Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИСЕМ

ИСЕМ, предмет төшөнсәһен белдергән үҙ аллы һүҙ төркөмө. Хәҙ. башҡорт телендә уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ И. бар. Уртаҡлыҡ И. предмет һәм күренештәрҙең дөйөмләштерелгән атамаһын белдерә, мәҫ.: “апай”, “йылға”, “ҡала”; яңғыҙлыҡ И. башҡалар араһынан билдәле бер предметты йәки күренеште айырып күрһәтеү өсөн ҡулланыла:...

ИСЕМ ҠУШЫУ

ИСЕМ ҠУШЫУ, башҡорттарҙа яңы тыуған балаға исем биреү йолаһы (ҡара: Бала тыуыуға бәйле йолалар). Бала тыуғандан һуң 3‑сө, 7‑се йәки 40‑сы көнгә үткәрелгән; тәүҙә И.ҡ. бишек туйы ваҡытында уҙғарылған. Бала тыуғас, уға яуыз көстәрҙән һаҡлаусы исем бирелгән: кендек әбейе, баланың беләгенә еп бәйләп, уны...

ИСЕМ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ИСЕМ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Исем а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 143 кеше; 1920 — 111; 1939 — 89; 1959 — 499; 1989 — 717; 2002 — 823; 2010 — 708 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

ИСКӘНДӘР, Дәүләкән р-нындағы ауыл

ИСКӘНДӘР, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Бик‑Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Айырҡул й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1085 кеше; 1920 — 935; 1939 — 856; 1959 — 595; 1989 — 297; 2002 — 252; 2010 — 254 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ИСКӘНДӘРИӘ Тамара Ишбулды ҡыҙы

ИСКӘНДӘРИӘ (Юлдашева) Тамара Ишбулды ҡыҙы [10.6.1958, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Ҡыяуыҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2012). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2004) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Башҡортостан пионеры” гәз., 1990 й. алып...

ИСКӘНДӘРОВ Алексей Искәндәр улы

ИСКӘНДӘРОВ Алексей Искәндәр улы [21.3.1906, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ирсай а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 2.1.1999, Йошкар‑Ола], хор дирижёры, комп., муз.‑йәмәғәт эшмәкә- ре. Мари АССР‑ының Композиторҙар союзы ағзаһы (1940). РСФСР‑ҙың (1960) һәм Мари АССР‑ының (1942) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү консерваторияһын...

ИСКӘНДӘРОВ Зөфәр Ғүмәр улы

ИСКӘНДӘРОВ Зөфәр Ғүмәр улы (8.10.1964, БАССР-ҙың Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ а.), спортсы. Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Урал физик культура академияһын тамамлаған (1999). РОСТО‑ның балалар һәм үҫмерҙәр спорт-техник махсус мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Салауат ҡ.,...

ИСКӘНДӘРОВ Рим Сәйетбаттал улы

ИСКӘНДӘРОВ Рим Сәйетбаттал улы (28.2.1931, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл-Уңғар а.), педагог. Филол. ф. канд. (1980). РФ (1993) һәм БАССР (1982) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1957), БДУ‑ны (1965)...

ИСКӘНДӘРОВА Ольга Юрьевна

ИСКӘНДӘРОВА Ольга Юрьевна (26.12.1953, Октябрьский ҡ.), педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БДПИ‑ны тамамлаған- дан һуң (1976) Октябрьский ҡ. эшләй: 18‑се урта мәктәп уҡытыусыһы, 1977 й. алып ӨНИ‑лә, 1982 й. — коммуналь‑төҙөлөш техникумында, 1985—90 йй. мед. уч‑щеһында уҡыта. 1991—2004 йй....

ИСКӘНДӘРОВА Хәнифә Сиражи ҡыҙы

ИСКӘНДӘРОВА Хәнифә Сиражи ҡыҙы [20.3.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яхъя а. (БР‑ҙың Салауат районы) — 4.9.2020, шул уҡ райондың Арҡауыл а.], педагог. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968). СССР‑ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). Өфө уҡытыусылар институтын (1949),...

ИСКИН, ауыл, Өфө составында

ИСКИН, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искин а/с үҙәге. Өфөнән К. табан 27 км һәм Өршәк т. юл ст. 12 км алыҫлыҡта (Өршәк й. басс.) Олокүл буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 207 кеше; 1920 — 254; 1939 — 440; 1959 — 272; 1989 — 328; 2002 — 467; 2010 —...

ИСКРА, Иглин р‑нындағы ауыл

ИСКРА, Коминтерн, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 24 км һәм Таутөмән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 706 кеше; 1959 — 320; 1989 — 135; 2002 — 143; 2010 — 124 кеше. Белорустар, урыҫтар йәшәй (2002)....

ИСҠАҠ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ИСҠАҠ, Исхаҡ, Ҡуянсыҡ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Буранғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 284 кеше; 1920 — 343; 1939 — 264; 1959 — 204; 1989 — 188; 2002 — 177; 2010 — 178 кеше....

ИСҠУЖА, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ИСҠУЖА, Орсоҡ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Рауил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 32 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 126 кеше; 1920 — 189; 1939 — 135; 1959 — 115; 1989 — 95; 2002 — 128; 2010 — 145 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ИСҠУЖА, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ИСҠУЖА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡашҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 82 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 164 кеше; 1920 — 312; 1939 — 175; 1959 — 185; 1989 — 174; 2002 — 204; 2010 —183 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ИСҠУЖИН Әҙеһәм Динислам улы

ИСҠУЖИН Әҙеһәм Динислам улы [27.1.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 19.3.2003, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], ҡурайсы, халыҡ йырсыһы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Темәс башҡ. пед. уч‑щеһын (1945), Умань осоусылар хәрби уч‑щеһын (1954), БДУ‑ны (1971) тамамлаған. 1945 й....

ИСҠУЖИН Бүребай Мәхмүт улы

ИСҠУЖИН Бүребай Мәхмүт улы (15.1.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байыш а. — 14.4.2009, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Баймаҡ һәм Хәйбулла р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта, 1980—85 йй. “Октябрь байрағы” (ҡара: “Баймакский вестник”) гәз. хеҙм‑ре. Буранбай Исҡужин,...

ИСҠУЖИН Мөхәмәтғәле Ғәли улы

ИСҠУЖИН Мөхәмәтғәле Ғәли улы (23.3.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Урта Мотал а.  — 22.2.2000, Өфө), педагог, йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Үзбәк ун‑тын (Сәмәрҡәнд ҡ., 1954) тамамлаған. 1960 й. алып 1‑се Башҡ. респ. мәктәп‑интернаты уҡытыусыһы, 1961 й. — “Кабель” КБ инженер‑конструкторы,...

ИСҠУШ, Дүртөйлө р-нындағы ауыл

ИСҠУШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 192 кеше; 1920 — 291; 1939 — 320; 1959 — 425; 1989 — 234; 2002 — 214; 2010 — 202 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында...

ИСҠУШТЫ, Белорет р‑нындағы ауыл

ИСҠУШТЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/с ҡарай.  Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 140 км һәм Ҡытау‑Ивановка т. юл ст. (Cиләбе өлк.) К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Исҡушты й. (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 165 кеше; 1959 — 276; 1989 — 417; 2002 — 283; 2010 — 195 кеше. Башҡорттар йәшәй...