Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГЕСТЕ Василий Иванович

ГЕСТЕ Василий Иванович [ысын исеме Гесте Вильям; 1753 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1763 йәки 1769), Шотландия — 4.6.1832 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1834), С.‑Петербург], архитектор. 1784 й. алып Рәсәйҙә йәшәй һәм эшләй. 1811—31 йй. үҙәк һәм көньяҡ Рәсәй, Урал һәм Себер ҡалаларын планлаштырыу, яңынан планлаштырыу,...

ГЕТЕРОТРОФТАР

ГЕТЕРОТРОФТАР (гр. geteros — бүтән, башҡа һәм гр. trophe — аҙыҡ), углерод сығанағы итеп тышҡы мөхиттән органик матдәләрҙе ҡулланыусы организмдар. Г. бөтә хайуандар, бәшмәктәр, хлорофилһыҙ үҫемлектәр, күпселек бактериялар ҡарай. Г. күҙәнәктәрендә, ҡағиҙә булараҡ, йәшел пигмент — хлорофилл — юҡ; Г. үҙҙәренең...

ГЕХЕБ БРАХИТЕЦИУМЫ

ГЕХЕБ БРАХИТЕЦИУМЫ (Brachythecium geheebii), мүк һымаҡтар төрө. Йәшел төҫтәге эре йомшаҡ ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ ике өйлө үҫемлек. Һабағы һырылыусы, ҡауырһынлы-тармаҡлы, төҙ, осло, тотош япраҡ ҡаплаған ботаҡлы. Япрағы ҡатлы, киң йомортҡа-ланцет рәүешендә, осло, буйға йыйырсыҡлы,...

ГЖЕЛЬ ЯРУСЫ

ГЖЕЛЬ ЯРУСЫ, карбондың өҫкө бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Ҡасим ярусында ята, әселе ярусы менән ҡапланған. С.Н.Никитин тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Гжель а. (Мәскәү өлкәһе) исеменән аталған. Карбонатлы ултырмаларынан тора; ҡалынлығы 25—700 м. Фораминифер, криноидея, бүздәк, брахиопод хас. Добрятин,...

ГИГИЕНА

ГИГИЕНА (гр. hygieinos – һаулыҡҡа булышлыҡ итеүсе), кеше һаулығына тышҡы мөхит һәм хеҙмәт шарттары факторҙарының тәьҫирен өйрәнгән, халыҡты һауыҡтырыу б-са санитария-гигиена нормативтарын һәм сараларын эшләгән мед. фәне. Балалар һәм үҫмерҙәр, туҡланыу, хеҙмәт, хәрби, коммуналь, радиация Г. һ.б. бүленә....

ГИГИЕНА ҺӘМ ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ

ГИГИЕНА ҺӘМ ЭПИДЕМИОЛОГИЯ ҮҘӘГЕ, БР б‑са Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәт идаралығының һөнәри һәм башҡа эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең Федераль бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, терр‑яны...

ГИГРОФИТТАР

ГИГРОФИТТАР (гр. hygros — дымлы һәм ...фито), дымлы урында үҫкән үҫемлектәр. Г. һыу үҫемлектәре (гидрофиттар) һәм дым кимәле етерлек, ләкин артыҡ булмаған шарттарҙа үҫеүсе үҫемлектәр (мезофиттар) араһында урталыҡты алып тора. Г. өсөн юғары транспирация (һыуҙың парға әйләнеүе), һауа йөрөтөүсе туҡыманың...

ГИДРАВЛИК ДВИГАТЕЛЬ

ГИДРАВЛИК ДВИГАТЕЛЬ, шыйыҡлыҡ ағымының энергияһын сығыш быуынының (вал йәки шток) механик энергияһына әүерелдереүсе машина. Эшләү принцибы б‑са динамик (гидротурбиналар) һәм күләмле (гидромоторҙар, гидроцилиндрҙар) Г.д. айырыла. Гидротурбина — шыйыҡлыҡ ағымы ярҙамында әйләндерелә торған көрәксәле машина....

ГИДРАЗИНДАР

ГИДРАЗИНДАР, гидразин молекулаһында (H2N—NH2) бер йәки бер нисә водород атомын R1, R2, R3, R4=H, Alk, Ar һ.б. алыштырып барлыҡҡа килгән R1R2N—NR3R4 дөйөм формулалы химик берләшмәләр. Органик булмаған (гидразоний сульфаттары, хлоридтары, тетрафторгидразин, карбазидтар) һәм органик; органиктарҙы алыштырыусылар...

ГИДРИРЛАУ

ГИДРИРЛАУ, гидрогенлау, органик берләшмәләрҙең молекулаларына водород ҡушылыуы. Башҡарылыу шарттары б-са — каталитик гомогенлы Г. (катализаторҙар – ҡайһы бер үҙгәреүсән металдар, уларҙың берләшмәләре) һәм гетерогенлы Г. (палладий, платина, никель, үҙгәреүсән металдарҙың ҡайһы бер оксидтары, сульфидтары...

