Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠӘЙЕПОВ Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы

ҠӘЙЕПОВ Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы (1825—?), кантон башлығы, зауряд-яҫауыл (1862). Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тәлтем-Юрматы улусы Йомағужа а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) башҡорто. 1849 й. алып йорт старшинаһы, 1855 й. — 27‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1856 й. — 28‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1859 й....

ҠӘЙЕПҠОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

ҠӘЙЕПҠОЛ, Һарт, Учалы р‑нындағы ауыл, Яңы Байрамғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 63 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Шәгәр й. (Миндәк й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 130 кеше; 1920 — 229; 1939 — 235; 1959 — 155; 1989 — 78; 2002 — 117; 2010 — 107 кеше....

ҠӘЙЕП ЕЙӘНБӘТОВ

ҠӘЙЕП ЕЙӘНБӘТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Польша походында (1771—73) ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1771—73 йй. Речь Посполитаяға ебәрелгән башҡ. ғәскәренең 4‑се төркөмө командиры. Ихтилалға 1773 й. көҙөндә...

ҠӘЙЕП

ҠӘЙЕП, Ҡ.‑Мөхәммәт-Баһадир, ҡарағалпаҡтар һәм Ҡаҙаҡ ханлығы ханы (1715—18, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1708—29). Башҡорт ихтилалында (1704—11) ҡатнаша. 1708 й. башында баш күтәреүселәр тарафынан башҡ. ханы тип иғлан ителә, һуңыраҡ уның улы Хажи хакимлыҡ итә. 1718 й. Джунгар ханлығы м‑н һуғыш ваҡытында Рәсәй...

ҠӘҘИМСЕЛЕК

ҠӘҘИМСЕЛЕК (ғәр. ҡәҙим — иҫке), Урал-Волга буйы мосолмандарының консерватив идея-сәйәси һәм дини хәрәкәте. 19 б. аҙ. капиталистик мөнәсәбәттәр урынлашҡандан һуң төрки-мосолман йәмғиәтендә барған үҙгәрештәргә яуап рәүешендә барлыҡҡа килә; йәдитселеккә ҡаршы тора. Ҡ. исламдың формалашҡан әхлаҡи ҡиммәттәрен...

ҠӘҘЕРҒОЛОВ Мөхәмәт Нурғәле улы

ҠӘҘЕРҒОЛОВ Мөхәмәт Нурғәле улы [10.3.1919, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 16.10.1998, БР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.], ҡурайсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып почта, дәүләт страховкалау инспекцияһы хеҙм‑ре, 1970 й. — балалар...

ҠӘҘЕРҒӘЛИЕВ Леонид Иванович

ҠӘҘЕРҒӘЛИЕВ Леонид Иванович [6.11.1925, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Надир а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 1985, Силәбе ҡ.]. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. алып 1‑се, 2‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се танк армияһы 16‑сы танк корпусы...

ҠӘҘЕР, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠӘҘЕР, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡәҙер а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 127 км алыҫлыҡта Олойылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1386 кеше; 1920 — 1680; 1939 — 1344; 1959 — 917; 1989 — 861; 2002 — 832; 2010 — 754 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҠӘҘЕР, Дыуан р‑нындағы ауыл

ҠӘҘЕР, Дыуан р‑нындағы ауыл, Рухтин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 16 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 609 кеше; 1920 — 602; 1939 — 479; 1959 — 537; 1989 — 427; 2002 — 437; 2010 — 400 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп...

ҠӘҘЕР, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ҠӘҘЕР, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Атарша а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Алйылға й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 450 кеше; 1920 — 346; 1939 — 204; 1959 — 178; 1989 — 308; 2002 — 169; 2010 — 128 кеше....

ҠӘҘЕР ТОРАМАҺЫ

ҠӘҘЕР ТОРАМАҺЫ, неолит — иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4‑се мең йыллыҡ — б.э. 3 б. ҡарай. Дыуан р‑ны Ҡәҙер а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1987 й. А.И.Лебедев, 1990 й. Г.Н.Гарустович тикшерә. Күп...

