Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭШ ХАҠЫ

ЭШ ХАҠЫ, милли килемдең аҡсалата формала билдәләнгән өлөшө, ул һәр бер хеҙм‑р тарафынан сарыф ителгән хеҙмәт күләме һәм сифаты б‑са бүленә, шәхси маҡсатта ҡулланыла; хеҙмәт өсөн түләү. Э.х. дәүмәле эшсе көсөнә һорау һәм тәҡдимгә ҡарап билдәләнә, ш. уҡ хеҙм‑рҙең квалификацияһына, башҡарылған эштең ҡатмарлылығына...

ЭШ ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ

ЭШ ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ, аттарҙы а.х. һәм транспорт (ҡара: Артмаҡлы‑менге транспорт, Егеүле транспорт) эштәрендә (еккелә, эйәр һәм йөк аҫтында) һ.б. файҙаланыу м‑н бәйле булған йылҡысылыҡтыңүҫеш йүнәлештәренең береһе. Атты ҡулланыуҙың төп төрө булып уның еккеләге эше тора. Ҡолондарҙы еккелә һәм эйәр аҫтында...

ЭХИНОКОККОЗ

ЭХИНОКОККОЗ, кеше һәм хайуандарҙың паразитар ауырыуы, Taeniidae ғаиләһе Echinococcus затына ҡараған таҫма ҡорттар ҡарышлауыҡтары тыуҙыра; паренхиматоз ағзаларҙың зарарланыуы хас. Оло паразиттар (таҫма стадияһы) аҙаҡҡы хужаның (йыртҡыс хужаның) нәҙек эсәгендә йәшәй, улар хайуандарҙың зарарланған ағзаларын...

ЭФИРҘАР

ЭФИРҘАР, кислородлы органик берләшмәләр. Ябай (молекулаларҙа 2 углеводород радикалы кислород атомы м‑н бәйләнгән) һәм ҡатмарлы (минераль йәки карбон кислоталарында гидроксил төркөмдәренең водород атомдарын углеводород радикалдарына алмаштырыу продукттары) Э. айырыла. Тәбиғәттә ҡатмарлы Э. балауыҙ, май,...

ЭФИР МАЙҘАРЫ

ЭФИР МАЙҘАРЫ, эфир майлы үҫемлектәр тарафынан бүлеп сығарылған осоусан органик берләшмәләр (ирекле хәлдә йәки гликозидтар рәүешендә) ҡатышмаһы. Төп компоненттары — терпендар һәм терпеноидтар, алифатик (альдегидтар, кетондар, лактондар, органик к‑талар, спирттар, углеводородтар, фенолдар, эфирҙар һ.б.)...

ЭФЕМЕРОИДТАР

ЭФЕМЕРОИДТАР (гр. ephemeros — бер көнлөк һәм eidos — төр), яҙ көнө ҡыҫҡа ваҡыт эсендә вегетирлаусы һәм йылдың күпселек өлөшөндә тынлыҡ хәлендә булыусы күп йыллыҡ үләндәр. Йәй көнө уларҙың ер аҫтындағы күп йыллыҡ ағзаларынан (тамырһабаҡтар, һуғанбаштар һ.б.) айырмалы рәүештә ер өҫтө ағзалары ҡорой. Түбән...

ЭФЕМЕРҘАР

ЭФЕМЕРҘАР (гр. ephēmeros — бер көнлөк), йәшәү циклы ҡыҫҡа (2— 6 аҙна) булған бер йыллыҡ үҫемлектәр. Дымлы осорҙа үҫешә, йылдың ҡалған ваҡытында орлоҡтар рәүешендә һаҡлана. Көҙгө‑ҡышҡы‑яҙғы вегетация үҫемлектәре. Типик (орлоҡтары яҙ көнө шытып сыға, мәҫ., бәләкәй сысҡанҡойроҡ) һәм ужым (көҙ һәм ҡыш көндәре;...

ЭФЕДРА

ЭФЕДРА, ҡ ы ҙ ы л с а (Ephedra), эфедра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Евразияның, Төньяҡ Африканың, Үҙәк һәм Көньяҡ Американың дала, урман‑дала, сүл һәм тау райондарында таралған 60‑тан ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда ике башаҡлы Э., йәки Кузьмич үләне үҫә. Яланғас орлоҡлолар бүлегенә...

