыу. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. алып И.м. Авиация техник университетында,...

ИНДУСТРИЯЛАШТЫРЫУ

ИНДУСТРИЯЛАШТЫРЫУ, эре машина производствоһын булдырыу процесы, аграр йәмғиәттән индуст- риаль йәмғиәткә күсеү. Башҡортостанда И. 19 б. 70‑се йй. тау сәнәғәтендә башлана, акционерҙар йәмғиәте һәм компаниялары ойоштороу, сит ил (Англия, Бельгия, Франция) капиталының үтеп инеүе м‑н бергә бара. Металлургия...

ИНЖЕНЕР ҠОРОЛМАЛАРЫ

ИНЖЕНЕР ҠОРОЛМАЛАРЫ, етештереү, транспорт, энергетика, һыу хужалығы һ.б. б‑са талаптарҙы тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролмалар. И.ҡ. ҡулланыу өлкәһенә (машиналар эшләү, металлургия, химия сәнәғәте, энергетика һ.б.), ер йәки һыу өҫтө кимәленә ҡарата урынлашыуына (ер өҫтө һәм ер аҫты ҡоролмалары,...

ИНЖИЛ ХРИСТИАН-БАПТИСТАРЫНЫҢ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ЙОРТО

ИНЖИЛ ХРИСТИАН-БАПТИСТАРЫНЫҢ ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ЙОРТО, “Бөтә халыҡтар өсөн ғибәҙәтҡылы уйорто”. Өфөлә урынлашҡан. 1976 й. төҙөлә (1 ҡатлы), 1992 й. яңы бинаһы һалына. Башҡортостан инжил христиан‑баптистары сиркәүҙәре берекмәһе ҡарамағында. Ғибәҙәт ҡылыу йортоноң бинаһы (майҙаны 580 м2) кирбестән төҙөлгән,...