ҠӘҘЕР ҠУРҒАНДАРЫ

ҠӘҘЕР ҠУРҒАНДАРЫ, Горохов мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 4 б. 2‑се ярт. ҡарай. Дыуан р‑ны Ҡәҙер а. янында Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1964 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1987 й. А.И.Лебедев, 1988— 1992 йй. Г.Н.Гарустович тикшерә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр (диам. 5—8 м, бейеклеге...

ҠӘҒБӘ

ҠӘҒБӘ (ғәр. — куб), исламдың иң мөҡәддәс урыны, бөтә мосолмандар ҙа намаҙ ваҡытында уның яғына йөҙөн бора. Ҡ. Мәккә ҡ. (Сәғүд Ғәрәбстаны) төп мәсеттең (әл-Мәсжид әл-Харам) уртаһында урынлашҡан, бейеклеге 15 м, нигеҙе 12×10 м куб рәүешендәге таш бина. Ғәҙәттә Ҡ. ҡара, хаж ваҡытында аҡ япма (кисва) м‑н...

ҠӘБИЛӘ

ҠӘБИЛӘ, этник һәм соц. берлек тибы. Ҡ. уның ағзаларының үҙ-ара туғанлығы, күп баҫҡыслы структура, этнонимы (ҡара: Этнонимика), сиктәре теүәл билдәләнгән терр‑яһы, теле (йәки диалекты), дөйөм ҡәбилә үҙидараһы (башлыҡ, ҡәбилә кәңәшмәһе), уртаҡ ата-баба т‑да төшөнсә (башлыса мифик ата-баба) булыу, мәҙәниәт...

ҠӘБЕРЛЕК

ҠӘБЕРЛЕК, археологик ҡомартҡы, ерләү урындары комплексы. Ерләү ысулдары б‑са тупраҡтан, таштан йәки ҡатнаш таш-тупраҡ өйөмдәренән торған ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ (өйөмһөҙ) Ҡ. бүленә; ҡатнаш ҡурғанлы‑өйөм һөҙ Ҡ. осрай. Һәр бер ҡурғанда 1 йәки бер нисә ҡәбер булыуы мөмкин, ш. уҡ элекке ҡәбер өҫтөнә ерләү...

ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘҮ СПОРТЫ

  ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘҮ СПОРТЫ, спорт төрө, тәбиғи (ҡая) йәки яһалма (скалодром) рельеф б‑са үрмәләү. Ярыштарҙы тиҙлек, ауырлыҡ, боулдеринг (ҡатмарлы ҡыҫҡа трассаларҙы һаҡлаусы ҡулайламаларһыҙ үтеү) һ.б. б‑са айыралар. Башҡортостанда Ҡ.ү.с. альпинизмдың бер тармағы булараҡ 20 б. 60‑сы йй. башында үҫеш ала....

ҠАЯҒА ТӨШӨРӨЛГӘН ҺҮРӘТТӘР

ҠАЯҒА ТӨШӨРӨЛГӘН ҺҮРӘТТӘР, мәмерйә стеналарына һәм түшәмдәренә, асыҡ ҡая өҫтәренә һәм айырым таштарға төшөрөлгән һүрәттәр рәүешендәге археологик ҡомартҡылар. Башҡарыу техникаһы б‑са Ҡ.т.һ. яҙыуҙарға (буяу пигменты м‑н эшләнгән), петроглифтарға (ташҡа соҡоп төшөрөлгән) һәм барельефтарға айырып йөрөтөлә. Башҡортостан...

ҠАШМАУ

ҠАШМАУ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының башлыҡтың артҡы яғына оҙон, тар ҡойроҡ ҡуйып, торҡа рәүешендә тегелгән традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Арҡалығын һәм түбәһен буҫтауҙан, ҡыҙыл төҫтәге киндерҙән, кейеҙ йәки буҫтау эслек ҡуйып, өҫтөн көмөш тәңкә, мәрйен, төрлө төҫтәге сәйлән м‑н биҙәп, теккәндәр....

ҠАШҠАР, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ҠАШҠАР, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Ҡалмашбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 45 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 458 кеше; 1959 – 334; 1989 – 148; 2002 – 150; 2010 – 133 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты...