Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠӘЙҮМОВ Руслан Исмәғил улы

ҠӘЙҮМОВ Руслан Исмәғил улы (11.2.1981, Копейск ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). Копейск ҡ. 2‑се СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры И.Е.Ивашин), 1994—2002 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Рәсәй чемпионы (1998—99),...

ҠӘЙҮМОВ Фәрит Әмирйән улы

ҠӘЙҮМОВ Фәрит Әмирйән улы (12.11.1934, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), гистолог. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. табибы (1994), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1960 й. тиклем Ҡырмыҫҡалы р‑ны Алайғыр дауаханаһы мөдире, 1963 й. алып БДМУ-ла...

ҠӘЙҮМОВ Хәүис Мырҙайән улы

ҠӘЙҮМОВ Хәүис Мырҙайән улы (2.6.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Сереккүл а., хәҙ. БР‑ҙың Илеш р‑ны, — 23.5.2006, Дүртөйлө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1981). Силәбе совет-партия мәктәбен (1963), БАХИ‑ны (1974) тамамлаған. 1947—50 йй. Илеш р‑нында эшләй: Йәркәй МТС‑ы тракторсыһы,...

ҠӘЙҮМОВА Әлиә Фәрит ҡыҙы

ҠӘЙҮМОВА Әлиә Фәрит ҡыҙы (4.8.1961, Өфө), физиолог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Ф.Ә.Ҡәйүмовтыңҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем һәм 1989 й. алып шунда уҡ эшләй (2000 й. алып нормаль физиология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре химик матдәләр,...

ҠӘЙҮМОВА Суфия Абдрахман ҡыҙы

ҠӘЙҮМОВА Суфия Абдрахман ҡыҙы (18.12.1920, Өфө — 5.8.2005, шунда уҡ), балет артисы. Башҡ. театр‑ художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1938; педагогы К.В.Матсон) 1969 й. тиклем БДОБТ‑ла эшләй. Төп спектаклдәрҙең бөтәһендә лә: Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”), Р.М.Глиэрҙың...

ҠӘЙҮП, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ҠӘЙҮП, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Топҡонды й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 365 кеше; 1939 — 394; 1959 — 198; 1989 — 146; 2002 — 138; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар...

ҠӘЛҒӘЛӘР

ҠӘЛҒӘЛӘР, ян-яҡлап оборонаға һәм оҙайлы ҡамауға әҙер даими гарнизонлы нығытмалар. Башҡортостан терр‑яһында Ҡ. ҙур торамалар төҙөлгәндән һуң барлыҡҡа килә. Башҡортостандың Рус дәүләтенәҡушылыуынан һуң төбәктә күпләп Ҡ. төҙөү башлана. Улар яңы ерҙәрҙе колониялаштырыу өсөн плацдарм һәм дошман һөжүм иткәндә...

ҠӘЛҒӘЛӘР

ҠӘЛҒӘЛӘР, ян-яҡлап оборонаға һәм оҙайлы ҡамауға әҙер даими гарнизонлы нығытмалар. Башҡортостан терр‑яһында Ҡ. ҙур торамалар төҙөлгәндән һуң барлыҡҡа килә. Башҡортостандың Рус дәүләтенәҡушылыуынан һуң төбәктә күпләп Ҡ. төҙөү башлана. Улар яңы ерҙәрҙе колониялаштырыу өсөн плацдарм һәм дошман һөжүм иткәндә...

ҠӘМӘР

ҠӘМӘР, башҡорт ир‑егеттәренең ҡаптырмалы киң традицион билғауы (ҡара: Башҡорт кейеме). Ҡ. тегеү өсөн биҙәкле буҫтау, бәрхәт, ебәк ҡулланғандар. Сигеү, уҡа, аҡыҡ, фирүзә, ынйы ҡашлы көмөш йәки алтын ялатылған металл таралғы м‑н биҙәгәндәр. Елән, камзул өҫтөнән йөрөткәндәр. Ҡ. ғәҙәттә байрам (туй) ваҡытында...

ҠӘНӘФЕР

ҠӘНӘФЕР (Dianthus), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, башлыса Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә: Андржевский Ҡ., төҫлө Ҡ., ҡыҙыл Ҡ. һ.б. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, һирәгерәк үрмәле, бейеклеге 20— 70 см. Япраҡтары ҡыяҡ, таҫма‑ланцет...

