Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӨЙӘҘЕБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ӨЙӘҘЕБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Оло Кәркәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Аксёнов т.‑юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 714 кеше; 1920 – 949; 1939 – 633; 1959 – 483; 1989 – 499; 2002 – 472; 2010 – 423 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ӨЙӘҘЕ, йылға

ӨЙӘҘЕ, йылға, Дим й. уң ҡушылдығы. Миәкә р‑ны Смородиновка а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта башлана. Миәкә һәм Бишбүләк р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Дим й. (тамағынан 363 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 82 км, басс. майҙаны 984 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына....

ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ӨЙӘҘ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Губерна һәм өйәҙ ҡалаларында 1804 й. Устав м‑н бөтә ҡатлам уҡыусыларын гимназияға инеүгә әҙерләү өсөн 2 класлы, 1828 й. Устав м‑н башлыса сауҙагәр, мещан балалары өсөн 3 класлы мәктәп булараҡ ойошторолалар. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында...

ӨЙӘҘ

ӨЙӘҘ, 1) 13 б. — 1708 йй. Рәсәйҙә төп адм.‑терр. берәмек. Ө. аныҡ сиктәре булмаған: Ө. тип эргәһендәге терр‑яһы м‑н ҡала аталған. Улустарға, илдең көнбайышында — засадаларға, губаларға, пятиналарға, сиректәргә, өстән бер өлөшкә; көнсығышта даруғаларға һ.б. бүленгән. 17 б. аҙ. 215‑ләп Ө. иҫәпләнә. 16 б....

ӨЗЛӘҮ

ӨЗЛӘҮ, башҡорттарҙа тамаҡ м‑н үҙенсәлекле ике тауыш сығарып көйләү, ул саҡта түбән ҡыҫылған орган пункты фонында фиоритур характерҙағы (түбәнге тондан барлыҡҡа килгән обертон тауыштарҙың комбинацияһы) һыҙғырыулы юғары тауыштарҙан көй сыға. Ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау техникаһына оҡшаш. Тәүҙә йола‑тылсым...

ОШМЯНКА, Благовещен р‑нындағы ауыл

ОШМЯНКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Орловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Кесе Огрязь й. (Иҙәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 74 кеше; 1920 – 203; 1939 – 135; 1959 – 231; 1989 – 235; 2002 – 243; 2010 – 252 кеше. Башҡорттар,...

ОЧЕРК

ОЧЕРК, көнүҙәк соц. һәм рухи-әхлаҡи мәсьәләләргә ҡағылған художестволы‑публицистик жанр. Унда автор тарафынан систе‑ малы һәм типик яҡтан уйланылған, күберәк тормошта бер тапҡыр булған факттар һәм күренештәр художестволы һүрәтләнә. О. жанрының спецификаһы тулыһынса өйрәнеп бөтөлмәгән. Документаль О....

ОЧАКОВ ПЕХОТА ПОЛКЫ

ОЧАКОВ ПЕХОТА ПОЛКЫ 190‑сы, 1910 й. 20 февр. Өфөлә 208‑се Очаков һәм 209‑сы Николаев (1‑се батальон) пехота пол‑ ктары частарынан 243‑сө Златоуст резерв батальоны базаһында ойошторола. О.п.п. 24‑се армия корпусының 48‑се пехота див. составына ингән. Рус-япон һуғышында (1904—05) һәм Беренсе донъя һуғышында...

ОХЛЕБИНИН, Иглин р‑нындағы ауыл

ОХЛЕБИНИН, Иглин р‑нындағы ауыл, Охлебинин а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 45 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 773 кеше; 1920 – 1763; 1939 – 1815; 1959 – 1886; 1989 – 1028; 2002 – 1024; 2010 – 924 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ОХЛЕБИНИН МӘМЕРЙӘҺЕ

ОХЛЕБИНИН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Иглин р‑ны Охлебинин а. көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң битләүендә, Аҡташ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 146 м, тәрәнлеге 18 м, уртаса киңлеге 37 м, уртаса бейеклеге 4,8 м (макс. —...