Этюды Нестерова

Один из многочисленных этюдов, выполненных молодым Нестеровым в пору обучения живописи. В то время он проживал на Урале, в Уфе.

ЭТТӘР

ЭТТӘР (Canidae), йыртҡыстар отрядына ҡараған имеҙеүселәр ғаиләһе. 10‑дан ашыу заты, 30‑ҙан ашыу төрө билдәле. Антарктиданан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. Баш­ҡортостанда 3 затҡа (төлкөләр, эттәр, янут‑эттәр) ҡараған 5 төрө осрай. Кәүҙәһе һомғол, уртаса йәки ныҡ һуҙылған, оҙонлоғо 50 см алып (төлкө)...

ЭТТАБАН

ЭТТАБАН, м а н ж е т к а (Alchemilla), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 350 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә һәм Африка тропиктарының тауҙарында таралған. Башҡортостанда 44 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән,...

ЭТОЛОГИЯ

ЭТОЛОГИЯ (гр. еthos — йола, ғәҙәт, характер һәм ...логия), хайуан, кеше һәм уларҙың төркөмдәре ҡылығының биол. нигеҙҙәре т‑да фән. Фаунаны рациональ файҙаланыу һәм уны һаҡлау өсөн генетикаға бәйле (инстинктив) ҡылыҡ компоненттарын анализлауҙы, уларҙың эволюцияһын асыҡлауҙы тормошҡа ашыра. Э. нигеҙендә...

ЭТНОЭКОЛОГИЯ

ЭТНОЭКОЛОГИЯ, этнос һәм тирә‑яҡ мөхиттең үҙ‑ара бәйләнеше т‑да фән. Э. өйрәнеү предметы булып этностар йәшәгән тәбиғи һәм социо‑мәҙәни шарттарҙа традицион тереклекте тәьмин итеү системаларының үҙенсәлектәре, формалашҡан этноэкологик бәйләнештәрҙең халыҡ һаулығына һәм этник коллективтар һаны артыуына...

ЭТНОСОЦИОЛОГИЯ

ЭТНОСОЦИОЛОГИЯ, социологияла этностарҙың килеп сығышын, тәбиғәтен, функцияларын, үҫеш үҙенсәлектәрен, этник‑ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнгән һәм уларҙы тикшереү нигеҙҙәрен, методологик принциптарын эшләгән фәнни йүнәлеш. Э. төшөнсәһе 20 б. 30‑сы йй. индерелгән. Тарих, социаль философия, этнология һ.б. м‑н...

ЭТНОСОЦИОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯ

ЭТНОСОЦИОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯ, төбәктә этномәҙәни процестарҙы өйрәнеү маҡсатында 1986 й. СССР ФА БФ‑тың ТТӘИ тарафынан СССР ФА‑ның Этнография ин‑ты (Мәскәү), МДУ һ.б. берлектә ойошторолған. Башҡ‑н экспедицияларына В.В.Пименов, Р.Ғ.Кузеев, Н.В. Бикбулатов етәкселек иткән, В.Я. Бабенко, М.Ж.Кейекбаев, Н.Н....

ЭТНОС

ЭТНОС (гр. ethnos төркөм, ҡәбилә, халыҡ), тарихи яҡтан формалашҡан, терр‑яһы, тарихы, мәҙәниәте уртаҡ булған кешеләр төркөмө. БашҡорттарҙыңЭ. булараҡ формалашыуы Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһе сиктәрендә б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт. тамамлана. Этногенез һәм этник тарих барышында башҡорт этносына...

ЭТНОПСИХОЛОГИЯ

ЭТНОПСИХОЛОГИЯ, ҡайһы бер этностар психологияһының һәм мәҙәниәтенең, этник үҙаңдың, психик һәм шәхси һыҙаттарға соц.‑мәҙәни факторҙар йоғонтоһоноң үҙенсәлектәре т‑дағы фән. Антропология, культурология, социология, этика, этнология һ.б. м‑н бәйле. 19 б. уртаһынан Э. үҙ аллы фән булараҡ үҫешенә немец...