Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАЙЛАУ СИСТЕМАҺЫ

ҺАЙЛАУ СИСТЕМАҺЫ, дәүләт сәйәси системаһы элементы, граждандарҙың һайлауға һәм һайланыуға хоҡуғын; һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү тәртибен, тауыш биреү һө­ҙөмтәләрен билдәләү ысулын урынлаштырыуҙы үҙ эсенә ала. Һ.с. өс төп төргә бүленә: мажоритар, был осраҡта һайлау округы б‑са һайлаусылар күпселек...

ҺАҘЫЙ Закир Һаҙый улы

ҺАҘЫЙ Закир Һаҙый улы [15.3.1863, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Йәрәмкә а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 1932 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1933), Мәскәү өлк. Бимсала а.], яҙыусы. Бө­гөлмә өйәҙенең Тымытыҡ а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны; 1875—84) һәм Рязань губ. Ҡасим ҡ. (1885—90) мәҙрәсәләрендә уҡығандан һуң Рязань губ....

ҺАҘЫЕВ Мөнир Һаҙый улы

ҺАҘЫЕВ Мөнир Һаҙый улы, Мөхәмәтһаҙыев Мөхәмәтмөнир М ө х ә м ә т һ а ҙ ы й у л ы (10.12.1876, Ҡазан губ. Яңы Әмзә а. — 10.8.1913, Силәбе ҡ.), тарихсы, дин әһеле. Ғәлекәй мәҙрәсәһендә уҡыған (Ҡазан). 1902—04 йй. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә мөғәллим. 1905 й. алып Силәбелә: мәҙрәсә мөғәллиме, 1906 й. алып...

ҺАҘСӘСКӘ, үҫемлектәр заты

ҺАҘСӘСКӘ (Nymphoides), өсъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡалҡанъяпраҡ Һ. үҫә. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ һыу үләне. Һабағының оҙонлоғо 90—150 см. Япрағы йомро, һыу...

ҺАҘЛЫҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

ҺАҘЛЫҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, һаҙлыҡтар, уларҙың барлыҡҡа килеүе, үҫеше, төҙөлөшө һәм хужалыҡта файҙаланылыуы т‑да фән. Гидрология, геоботаника, тупраҡ ғилеме (ҡара: Һаҙ тупрағы) һәм геология б‑са тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә нигеҙләнә. Башҡортостан һаҙлыҡтарын тикшереү 20 б. 20‑се йй. алып барыла. Географ...

ҺАҘЛЫҠТАР

ҺАҘЛЫҠТАР, гидрофиль үҫемлектәр донъяһы м‑н ҡапланған ер өҫтөнөң артыҡ еүеш булған участкалары, ландшафттарҙың үҙенсәлекле класы. Ҡоро ерҙең (болон, урман) һаҙға әйләнеүе һәм һыу ятҡылыҡтарын үлән баҫыу һөҙөмтәһендә килеп сыға, торф барлыҡҡа килтерә. Тупланған торфтың ҡалынлығы б‑са һаҙланған ерҙәр...

ҺАҘҠАНАТ

ҺАҘҠАНАТ, к а л л а (Сalla), аронник һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 1 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Йәйелеүсән, быуынлы, йәшел тамырһабағы булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, япраҡһыҙ (уҡ кеүек), бейеклеге 15—30 см. Япраҡтары ябай, овал‑йөрәк һымаҡ, оҙон һаплы,...

ҺАҘАНАҠ

ҺАҘАНАҠ (Ledum), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик, уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда һаҙлыҡ Һ. үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған мәңге йәшел ҡыуаҡлыҡ. Япрағының сите төрөлгән, тиресәле, ҡыҫҡа һапта урынлашҡан....

ҺАҘАН, Дим й. басс. һаҙлыҡ

ҺАҘАН, Дим й. басс. һаҙлыҡ. Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһынан көньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 136,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 0,9 м, иң ҡалыны — 1,8 м, эшкәртелмәгән торф запасы 434,0 мең м3. Туйыныуы ҡатнаш. Муйыл, тал, ҙур дегәнәк, ерек ҡураһы, ҡомалаҡ һ.б. үҫә....