ОХЛЕБИНИН АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ОХЛЕБИНИН АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Иглин р‑нының Охлебинин а. эргәһендә урынлашҡан. О.а.к. 2 ҡаласыҡ һәм ҡәберлек инә. Охлебинин ҡаласығы II б.э.т. 4 б. — б.э. 3 б. ҡарай.__ Ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта, Ағиҙел й. уң ярында, бейек (120...

ОФТАЛЬМОЛОГИЯ

ОФТАЛЬМОЛОГИЯ (гр. ophthalmoјs — күҙ һәм ...логия), күреү ағзаһының анатомияһын һәм физиологияһын, күҙ ауырыуҙарының, күреү һәләтенең боҙолоу этиологияһын, патогенезын, клиникаһын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән медицина өлкәһе. Өфө губернаһында беренсе күҙ...

ОФРИС

ОФРИС (Ophrys), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙ буйында һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда бөжәкле О. үҫә. Тумалаҡ йәки оҙонса бүлбеле күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Япрағы күкһел төҫтә, тар, ланцет,...

ОТРУБ

ОТРУБ, Рәсәйҙә 20 б. башында крәҫтиәндәргә община еренән хосуси милек итеп бүлеп бирелгән ер участкаһы. О. Столыпин аграр реформаһын үткәреү осоронда барлыҡҡа килә. Общинанан сыҡҡан крәҫтиәндәргә үҙенең баҫыу өлөштәрен бер урынға — О. — туплап, хосуси милек итеп нығытырға рөхсәт ителә. Утарҙан айырмалы...

ОТРАДА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ОТРАДА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыпсаҡ-Асҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 137 кеше; 1939 — 236; 1959 — 128; 1989 — 185; 2002 — 234; 2010 — 208 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

ОТОРИНОЛАРИНГОЛОГИЯ

ОТОРИНОЛАРИНГОЛОГИЯ [гр. uјs (otoјs) — ҡолаҡ, rhis (rhinoјs) — танау, laјrynx (laјryngоs) — тамаҡ һәм ...логия], медицинаның ЛОР ағзалары — ҡолаҡ, тамаҡ (йотҡолоҡ, үңәс, боғарлаҡ), танау һәм улар эргәһендәге ағза‑туҡымалар ауырыуҙары этиологияһын, патогенезын, клиник сағылышын диагностикалау, дауалау...

ОТНУРОК, Белорет р‑нындағы ауыл

ОТНУРОК, Белорет р‑нындағы ауыл, Нура а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 20 км һәм Белорет т. юл ст. 25 км алыҫлыҡта Нура й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 222 кеше; 1989 — 307; 2002 — 253; 2010 — 239 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы Нура урман сәнәғәте...

ОҪТА ҠОРТ

ОҪТА ҠОРТ (Xylocopa valga), яры ҡанатлылар отрядының ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Башлыса Көнбайыш һәм Үҙәк Евразияла, Африканың төньяғында таралған. Кәүҙәһе 2,0—2,8 см оҙонлоҡта (ата ҡорттар вағыраҡ), ҡара төҫтә, күкһел‑миләүшә ялтырауыҡлы, оҙон һирәк төктәр менән ҡапланған. Мыйығы өҫ...

ОСЬКИНА Ирина Николаевна

ОСЬКИНА Ирина Николаевна (10.12.1954, Өфө), сәнғәт белгесе. РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (2005) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). И.Е.Репин ис. Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1986). 1987 й. алып БДХМ‑дың өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1994 й. — БР‑ҙың Мәҙәниәт...

ОСТРОГРАДСКИЙ Борис Александрович

ОСТРОГРАДСКИЙ Борис Александрович (28.9.1879, Чернигов губ. — 23.10.1950, Иркутск өлк. Тайшет ст. янында), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑майор (1919). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Елизаветград кавалерия уч‑щеһын (1900) һәм Кавалерия...