ҠӘНӘФЕР ҺЫМАҠТАР

ҠӘНӘФЕР ҺЫМАҠТАР (Caryophyllaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 80 заты, 2000 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үлән, һирәкләп ҡыуаҡ, ҙур булмаған ағас. Башҡортостанда 23 заттан 72 төр (умырзая, сүлһөйәр, баҡра, һабынсәскә, минуарция, һимерүлән, һабын үләне, йомшаҡсәс, шәфәҡгөл,...

ҠӘНЗӘФӘР БЕЙ

ҠӘНЗӘФӘР БЕЙ, мең ырыуы башлығы. Меңдәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтар б‑са, Ҡ.б. мең ырыуы аралары башлыҡтары — Томан, Урман, Сублуҡ м‑н бергә мең башҡорттарының Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара: Башҡортостандың Рус...

ҠӘНЗӘФӘР УСАЕВ

ҠӘНЗӘФӘР УСАЕВ [1738, Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы Саҡмағош а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 10.7.1804, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ.], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв бригадиры. Мишәр. Нуғай даруғаһыныңДыуан-Табын улусы Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) йәшәгән. Шул уҡ улустың...

ҠӘНЗИ АБДУЛОВ

ҠӘНЗИ АБДУЛОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорто. Ихтилалға 1773 й. аҙ. ҡушыла. 22 дек. Әбдей Абдуллов м‑н Уҫыға килә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. С.У.Таймаҫов Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев...

ҠӘРИПОВ Кәшфи

ҠӘРИПОВ Кәшфи (Кәшфеласрар Мәғҙәннур улы) [1892, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Байталлы а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 1918, Бөрө ҡ.], башҡ. шағиры. “Ғосмания” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1915) шунда уҡ уҡыта, “Тормош”, “Алға” гәз. эшләй. 1910—13 йй. “Нур” гәз. (С.‑ Петербург), “Аҡмулла” ж. тәүге шиғырҙарын...

ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы

ҠӘРИПОВ Низам Ҡәрип улы (25.7.1905, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙ. Дыуан р‑ны Иҫке Хәлил а., – 26.10.1942, Сталинград өлк. Котлубань ҡсб), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Татар коммунистик ун‑тында уҡыған (Ҡазан, 1929—33). 1925—27 йй. Мәсетле улусы ком‑ты секретары,...

ҠӘҺҠӘҺӘ, миф. персонажы

ҠӘҺҠӘҺӘ (фарс. – шарҡылдаҡ, мыҫҡыллап көлөүсе), башҡ. мифологияһында яуыз иблес. “Урал батыр” эпосында Ҡ. – төрлө ҡиәфәткә инә алған йыландар батшаһы. Тәбиғәт афәттәре тыуҙыра алған тылсымлы таяғы була. Улы Зәрҡум м‑н Урал батырҙы үлтермәксе була. Үҙенең батшалығы ҡолатылғандан һуң, Ҡ. Әзрәҡә м‑н берләшә...

ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР

ҠИММӘТЛЕ ҠАҒЫҘҘАР, эйәһенең йәки күрһәтеүсенең айырым хоҡуҡтары теркәлгән финанс документтары. Ҡ.ҡ. төрҙәре: атамай бирелгән облигациялар, векселдәр, чектар, акциялар, хосусилаштырыу Ҡ.ҡ., депозит һәм һаҡлау сертификаттары, коносаменттар, банк һаҡлау кенәгәләре, закладҡа һалынғандар һ.б. Ғәмәлдә һәм...

ҠИММӘТЛЕ ТИРЕЛЕ ЙӘНЛЕКТӘР

ҠИММӘТЛЕ ТИРЕЛЕ ЙӘНЛЕКТӘР, тиреләре тире изделиелары яһау өсөн ҡулланылған имеҙеүселәр. Йөҙәрләгән төрө билдәле, киң таралғандар. Башҡортостанда Ҡ.т.й. яҡынса 30‑ға яҡын төрө (америка шәшкеһе, йылға ҡондоҙо, ондатра, тейен, һеләүһен, һыуһар, эт‑янут һ.б.) йәшәй, улар кимереүселәр, ҡуян һымаҡтар, бөжәк...

ҠИССА, жанр

ҠИССА (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Көньяҡ-Көнбайыш Азия халыҡтарының әҙәбиәте һәм фольклорындағы дастанға яҡын булған эпик жанр. Шиғри йәки шиғрисәсмә формала була. Ғәҙәттә өгөт- нәсихәт рәүешендә ижад ителә. Йөкмәткеһе б‑са тарихи‑героик, мөхәббәтле‑мажаралы һәм дини‑дидактик Ҡ. айырып йөрөтәләр....