Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРЛУҒАС ҮЛӘНЕ

ҠАРЛУҒАС ҮЛӘНЕ (Vincetoxicum), ҡарлуғас үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки уралыусан, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 10—120 см. Япрағы ябай, йомортҡа йәки эллипс формаһында,...

ҠАРИҘЕЛ, ауыл, Ҡариҙел р‑ны үҙәге

ҠАРИҘЕЛ, ауыл, Ҡариҙел р‑ны (1932—56 йй. һәм 1963 й. алып) һәм Ҡариҙел а/с үҙәге; пристань. Өфөнән Т.‑Көнс. 217 км һәм Щучье озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Бағаҙы й. (Өфө й. ҡушылдығы) тамағында, Павловка һыуһаҡлағысы янында Бөрө—Таҙтүбә—Һатҡы автомобиль юлында урынлашҡан....

ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫ

ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Асҡын, көнсығышта — Дыуан, көньяҡта — Нуриман һәм Благовещен, көньяҡ‑көнбайышта — Мишкә, төньяҡ‑көнбайышта Балтас р‑ндары м‑н сиктәш. 1932 й. 20 февр. БАССР‑ҙың Байҡы районы бөтөрөлөү һәм Асҡын, Мишкә р‑ндарын эреләтеү арҡаһында барлыҡҡа...

ҠАРҘАҒОШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ҠАРҘАҒОШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 189 кеше; 1959 – 222; 1989 – 237; 2002 – 263; 2010 – 214 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

ҠАРҒЫШ

ҠАРҒЫШ, башҡ. йола фольклоры жанры, объектҡа кире тәьҫир итеүгә һәләтле теләк (һүҙ) формулаһы. Һүҙҙең тылсым көсөнә ышаныуға бәйле исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Шиғри һәм сәсмә формала йәшәй. Адресатҡа бәлә (үлем, ауырыуҙар, хәйерселек, ғаилә ыҙғыштары һ.б. уңышһыҙлыҡтар) килтереү...

ҠАРҒАТУЙ

ҠАРҒАТУЙ, ҡарға туйы, ҡарға бутҡаһы, башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған традицион байрамы. Яҙ—йәй мәлендә (апр. аҙағынан июнь уртаһына тиклем) үткәрелгән, ваҡыт үтеү м‑н яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға тура килтерелгән. Ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар (14 йәшкә тиклемге малайҙар) тауға йәки башҡа ҡалҡыу...

ҠАРҒАЛЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл

ҠАРҒАЛЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Ҡарғалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 2870 кеше; 1939 – 463; 1959 – 190; 1989 – 157; 2002 – 219; 2010 – 199 кеше. Башҡорттар,...

ҠАРҒАЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ҠАРҒАЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 465 кеше; 1920 – 618; 1939 – 497; 1959 – 495; 1989 – 199; 2002 – 196; 2010 – 161 кеше. Татарҙар,...

ҠАРҒАЛЫ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ҠАРҒАЛЫ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 54 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 108 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 181 кеше; 1939 – 235; 1959 – 213; 1989 – 181; 2002 – 217; 2010 – 186 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ҠАРҒАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ

ҠАРҒАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а. урынлашҡан. 1886 й. ир балалар земство мәктәбе булараҡ асыла. 1911 й. алып ҡала училищеһы. 1918 й. ҡыҙ балалар земство мәктәбе (1903 й. нигеҙләнгән) м‑н берләштерелә, 1932 й. башлап башланғыс, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын...

ҠАРҒАЛЫ МӘҘРӘСӘЛӘРЕ

ҠАРҒАЛЫ МӘҘРӘСӘЛӘРЕ, 1746— 1920 йй. Ҡарғалы биҫтәһендә (ҡара: Сәйет биҫтәһе) эшләгән мосолман мәктәптәре комплексы. Биҫтәләге тәүге мәҙрәсә 1746 й. 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендә һалына. Биҫтәлә яңы мәсеттәр төҙөлөү м‑н (сауҙагәрҙәр һәм диндарҙар аҡсаһына) уларҙың эргәләрендә мәҙрәсәләр ҙә асыла. Биҫтәлә...

ҠАРҒАЛЫ Әбелмәних

ҠАРҒАЛЫ Әбелмәних (ысын исеме Ғәбдессәләмов Әбелмәних Әбделфәиз улы; 1782, Ырымбур губ. ш. уҡ өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., — яҡынса 1833, шунда уҡ), суфый шағир. Ахун ғаиләһенән. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә, Бохара ҡ. мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен...

ҠАРҒАЛЫ

ҠАРҒАЛЫ, бронза быуаты – тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө, ҡомартҡылар Һаҡмар й. түбәнге ағымы басс., Ырымбур өлк. Октябрь, Һаҡмар, Александровка, Переволоцк р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал буйының тау итәге далаларын биләп тора. Майҙаны яҡынса 500 км2. Баҡырлы ҡомташтар ятҡылығын...

ҠАРҒАЛЫ

ҠАРҒАЛЫ, бронза быуаты – тимер быуат археологик ҡомартҡылары төркөмө, ҡомартҡылар Һаҡмар й. түбәнге ағымы басс., Ырымбур өлк. Октябрь, Һаҡмар, Александровка, Переволоцк р‑ндары сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал буйының тау итәге далаларын биләп тора. Майҙаны яҡынса 500 км2. Баҡырлы ҡомташтар ятҡылығын...

ҠАРҒАЛАР

ҠАРҒАЛАР (Corvidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 26 заты, яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 6 заттан 8 төрө бар. Ҡ. күпселеге (ала ҡарға, баянғош, ҡыжҡылдаҡ, сәүкә) күсмә, ҡайһы бер төрҙәре (бараба, ҡоҙғон, һайыҫҡан) — ултыраҡ, ҡара ҡарға — күсәр, даими ҡышлаусы...

ҠАРҒА, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠАРҒА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта Алпыяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 649 кеше; 1920 – 652; 1939 – 676; 1959 – 741; 1989 – 563; 2002 – 540; 2010 – 556 кеше. Мариҙар йәшәй...

ҠАРҒА КҮҘЕ

ҠАРҒА КҮҘЕ (Paris), өсъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда дүрт япраҡлы Ҡ.к. үҫә. Оҙон һырылыусы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—40 см. Япрағы (һаны — 4) киң эллипс...

ҠАРГИҘӘРҘӘР СПОРТЫ

ҠАРГИҘӘРҘӘР СПОРТЫ, мотоспорт төрө, ҡаргиҙәр кросында, кантри‑кросында (тигеҙһеҙ урында түңәрәк буйлап уҙышыу) һ.б. ҡаргиҙәрҙәрҙә ярыштар. 1990 й. Башҡортостанда Өфөнөң Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионында СССР, Канада һәм АҠШ уҙышсылары ҡатнашлығында Ҡ.с. б‑са “Дуҫлыҡ” кубогына тәүге ярыштар үтә....

ҠАРГИҘӘР

ҠАРГИҘӘР, ҡар һәм боҙ өҫтөндә йөрөү өсөн ер өҫтө транспорт сараһы. Киң сылбырҙар ярҙамында хәрәкәткә килтерелә һәм башлыса машинаның алғы өлөшөндә торған ике саңғы табаны м‑н идара ителә. Сылбырҙары резинанан йәки композициялы материалдарҙан, корпусы алюмин иретмәләренән, ҡорос йәки быяла пластиктан...

ҠАРАЯР, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ҠАРАЯР, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡараяр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 190 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 933 кеше; 1989 — 912; 2002 — 729; 2010 — 751 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....