ГИДРО...

ГИДРО... (гр. hydor — һыу), ҡушма һүҙҙәрҙең “һыуға, һыу киңлегенә ҡағылышлы” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., гидрогеология, гидрология, гидромеханизация). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ер аҫты һыуҙарының таралыу, ятыу һәм барлыҡҡа килеү шарттарының мөһим айырмалыҡтары буйынса ер ҡабығында бүленгән участкалар. Г.р. ваҡытында ҙур геологик структураларҙағы гравитацион ер аҫты һыуҙары ятыуының һәм төп гидрографик селтәргә ҡойған баҫымһыҙ, ярымбаҫымлы һыуҙар...

ГИДРОГЕОЛОГИЯ

ГИДРОГЕОЛОГИЯ (гидро… һәм геология), геологияның ер аҫты һыуҙарын, уларҙың физик үҙенсәлектәрен һәм химик составын, сығышын, таралыу һәм хәрәкәт итеү законлыҡтарын, ер өҫтө һыуҙары, тау тоҡомдары һ.б. менән үҙ-ара тәьҫирен өйрәнгән бүлеге. Г. үҙ аллы фән булараҡ 19 б. 2-се яртыһында геология менән гидрология...

ГИДРОГРАФИК СЕЛТӘР

ГИДРОГРАФИК СЕЛТӘР, ниндәй ҙә булһа бер терр‑я сиктәрендә булған бөтә һыу ағымдары һәм ятҡылыҡтары (йылғалар, күлдәр, һаҙлыҡтар, һыуһаҡлағыстар). Г.с. төҙөлөшө климатҡа (яуым-төшөмдөң йыллыҡ күләме, парға әйләнеү кимәле), урындың рельефына, геол. төҙөлөшөнә бәйле. Г.с. иң мөһим күрһәткесе булып йылға...

ГИДРОДИНАМИКА АППАРАТТАРЫ

ГИДРОДИНАМИКА АППАРАТТАРЫ, газ йәки шыйыҡлыҡ ағышы энергияһын тауыш тулҡыны энергияһына (акустик энергия) әүерелдереүсе ҡоролмалар. Эшләү принцибы б‑са гидродинамик нур сығанаҡтарына һәм сиреналарға бүленәләр. Гидродинамик нур сығанаҡтарының эшләүе соплоның батырылған турбулент шыйыҡлыҡ ағымының ҡаршылыҡ...

ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ

ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ, файҙаланылған сеймалдың төрө б-са органик булмаған (цемент һәм балсыҡ нигеҙендә), органик (битумлы, битум-полимерлы; полиэтилен, поливинилхлорид нигеҙендә полимерлы; полиуретан ыҫмалалары һәм эпоксид ыҫмалалары), металл (цинкланған һәм цинкланмаған ҡорос, еҙ,...

ГИДРОКРЕКИНГ

ГИДРОКРЕКИНГ, ауыр нефть фракцияларын юғары парциаль водород баҫымы тәьҫирендә каталитик эшкәртеү. 360—450°С т‑рала һәм 5—20 МПа баҫым аҫтында алюмокобальт һәм алюмоникельмолибден, алюмоникельвольфрам катализаторҙары ярҙамында үткәрелә. Г. ваҡытында юғары молекуляр углеводородтар тарҡала, артабан барлыҡҡа...

ГИДРОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

ГИДРОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ер өҫтөн ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙарының гидрологик режимы оҡшашлығы б-са терр‑яларға бүлеү. Гидрологик билдәләр комплексы б‑са йәки уларҙың иң мөһим билдәһенә ҡарап (уртаса, макс., миним. аҡма дәүмәлдәре, туйыныу режимы һ.б.) һәм терр‑яларҙың физик‑геогр. шарттарын (урындың...

ГИДРОЛОГИЯ

ГИДРОЛОГИЯ (гидро... һәм ...логия), географияның Ерҙең гидросфераһын, уның үҙенсәлектәрен һәм унда барған процестарҙы, күренештәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. Г. геология, геоморфология, геодинамика, геоэкология, геохимия, гидрогеология, метеорология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Дөйөм, ҡоро ер, диңгеҙ (океанология)...

ГИДРОМЕЛИОРАЦИЯ

ГИДРОМЕЛИОРАЦИЯ, гидротехник мелиорация, а.х. ерҙәренең уңайһыҙ һыу режимын яҡшыртыу б‑са техник, агротехник һәм ойоштороу‑хужалыҡ саралары системаһы. Г. һыу режимын көйләй, шул уҡ ваҡытта тупраҡтың һауа, йылылыҡ һ.б. режимдарына тәьҫир итә, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә һәм а.х. культураларынан тотороҡло...