Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЛПАҠ

ҠАЛПАҠ, башҡорттарҙың традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ Ҡ. булған. Ирҙәр Ҡ. баҫып эшләнгән йәки дүрт ҡыйыҡлап, һирәгерәк ике оҙонса ярым түңәрәктән тегелгән, түбәһе конус йәки ярымшар рәүешендә булған, аҫҡы яғы киң, ике яҡҡа айырылып торған (тар ситлеләре өҫкә ҡайтарылып,...

ҠАЛПАҠ, тау

ҠАЛПАҠ, тау. Межгорье ҡ. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 9,4 км алыҫлыҡта, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1194 м, оҙонлоғо 2 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 0,6 км, көньяҡ — 1,2 км. Оҙонса формала. Төньяҡ‑көнсығыш битләүе һөҙәк, көньяҡ‑көнбайышы — текә. Урта рифейҙың машаҡ свитаһы...

ҠАЛТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл

ҠАЛТАЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Мүзәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 191 кеше; 1920 — 201; 1939 — 165; 1959 — 150; 1989 — 105; 2002 — 104; 2010 — 124 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға...

ҠАЛТАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ҠАЛТАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Мишеҙе й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2308 кеше; 1920 — 2472; 1939 — 2136; 1959 — 1227; 1989 — 719; 2002 — 682; 2010 — 437 кеше. Башҡорттар,...

ҠАЛТАСЫ РАЙОНЫ

ҠАЛТАСЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Яңауыл, көнсығышта — Борай, көньяҡта — Дүртөйлө, көнбайышта Краснокама р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бөрө кантоны өйәҙҙәре инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Яңауыл р‑нына...

ҠАЛТАСЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

ҠАЛТАСЫ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Башҡортостандың төньяҡ урман‑дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген, ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культураларының сорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Ҡалтасы р‑ны Кейебәк а. урынлашҡан. Сорт...

ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ҠАЛТАСЫ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү, урманды файҙаланыуҙы көйләү пр‑тиеһы. 1946 й. “Ҡыҙыл Танып”, “Боевик”, “Еңеү” артелдәре базаһында Ҡалтасы район яғыулыҡ пр‑тиеһы булараҡ ойошторола, 1953 й. алып Ҡалтасы район сәнәғәт комбинаты, 1974 й. — Ҡалтасы ағас-таҡта әҙерләү пункты,...

ҠАЛТАСЫ, ауыл, Ҡалтасы р‑ны үҙәге

ҠАЛТАСЫ, ауыл, Ҡалтасы р‑ны (1930—32 йй., 1935—63 йй. һәм 1964 й. алып) һәм Ҡалтасы а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнб. 202 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡалтасы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында, Краснохолмский—Николо-Берёзовка автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. —...

ҠАЛТЫ, һырт

ҠАЛТЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Байғулла й. (Төлмәй й. ҡушылдығы) башынан Манышты й. (Инйәр й. ҡушылдығы) киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Абс. бейеклеге 725 м. Һыртты Төлмән й. ике өлөшкә бүлә: төньяҡ (оҙонлоғо 6 км, киңлеге 3,5 км тиклем) һәм...

ҠАЛТЫМАН, Иглин р‑нындағы ауыл

ҠАЛТЫМАН, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 429; 1939 — 416; 1959 — 231; 1989 — 523; 2002 — 516; 2010 — 530 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт...

ҠАЛУЙ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠАЛУЙ, Кәкүк, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 58 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 195 кеше; 1920 — 267; 1939 — 164; 1959 — 138; 1989 — 99; 2002 — 130; 2010 — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб...

ҠАЛЫМ

ҠАЛЫМ, ҡ а л ы н, төрки һәм монгол халыҡтарында кәләш өсөн хаҡ түләү, йола хоҡуғы нормаларына барып тоташа. Никахҡа инеү өсөн төп шарттарҙың береһе булған. Башҡорттарҙа Ҡ. күләме ҡоҙалау ваҡытында һөйләшелгән һәм ике яҡтың соц.-иҡт. хәленән сығып билдәләнгән. Ҡ. ярайһы уҡ ҙур өлөшөн мал (ниндәй мал...

ҠАЛЫН

ҠАЛЫН, ҡалын алыу, башҡорттарҙа ҡалым малы биреүгә бәйле традицион туй йолаһы. Кәләш яғында төп туй тантаналары (ҡара: Туй) уҙғандан һуң кейәү яғында үткәрелгән. Көньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ-көнбайыш райондарҙа туйҙан һуң йәки 2—3 йыл эсендә, көнсығыш райондарҙа йәштәр никахлашҡанға тиклем, ҡоҙалауҙан һуң...

ҠАЛЫУ, һырт

ҠАЛЫУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Оло Ҡалыу һырты армыты. Ишембай р‑ны Кәбәс а. киңлегенән алып Нөгөш й. уң яры буйлап Ишембай һәм Бөрйән р‑ндары аша Яланайры й. тамағы киңлегенә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 26 км, киңлеге 4 км., абс. бейеклеге 771 м.  700 м тиклем бейеклектәге...

ҠАЛЫУАЙЫРЫ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ҠАЛЫУАЙЫРЫ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ҡолғона а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 93 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Ҡалыуайыры й. (Еҙем й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 69 кеше; 1920 — 131; 1939 — 82; 1959 — 317; 1989 — 132; 2002 — 151; 2010 — 149 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠАМА

ҠАМА (Lutra lutra), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 70—95 см, ауырлығы 5—6 кг. Йөнө ҡара көрән, ҡуңыр йәки көрән, ҡорһағында асығыраҡ, көмөш төҫмөрлө; һырт йөндәре шырт, төпкө мамығы ҡуйы, һыуға сыланмай тиерлек. Башы бәләкәй. Һыуға сумғанда...

ҠАМАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ҠАМАЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 107 км алыҫлыҡта Маты й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 925 кеше; 1920 — 1121; 1939 — 936; 1959 — 649; 1989 — 371; 2002 — 310; 2010 — 243 кеше. Татарҙар йәшәй...

ҠАМҒАҠ

ҠАМҒАҠ, (Gypsophila), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 120 төрө билдәле, башлыса Евразияның уртаса бүлкәтендә, Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк бәләкәй ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ныҡ тармаҡлы, бейеклеге 5—100 см. Япрағы ланцет йәки ҡыяҡ,...

ҠАМҠАЛАР

ҠАМҠАЛАР, к о к ц и н е л л и д а л а р (Coccinellidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. 4 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 26 төрө: ике нөктәле Ҡ., ете нөктәле Ҡ., ун дүрт нөктәле Ҡ., егерме ике нөктәле Ҡ., үҙгәреүсән һ.б. Кәүҙәһе өҫ яҡтан ҡабарынҡы,...

ҠАМЛАУ

ҠАМЛАУ (төркисә ҡам — шаман), башҡорттарҙа шаман (ҡара: Шаманлыҡ), баҡсы тарафынан әруахтар, тәбиғи булмаған, тәбиғәт көстәре һ.б. м‑н бәйләнеш урынлаштырыу өсөн башҡарыла торған ырым. Ауырыу сәбәптәрен асыҡлау һәм бөтөрөү, юғалған кешеләрҙе йәки әйберҙәрҙе эҙләү, яҙмышты, ваҡиғаларҙы күрәҙәләү, һауа...