Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАРЛАУЫҠ

ТАРЛАУЫҠ, йылға эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡаты нигеҙле тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән, текә ҡая ташлы битләүҙәре булған тар тау үҙәне. Т. тәрәнлеге киңлегенән ҙурыраҡ, төбө башлыса йылға үҙәне булып тора. Башҡортостанда Т. Ағиҙел й. киңлек ағымы өлөшөндә осрай, бында йылға тәпәш тауҙарҙы киҫеп үтә....

ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС

ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС, тулайым йәмәғәт продуктын етештереү һәм бүлеүҙә иҡт.‑матем. модель, тармаҡ‑ара етештереү бәйләнештәрен һүрәтләй: бер тармаҡтағы продукцияны етештереү һәм был продукцияны етештереү өсөн тотонолған башҡа тармаҡ продукциялары (сығымдары). Халыҡ хужалығын өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Т.‑а.б....

ТАРМАҠ-АРА ИНСТИТУТ

ТАРМАҠ-АРА ИНСТИТУТ, өҫтәлмә проф. белем биргән шәхси мәғариф учреждениеһы. 1967 й. Өфөлә “Башмежколхозстрой” уҡыу‑курс комб‑ты булараҡ асыла, 1992 й. алып “Башкирскагропромстрой”, 1998 й. — Башҡ‑н тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә проф. әҙерлек уҡытыу-методик үҙәге, 2002...

ТАРТАЙ

ТАРТАЙ (Crex crex), һыу тауыҡтары ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала һәм Көнбайыш Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 27—30 см, ауырлығы 80—200 г, ҡанат йәйеме 46—53 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, кәүшәк, көрәнһыу йәки һорғолт ерән төҫтә, арҡаһында сыбарлыҡтар һәм ян‑яғында арҡыры һыҙаттар бар, ҡанаттары...

ТАРТАР, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ТАРТАР, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Киҫәкҡайын а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Бәҙрәшбаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 299; 1939 — 270; 1959 — 223; 1989 — 173; 2002 — 136; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ТАРУТ

ТАРУТ (Мilium), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда тарбаҡлы Т. үҫә. Тамырһабаҡлы үлән. Һабағы йыуан, шыма, бейеклеге 60—100 см. Япрағы киң ҡыяҡлы, яҫы, йомшаҡ. Башағы ваҡ, бер сәскәле, асыҡ йәшел төҫтә,...

ТАРХАН

ТАРХАН, 1) боронғо төрки дәүләттәрҙә юғары ҡатлам титулы. Башҡорттарҙа Т. титулы Монгол империяһы дәүерендә таралыу алған, тип фараз ителә; Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң айырым хәрби, дипломатик һ.б. хеҙмәттәр өсөн батша исеменән бирелгән; нәҫел б‑са күскән һәм шәхси Т. титулдары булған....

ТАРХАН, Шаран р‑нындағы ауыл

ТАРХАН, Шаран р‑нындағы ауыл, Шаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.-Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 651 кеше; 1920 — 866; 1939 — 592; 1959 — 396; 1989 — 335; 2002 — 179; 2010 — 174 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Ҡазан...

ТАРХОВ Сергей Владимирович

ТАРХОВ Сергей Владимирович (29.9. 1957, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2010), проф. (2014). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй (1995—97 йй. информатика каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы). Фәнни эшмәкәрлеге белем биреү системалары өсөн мәғлүмәт‑уҡытыу мөхиттәрен проектлауға арналған....

ТАРЫ

ТАРЫ (Panicum), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Азияла, Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда ябай Т. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 45—150 см. Япрағы ҡыяҡлы. Сәскәлеге — һепертке. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше —...

ТАҪҠАҠЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

 ТАҪҠАҠЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 851 кеше; 1920 — 967; 1939 — 681; 1959 — 466; 1989 — 215; 2002 — 212; 2010 — 154 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТАҪМА ҠОРТТАР

ТАҪМА ҠОРТТАР, ц е с т о д а л а р (Cestoda), яҫы ҡорттар класы. 3 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Умыртҡалыларҙың аш һеңдереү юлы паразиттары. БР‑ҙа яҡынса 140 төрө табылған. Кәүҙәһе таҫма һымаҡ, оҙонлоғо 0,5 см алып (иргәйел цепене, эхинококк) 5 м, ҡайһы берҙә 10 м тиклем (һыйыр...

ТАҪТАР

ТАҪТАР (иран теленән дастор — сәллә, таҫтамал йәки баш кейеме), башҡорт ҡатын-ҡыҙының традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Асыҡ төҫтәге киндер йәки кизе-мамыҡ туҡыманан (күберәк ситсанан) теккәндәр. Оҙонлоғо 3 м еткән таҫтамал рәүешендәге Т. башҡа ике ҡат уратып, бер осон арҡаға, икенсеһен алға...

ТАТ-БИКШЕК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ТАТ-БИКШЕК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Яңы Килбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Иҫәнбай й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 170 кеше; 1939 — 258; 1959 — 219; 1989 — 109; 2002 — 104; 2010 — 73 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ТАТ-КӨСӨК, Шаран р‑нындағы ауыл

ТАТ-КӨСӨК, К ө с ө к, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 341 кеше; 1920 — 297; 1939 — 286; 1959 — 139; 1989 — 63; 2002 — 105; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар,...

ТАТАР ӘҘӘБИӘТЕ

ТАТАР ӘҘӘБИӘТЕ башҡорт әҙәбиәте м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Быға Башҡортостан м‑н Татарстандың терр. яҡынлығы ғына түгел, ә башҡ. һәм татар халыҡтарының уртаҡ тарихи яҙмышы, башҡорт теле м‑н татар теленең оҡшашлығы булышлыҡ итә. Хәҙ. башҡ. һәм татар телдәре формалашҡанға тиклем башҡорттар һәм татарҙар...

ТАТАР БҮЛЕГЕ

ТАТАР БҮЛЕГЕ, пермдең өҫкө (өсөнсө) бүлеге (1960—2006 йй. татар ярусы). Биармия бүлегендә ята, триастың аҫҡы бүлеге м‑н ҡаплана. С.Н.Никитин тарафынан ярус рангыһында айырып күрһәтелә (1887). Стратотибы булған өлкәлә сыбар карбонат ҡатламдары м‑н сиратлашҡан ҡыҙыл төҫлө ҡом‑балсыҡ ултырмаларынан тора....

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ. 1995 й. Бәләбәй ҡ. художество-эстетика бүлеге м‑н татар гимназияһы булараҡ асыла, 1998 й. алып сәнғәт бүлеге булған татар гимназияһы. Сәнғәт бүлегендә аккордеон, баян, ҡурай, скрипка, фортепиано, еҙ тынлы һәм һуҡма инструменттар, һынлы сәнғәт, хореография кластары б‑са уҡытыу алып...

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ №65

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ №65. Өфөлә урынлашҡан. 1952 й. 15‑се урта мәктәп булараҡ асыла, 1956 й. алып 65‑се, 1960 й. — 65‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, 8 интерактив кабинеты, китапханаһы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, “Мираҫ” этнография музейы,...

ТАТАР ЙӘМӘҒӘТ ҮҘӘГЕ

ТАТАР ЙӘМӘҒӘТ ҮҘӘГЕ, БР‑ҙа йәшәгән татарҙарҙың мәҙәниәтен, телен, әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың граждандар, сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. ойошторола. Бөтә татар йәмәғәт үҙәгенә (Ҡазан) ҡарай. Иң юғары органы...