Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВРАССКИЙ Алексей Александрович

ВУДСИЯ (Woodsia), ағасүлән һымаҡтар ғаиләһенең абаға һымаҡтар  заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, бөтә  Ер шарында тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда  альп В. һәм эльба В. үҫә.  Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ  үлән, 1,5—20,0 см бейеклектә. Япрағы  (вайялары) көрән һаплы, ҡауырһын  һымаҡ, төклө; альп В. япрағы ...

ВСТАВКИ

    Текст на башкирском языке  

ВУДСИЯ

ВУДСИЯ (Woodsia), ағасүлән һымаҡтар ғаиләһенең абаға һымаҡтар заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда Альп В. һәм Эльба В. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән, 1,5—20,0 см бейеклектә. Япрағы (вайялары) көрән һаплы, ҡауырһын һымаҡ, төклө; Альп В. япрағы асыҡ...

ВУКОЛОВ-ЭРЛИК

ВУКОЛОВ-ЭРЛИК (Вуколов) Филипп Николаевич [18.11.1902, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кесе Мәнәүез а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 28.7. 1979, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Серафимовка ҡсб], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1932—35) Сыуаш АССР‑ының Мәғариф ХК...

ВУЛКАНИЗАЦИЯ

ВУЛКАНИЗАЦИЯ, каучукты резинаға әүерелдереү. В. ваҡытында каучук макромолекулалары арҡыры химик бәйләнештәр ярҙамында 3‑үлсәмле вулканизацион селтәргә “ҡорола”; һөҙөмтәлә уның ныҡлығы, йылыға һәм һыуыҡҡа сыҙамлығы, һығылмалылығы һ.б. арта. Каучук һәм төрлө ингредиенттар (В. активаторҙары һәм тиҙләткестәре,...

ВУЛКАНИЗМ

ВУЛКАНИЗМ, магма һәм уға эйәрсән газдарҙың һәм гидротермаль иретмәләрҙең күсеше менән бәйле ер ҡабығында һәм уның өҫтөндәге күренештәрҙең йыйылмаһы. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һәм Башҡортостандың Урал аръяғы территорияһында В. бер нисә тапҡыр архейҙан алып триасҡа тиклем, үтә интенсив рәүештә палеозойҙа...

ВЫДРИН Степан Семёнович

ВЫДРИН Степан Семёнович (1848 — 1917 й. һуң), Ырымбур губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Казактарҙан. Троицк өйәҙенең Уй станицаһы атаманы. Почётлы станица судьяһы. Д.А.Сафонов Тәрж. Д.К.Үзбәков...

ВЫРУПАЕВ Сергей Викторович

ВЫРУПАЕВ Сергей Викторович (27.9.1946, Свердловск өлкәһе Баранчинский ҡсб — 1.9.2018, Өфө ҡ.), хирург. Медицина фәндәре докторы (2005). Свердловск медицина институтын тамамлағандан һуң (1971) Республика клиник дауаханаһында, 1972 й. алып Әшә, Свердловск, Өфө ҡҡ. дауаханаларында эшләй. 1978 й. башлап...

ВЫЯСНОВСКИЙ Андрей Юлианович

ВЫЯСНОВСКИЙ Андрей Юлианович (1.12.1898, Подольск губ. Антоновка а. — 1970, Одесса ҡ.), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1939), проф. (1940). Киев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1926) Киевта, 1928 й. башлап Ташкент, Харьков, Мәскәү, Пермь, Курск ҡҡ. психиатрия дауаханаларында һәм ҒТИ‑ларында эшләй. 1938 й. алып...

ВЯЗМИТИНОВ Сергей Кузьмич

ВЯЗМИТИНОВ Сергей Кузьмич (7.10.1744 — 15.10.1819, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1798). Граф (1818). Император ФА‑ның почётлы ағзаһы (1818). 1768—74 йй. һәм 1787—91 йй. рус‑төрөк һуғыштарында ҡатнашыусы. 1754—99 йй. һәм 1801—08 йй. рус армияһында. 1770—86 йй. Әстерхан пехота...

ВЯЗОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл

ВЯЗОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бахтыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 13 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 136 кеше; 1959 — 85; 1989 — 105; 2002 — 116; 2010 — 144 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға...

ВЯЗОВКА, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ВЯЗОВКА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 8 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 591 кеше; 1959 – 606; 1989 – 503; 2002 – 613; 2010 — 504 кеше. Удмурттар йәшәй (2002)....

ВЯЗОВОВ Пётр

ВЯЗОВОВ Пётр (? — 1774, Өфө), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход атаманы. Өфө провинцияһы Ҡыҙылъяр а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) батша һарайы крәҫтиәндәренән. 1773 й. нояб. ш. уҡ провинцияның Дыуанай һәм Ҡаракүл улусында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Дек. Бөрө воеводаһы...

ВЯТКА ГУБЕРНАҺЫ

ВЯТКА ГУБЕРНАҺЫ, 1796 й. Вятка наместниклығының 13 өйәҙенән ойошторола. 18 б. аҙағында төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Пермь губернаһы, көньяҡ-көнсығышта — Ырымбур губернаһы, көньяҡ-көнбайышта — Ҡазан губернаһы, көнбайышта — Түбәнге Новгород һәм Кострома, төньяҡ-көнбайышта Вологда губернаһы менән...

ВЯТКИН Михаил Порфирьевич

ВЯТКИН Михаил Порфирьевич (21.8.1895, Ырымбур ҡ. — 7.12.1967, Ленинград), тарихсы. Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1954), тарих ф. д‑ры (1944), проф. (1945). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1965). Петроград ун‑тында уҡыған (1913—17), Томск ун‑тын тамамлаған (1921). 1917—18 йй. — Шадринск реаль уч‑щеһында,...

ГАББРО

ГАББРО (итальянса gabbro), һелте составлы магматик тау тоҡомо, базальттың интрузив аналогы. Һелтеле плагиоклаздан (50—60%), моноклин, ҡайһы ваҡыт ромбик пироксендан (40—50%), акцессор минералдарҙан (апатит, сфен һ.б.) тора. Составы буйынса кварцлы, оливинлы, троктолитлы, мөгөҙ обманкалы һ.б. Г. айырыла....

ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич

ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич (17.2.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Озерский а., хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Озеро а., — 19.12.2020, Екатеринбург ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1987), профессор (1994). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск педагогия институтын...

ГАВРИЛОВ Сергей Алексеевич

ГАВРИЛОВ Сергей Алексеевич (20.9.1914, Владимир губернаһы Иваново-Вознесенск ҡ. — 21.5.1983, Өфө ҡ.), конструктор. Техник фәндәр докторы (1978). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Рыбинск авиация институтын тамамлаған (1940)....

ГАВРИЛОВКА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ГАВРИЛОВКА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Мрәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 530 кеше; 1920 – 883; 1939 – 486; 1959 – 210; 1989 – 87; 2002 – 100; 2010 — 76 кеше. Урыҫтар,...

ГАВРИЛОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл

ГАВРИЛОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 38 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 684 кеше; 1920 – 799; 1939 – 529; 1959 – 356; 1989 – 194; 2002 – 214; 2010 — 240 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс...