Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше аҙыҡ итеп ҡулланған йәки ашарға яраҡлы ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәр. Башҡортостанда иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, баҡса культуралары, йәшелсә культуралары, май биреүсе культуралар, емеш культуралары киң файҙаланыла. Ҡулланылыу үҙенсәлеге б‑са ҡырағай А.я.ү....

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ БӘШМӘКТӘР

АШАРҒА ЯРАҠЛЫ БӘШМӘКТӘР, кеше өсөн ашарға яраҡлы аскомицеттар (бүрекбаштар, тубырсыҡбаштар, трюфелдәр) һәм базидиомицеттар (эшләпәле бәшмәктәрҙең күпселеге). 500‑гә яҡын төрө билдәле, БР‑ҙа 150‑нән ашыу төрө бар. Хужалыҡтағы әһәмиәте б‑са А.я.б. категорияларға айырыла: 1‑се (аҡ бәшмәк, гөрөздә, деликатес,...

АШАП ЗАВОДЫ

АШАП ЗАВОДЫ, 1741 й. А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Ирәкте улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Оло Ашап й. (Айран й. ҡушылдығы) буйында ба­ҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Демидовтар, 1862 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте,...

АШАЛЫУ

АШАЛЫУ, ер өҫтөндә тау тоҡомдарының үҙгәреү һәм емерелеү процесы. Физик (механик) һәм химик А. айырыла. Физик А. — т‑ра үҙгәреү, ярыҡтарҙа һыу туңыу һәм иреү һ.б. тәьҫире аҫтында тоҡомдарҙың емерелеүе. Физик А. һөҙөмтәһендә төп тоҡомдар сыҡҡан урында төрлө ҙурлыҡтағы ватыҡ материал барлыҡҡа килә: таш...

АЧЕРИ-БИАТЛОН

АЧЕРИ-БИАТЛОН, спорт төрө, биатлон төрө, билдәләнгән сиктәрҙә сәпкә уҡ атыу м‑н барған саңғы ярышы. БР‑ҙа А.‑б. үҫешә башлауы 1997 й. Бөрө ҡ. ДЮСШ‑нда тәүге А.‑б. бүлеге асылыуға бәйле. 2000 й. А.‑б. бүлектәре Өфө р‑ны СДЮШОР‑ында (Авдон а.) һәм Белорет ҡ. ДЮСШ‑нда асыла. 1998 й. Бөрөлә А.‑б. б‑са 1‑се...

АЦИДОФИЛДАР

АЦИДОФИЛДАР (лат. acidus — әсе һәм ...фил), артыҡ кислоталылыҡ булған субстратта йәшәгән организмдар. Ацидофил микроорганизмдарға һөт к‑таһы, май к‑таһы һәм уксус к‑таһы бактериялары ҡарай. Тәбиғәттә айырыуса һөттә һәм һөт аҙыҡтарында (Lactobacillus lactis, L. bulgaricus, Streptococcus lactis һ.б.),...

АЦЕТОН, диметилкетон

АЦЕТОН, диметилкетон, СН3СОСН3, иң ябай кетон. Үҙен­сәлекле еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү −94,6°С, tҡайнау 56,5°С, тығыҙлығы 792 кг/ м3. Органик эреткестәрҙә яҡшы эрей, һыу м‑н теләһә ниндәй нисбәттәрҙә ҡушыла. Нарко­тик тәьҫиргә эйә (ПДК 200 мг/ м3). Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Өфө синтетик спирт з‑дында...

АЦЕТИЛЕН, этин

АЦЕТИЛЕН, этин, CH≡CH, ацетилендар рәтендәге иң ябай углеводород. Төҫһөҙ газ; tиреү −80,8°С, tҡайнау −83,5°С, тығыҙлығы 1089,6 кг/ м3, тоҡаныу концентрацияларының сиктәре 2,5—81% (күләме б‑са). Ацетонда, диметилформамидта яҡшы эрей, һыуҙа — насар. Көслө булмаған наркотик тәьҫиргә эйә (ПДК 0,3 мг/ м3)....

