Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АРХАНГЕЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл

АРХАНГЕЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 974 кеше; 1939 — 790; 1959 — 392; 1989 — 141; 2002 — 198; 2010 — 145 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт...

АРХАНГЕЛЬСКИЙ Василий Викторович

АРХАНГЕЛЬСКИЙ Василий Викторович (1.4.1889, Пермь губ. Веретье а. — 1960, Мәскәү), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1906 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1906 й. алып РСДРП‑ның Өфө ком‑ты хәрби дружинаһы ағзаһы. 1906 й. һәм 1910 й. ҡулға алына. 1915—17 йй. рус армияһында, 1918 й. Ҡыҙыл...

АРХАНГЕЛЬСКИЙ МЕСТНЫЙ, клевер сорты

АРХАНГЕЛЬСКИЙ МЕСТНЫЙ, туғай клеверының урындағы селекция сорты. Бейеклеге 90 см тиклем, 7—9 быуын аралары булған төҙ һабаҡлы. Япраҡлылығы 40—50%, ҡайһы йылдарҙа 60%‑ҡа тиклем. Япрағы өсәрле, йәшел, йәймәһенең урта өлөшөндә аҡ таптары бар. Сәскәһе сағыу ҡыҙыл, сәскәлеге тумалаҡ. Орлоғо ваҡ, йөрәк формаһында....

АРХАНГЕЛЬСКИЙ Николай Васильевич

АРХАНГЕЛЬСКИЙ Николай Васильевич, сәйәси эшмәкәр. Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. 1917 й. яҙында Силәбе крәҫтиән депутаттары советы рәйесе урынбаҫары һәм Силәбе эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы. 27 июндән Ваҡытлы хөкүмәттең Ырымбур губернаһы б‑са комиссары, бер үк ваҡытта 1 июлдән Ырымбур...

АРХЕЙ

АРХЕЙ (гр. archaios — боронғо), археозой, архей эраһы, архей акротемаһы, кембрий алдының түбәнге бүлексәһе, Ерҙең геологик тарихында иң боронғоһо. 1 млрд йылдан ашыу дауам итә. Йәшенең үрге сиге — 2500±50 млн йыл. Түбәнге (400 млн йылдан ашыу) һәм үрге (650 млн йылға яҡын) эонотемаға бүленә. Архей ҡатламдары...

АРХЕО...

АРХЕО... (гр. archaios — боронғо), ҡушма һүҙҙәрҙең “боронғо”, “боронғолоҡҡа бәйләнеше булған” мәғәнәләрен аңлатыусы өлөшө (мәҫ., археография, археология). Тәрж. Р.М.Шәрипова

АРХЕОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

АРХЕОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, ҡулъяҙма китаптар, иҫке баҫма китаптар һ.б. тарихи сығанаҡтарҙы йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. 1973 й. алып археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе тарафынан ТТӘИ м‑н берлектә үткәрелә. Башҡортостанда һәм башҡорттар тупланып йәшәгән төбәктәрҙә (ТР,...

АРХЕОГРАФИЯ

АРХЕОГРАФИЯ (архео... һәм ...графия), ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу, тасуирлау һәм нәшер итеү м‑н шөғөлләнеүсе махсус тарихи дисциплина. Сығанаҡтар өйрәнеү, архив ғилеме, палеография, текстология һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Ялан (ҡулъяҙмалар, боронғо баҫма китаптар һ.б. эҙләү...

АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ

АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ, ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм нәшер итеү учреждениеһы. Император Николай I 1834 й. 24 дек. указы м‑н С.‑Петербургта Халыҡ мәғарифы министрлығы эргәһендә ойошторола. 1917 й. алып — РСФСР Мәғариф ХК, 1922 й. — Рәсәй ФА, 1925 й. СССР ФА эргәһендә: 1926 й....

АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫЛАР

АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫЛАР, кешелек йәмғиәте тарихын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек биреүсе матди сығанаҡтар (кеше тарафынан эшләнгән, ер өҫтөндә, ер һәм һыу аҫтында һаҡланып ҡалған боронғо әйберҙәр, ҡоролмалар, зыяраттар). Археологик тикшеренеүҙәр объекты (ҡара: Археология). А.ҡ. иҫәбенә эш ҡоралдары,...