ҺАҘ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҺАҘ, Ш о р ъ я л, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 22 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 610 кеше; 1920 — 548; 1939 — 567; 1959 — 682; 1989 — 569; 2002 — 578; 2010 — 549 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, мәҙәниәт...

ҺАҘ ТУПРАҒЫ

ҺАҘ ТУПРАҒЫ, оҙайлы артыҡ дымланыу шарттарында дым яратыусы үҫемлектәр донъяһы аҫтында формалашҡан тупраҡ тибы. Ҡоро ер һаҙланғанда һәм һыу ятҡылыҡтары торфланғанда барлыҡҡа килә. Һыу айырғыстарҙа яуым‑төшөм м‑н артыҡ дымланғанда гигрофиттар аҫтында (торф‑глейлы һәм торфлы тупраҡтар) һәм битләүҙәр нигеҙендә,...

ҺАҘ ТОМБОЙОҒО

ҺАҘ ТОМБОЙОҒО (Caltha palustris), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Ике ярымшарҙың да тропик булмаған өлкәләрендә яҡынса 15 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25‑тән ашыу) төрө билдәле. Башҡортостанда Һ.т. үҫә. Күп йыллыҡ үлән кеүек үҫемлек. Һабағы яланғас, ябай йәки тарбаҡлы, үрмәле йәки күтәрелеүсән,...

ҺАҘ МҮГЕ

ҺАҘ МҮГЕ, т о р ф м ү г е (Sphagnum), һаҙ мүктәре класына ҡараған мүк һымаҡтар заты. 150—250 төрө билдәле. Башҡортостанда 27 төрө үҫә. Асыҡ йәшел, һары, көрән, ҡыҙыл йәки ҡыҙыл‑көрән күк төҫтәге эре, бейек, йомшаҡ, ҡуйы кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ ике йәки бер өйлө, ос емешле мүктәр. Ризоидтары...

ҺАҘ МУНСАҒЫ

ҺАҘ МУНСАҒЫ, хамедафне (Chamаedaphne), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Затта 1 төр — ябай Һ.м. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Йәйенке һорғолт‑көрәнһыу ботаҡлы, нәҙек төктәре булған йәш үренделе мәңге йәшел бәләкәй ҡыуаҡлыҡ, бейеклеге 20—50 см. Япрағы...

ҺАҘ ГӨБӨРГӘЙЕЛЕ

ҺАҘ ГӨБӨРГӘЙЕЛЕ (Emys orbicularis), сөсө һыу гөбөргәйелдәре ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүсе. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала, Алғы Азияла һәм Африканың төньяҡ‑көнбайы­шында таралған. Кәүҙәһе 23 см тиклем оҙонлоҡтағы панцирь м‑н ҡапланған. Карапаксы (панцирҙың арҡа ҡалҡаны) оҙонса түңәрәк, тәпәш, бер аҙ ҡабарынҡы,...

ҺАҒЫҘАҠТАР

ҺАҒЫҘАҠТАР, ысын һағыҙаҡтар (Vespidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 5 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 30‑ға яҡын төрө осрай: урман Һ., уртаса Һ., ябай Һ., ябай һары һағыҙаҡ һ.б. Инә Һ. кәүҙә (аналыҡ) оҙонлоғо 16—35 мм (ата Һ. вағыраҡ), эшсе Һ. — 12—15...

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ, ҡош

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ (Pernis apivorus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (көнсығышта Алтайға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 600—1000 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 135—150 см. Арҡаһы һоро-көрән, ата ҡоштарҙыҡы асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы,...

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ (Pernis apivorus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (көнсығышта Алтайға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 600—1000 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 135—150 см. Арҡаһы һоро-көрән, ата ҡоштарҙыҡы асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы,...

ҺАБЫР, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ҺАБЫР, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Һабыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 418 кеше; 1920 — 557; 1939 — 544; 1959 — 543; 1989 — 607; 2002 — 596; 2010 — 527 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...