АЦЕТАЛДӘР

АЦЕТАЛДӘР (1,1-диалкоксиалкандар һәм 1,3-диоксациклоалкандар), 1,1-, 1,2- йәки 1,3-гликолдәрҙең һәм гидратлаштырылған альдегидтарҙың HRC(OR’)(OR”) дөйөм формулалы (R, R’, R” — органик радикалдар) ябай эфирҙары. Циклһыҙ симметриялы (R’, R” бер төрлө), симметрияһыҙ, йәки ҡатнаш А. (R’, R” башҡа төрлө);...

АҺЫЛАЙ, Өскүл, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

АҺЫЛАЙ, Өскүл, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 85 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Биҙгенде й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 265; 1939 — 214; 1959 — 311; 1989 — 353; 2002 — 402; 2010 — 397 кеше. Башҡорттар...

АХУНОВ Рөстәм Ринат улы

АХУНОВ Рөстәм Ринат улы (22.8.1978, Өфө ҡ.), иҡтисадсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2018), иҡтисад фәндәре докторы (2018). БР‑ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2015). БДУ‑ның иҡтисад факультетын (2000) һәм Хоҡуҡ институтын (2002), РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы...

АХУНОВ Мәсәбих Фәтхелислам улы

АХУНОВ Мәсәбих Фәтхелислам улы [3.3.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Маншыр а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 8.6.2008, Воронеж ҡ.], график. РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1976). РФ‑тың Рәссамдар союзы ағзаһы (1967). Ҡазан сәнғәт уч‑щеһында уҡыған (1950—51; педагогы В.И.Куделькин). 1959—66 йй. Воронеж ТВ‑һы һәм “Коммуна”...

АХУНОВ Ғариф (Ғарифйән) Ахунйән улы

АХУНОВ Ғариф (Ғарифйән) Ахунйән улы (18.9.1925, ТАССР‑ҙың Өсөйлө а. — 4.6.2000, Ҡазан, ТР‑ҙың Арса ҡсб ерләнгән), яҙыусы. ТР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1993). ТР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1998). 1974—84 йй. ТАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1975—84 йй. РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. “Йәшлек йәме”...

АХУНЙӘНОВ Таһир Исмәғил улы

АХУНЙӘНОВ Таһир Исмәғил улы [15.9.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Муса а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 25.11.2013, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Тарих ф. канд. (1961). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1984) ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге...

АХУНЙӘНОВ Әнүәр Мәхмүт улы

АХУНЙӘНОВ Әнүәр Мәхмүт улы (3.2.1914, Бөрө ҡ. — 19.5.1986, Ҡазан ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1967), профессор (1969). ТАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ЛДУ‑ны тамамлаған (1937). 1945—52 йй. Ҡазан педагогия институтында, 1955—59 йй. СССР ФА Ҡазан филиалының...

АХУН, Учалы р‑нындағы ауыл

АХУН, Учалы р‑нындағы ауыл, Ахун а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Ҡыйҙыш й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 2784 кеше; 1920 — 4087; 1939 — 2660; 1959 — 2653; 1989 — 2334; 2002 — 2610; 2010 — 2449 кеше. Татарҙар йәшәй...

АХУН, Салауат р‑нындағы ауыл

АХУН, Салауат р‑нындағы ауыл, Мәсетле а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 47 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 434 кеше; 1920 — 501; 1939 — 503; 1959 — 567; 1989 — 472; 2002 — 633; 2010 — 673 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АХУН, Бүздәк р‑нындағы ауыл

АХУН, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Күҙәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 677 кеше; 1920 — 536; 1939 — 566; 1959 — 417; 1989 — 418; 2002 — 410; 2010 — 387  кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

АХУН, Благовар р‑нындағы ауыл

АХУН, Благовар р‑нындағы ауыл, Троицкий а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 39 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 123 кеше; 1959 — 316; 1989 — 238; 2002 — 257; 2010 — 214 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Троицкий урта мәктәбе...

АХУН УРТА МӘКТӘБЕ, Учалы р‑ны

АХУН УРТА МӘКТӘБЕ, Учалы р‑ны. 1895 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1912 й. алып министрлыҡ мәктәбе, 1920‑се йй. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. башлап тулы булмаған урта мәктәп, 1953 й. хәҙ. статусын ала. 2008 й. Ғ.М.Усманов исеме бирелә. Интернаты, музейы,...