АРХЕОЛОГИК МӘҘӘНИӘТТӘР

АРХЕОЛОГИК МӘҘӘНИӘТТӘР, тотороҡло мәҙәни билдәләр (торамалар, торлаҡтар, керамика, ерләүҡомартҡылары, ҡоралдар һ.б. тибы) бәйләнешенә нигеҙләнгән, айырым дәүергә, билдәле бер терр‑яға ҡараған һәм урындағы үҙенсәлектәр м‑н айырылып торған археологик ҡомартҡылар берлеге. Билдәле бер терр‑яла бер уҡ ваҡытта...

АРХЕОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

АРХЕОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, археологик мираҫ объекттарын (ҡара: Археологик ҡомартҡылар) асыҡлау һәм өйрәнеү б‑са ялан фәнни‑тикшеренеү саралары. Археологик разведка (археологик ҡомартҡыларҙы асыҡлау, улар т‑дағы мәғлүмәттәрҙе аныҡлау йәки уларҙың һаҡланыуын тәьмин итеү б‑са саралар үткәреү маҡсатында...

АРХЕОЛОГИЯ

АРХЕОЛОГИЯ (архео... һәм ...логия), кеше эшмәкәрлегенең матди ҡалдыҡтарына таянып, үткәндәрҙе өйрәнеүсе һәм тергеҙеүсе фән. Ерҙә кеше барлыҡҡа килгәндән алып хәҙ. осорға тиклемге киң тарихи‑мәҙәни үҫеш дәүерен өйрәнә. Археологик осорҙарға бүлеү б‑са дәүер таш быуатҡа, бронза быуатына, тимер быуатҡа...

АРХЕОЛОГИЯ ҺӘМ ЭТНОГРАФИЯ МУЗЕЙЫ

АРХЕОЛОГИЯ ҺӘМ ЭТНОГРАФИЯ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1976 й. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эргәһендә ойошторола, 1993 й. алып РФА Өфө ФҮ Этнологик тикшеренеүҙәр ин-тының Археология һәм этнография музейы. Экспозиция 1980 й. асыла. Музей фондында 227 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, уларҙың күпселеге Шүлгәнташ...

АРХИВ КОМИССИЯЛАРЫ

АРХИВ КОМИССИЯЛАРЫ, 1884—1919 йй. Рәсәйҙәге ғилми йәмғиәттәр. 1884 й. 13 апр. “Губерна тарих архивтары һәм ғилми архив комиссиялары тураһында положение” (“Положение о губернских исторических архивах и учёных архивных комиссиях”) нигеҙендә губерна ғилми архив комиссиялары булараҡ ойошторола. Император...

АРХИВТАР

АРХИВТАР (лат. archivum), ҡулланыусылар мәнфәғәтендә документтар ҡабул итеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнгән учреждениелар йәки учреждение, ойошма, пр‑тиеларҙың структур бүлектәре, ш. уҡ дәүләт учреждениелары, пр‑тиелары, ғилми һәм йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар һәм айырым кешеләрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә...

АРХИЕРЕЙ

АРХИЕРЕЙ (гр. archi — өлкән, баш һәм hiereus — рухани), юғары дәрәжә православие руханиҙары вәкилдәренең (патриарх, митрополит, архиепископ, епископтарҙың) дөйөм атамаһы. Православие дине тәғлимәтенә ярашлы, священство серле йолаһында рукоположение (архиерей хиротонияһы) аша тапшырылған Изге Рух шәфҡәте...

АРХИЕРЕЙ ЙОРТО

АРХИЕРЕЙ ЙОРТО, 1919 й. тиклем Рәсәйҙә айырым епархия мөлкәтенә идара итеүсе сиркәү хакимиәте учреждениеһы. Епархия архиерейы ҡарамағында була. Тәүҙә А.й. эре ер биләүсе була; ундағы вазифалы кешеләр һаны епархияның ҙурлығына һәм байлығына бәйле була. 18 б. алып элекке әһәмиәтен юғалта, ҡаҙнанан күскән...

АРХИМАНДРИТ

АРХИМАНДРИТ (гр. archimandritēs), юғары монахлыҡ итеүсе (ҡара: Монахлыҡ) руханиҙарҙың 2‑се (урта) дәрәжәһе (ҡара: Православие руханиҙары); эре ирҙәр монастырҙары башлыҡтарының почётлы титулы. 18 б. алып А. исеме юғары адм. вазифа биләүселәргә лә (уҡыу йорто ректоры, дини миссия башлығы һ.б.) бирелгән....