Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕРЁЗОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл

БЕРЁЗОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Зубов а/ с ҡарай. Өфөнән К. 20 км һәм Өршәк т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 325; 1939 — 317; 1959 — 296; 1989 — 186; 2002 — 137; 2010 — 115 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Сиркәү...

БЕРЕЗОВСКИЙ Иван Афанасьевич

БЕРЕЗОВСКИЙ Иван Афанасьевич (20.5.1906, Екатеринослав губ. Мариуполь ҡ. — 1993, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1965). Днепропетровск химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) Тамбов ҡ. инженер булып эшләй, 1935 й. алып Сталиногорск ҡ. химия комб‑ты инженеры,...

БЕРЕК-АЛҒА ТОРАҒЫ

БЕРЕК-АЛҒА ТОРАҒЫ, Алтын Урҙа дәүере археологик ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Бәләбәй р‑ны Берек‑Алға а. янында урынлашҡан. 1967 й. Берек‑Алға хазинаһы булараҡ асыла [Аксаков ҡасабаһы (Бәләбәй ҡ.) урта мәктәбе уҡыусылары таба]. 2004 й. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын...

БЕРЕНСЕ АРМИЯ, РККА‑ла

БЕРЕНСЕ АРМИЯ, РККА‑ла. 1918 й. июнендә Реввоенсовет директиваһы б‑са Сызрань һәм Сембер ҡҡ. тирәһендә һуғышыусы Ҡыҙыл Армияның айырым отрядтарынан ойошторола. Сембер, Инза һәм Пенза див. тора. Көнсығыш фронт (1919 й. апр. алып Көньяҡ армиялар төркөмөндә), авг. алып Төркөстан фронты составына инә. Граждандар...

БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, Башҡорт хәрби шураһы бойороғо м‑н 1918 й. 13 авг. Верхнеурал өйәҙе һәм Силәбе өйәҙендә 1‑се Башҡ. пехота див. булараҡ ойошторола, окт. алып Б.Б.у.д. Дивизия составына 2‑се, 3‑сө һәм 5‑се Башҡ. пехота полкы, окт. башлап — таратылған Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһының...

БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ

БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ (1914—18), бер яҡтан — Англия, Рәсәй, Франция, икенсе яҡтан Австро‑Венгрия һәм Германия араһында. Колонияларҙы, йоғонто яһау сфераларын һәм тауар һатыу баҙарҙарын яңынан бүлеү өсөн көрәш һөҙөмтәһендә тыуа. Б.д.һ. 38 дәүләт ҡатнаша. Ҡоро ер ғәскәрҙәренең һуғыш хәрәкәттәре — Азияла,...

БЕРЕНСЕ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

БЕРЕНСЕ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, Өфөлә урынлашҡан. 1830 й. Ырымбур мосолман дини йыйылышы мөфтөйө Ғ.Ғәбдрәхимов юллауы б‑са Өфөнөң 1‑се гильдия сауҙагәре М.Таһиров Хажмәтов (Хужасәйетов) аҡсаһына Фроловский урамында (хәҙ. Туҡай урамы) төҙөлә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында инженер‑архитектор И.Мяловтың Өфө губерна...

БЕРЕНСЕ ЭТҠОЛ УРТА МӘКТӘБЕ

БЕРЕНСЕ ЭТҠОЛ УРТА МӘКТӘБЕ, Баймаҡ р‑ны. 1891 й. мәҙрәсә базаһында урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1928 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1932 й. — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1952 й. хәҙ. статусын ала. 1992 й. Б.Ғ.Юлыев исеме бирелә....

БЕРЕНСЕЛ ҠЫУЫШЛЫ СЕЛӘҮСЕНДӘР

БЕРЕНСЕЛ ҠЫУЫШЛЫ СЕЛӘҮСЕНДӘР, йомро селәүсендәр, нематгельминттар (Nemathelminthes), ябай төҙөлөшлө селәүсендәр тибы. 6—7 класы, 100 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бер нисә йөҙ төрө бар. Оҙонлоғо миллиметрҙан бер нисә см тиклем, тәне быуынтыҡһыҙ, йомро, кутикула м‑н...

БЕРЕШ, Белорет р‑нындағы ауыл

БЕРЕШ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 161 км алыҫлыҡта Береш й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 237 кеше; 1920 — 403; 1939 — 386; 1959 — 414; 1989 — 202; 2002 — 215; 2010 — 263 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Соц.-мәҙәни үҙәк, урта мәктәп,...

БЕРЕШТАМАҠ, Белорет р‑нындағы ауыл

БЕРЕШТАМАҠ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 158 км алыҫлыҡта Береш й. (Инйәр й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан; т. юл станцияһы. Халҡы: 1939 й. — 386 кеше; 1959 — 655; 1989 — 307; 2002 — 261; 2010 — 283 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

БЕРЛӘҪ, Борай р‑нындағы ауыл

БЕРЛӘҪ, Четвертаков, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Үләй й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1157 кеше; 1920 — 1254; 1939 — 863; 1959 — 694; 1989 — 345; 2002 — 317; 2010 — 236 кеше....

БЕРЛЕКТӘГЕ ПРЕДПРИЯТИЕ

БЕРЛЕКТӘГЕ ПРЕДПРИЯТИЕ, өлөшләтә сит ил капиталы ҡатнашҡан предприятие. Милли иҡтисадҡа туранан-тура сит ил инвестицияларын йәлеп итеү, сит илдең алдынғы технологияларын һәм ҡорамалдарын файҙаланыу, аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Б.п. яңы пр‑тие булараҡ йәки сит ил инвесторының...

БЕРЛИН Александр Александрович

БЕРЛИН Александр Александрович (27.9.1940, Мәскәү ҡ.), физик, физик‑химик. РФА академигы (2003), БР ФА‑ның почётлы академигы (2002), химия фәндәре докторы (1974), профессор (1980). Мәскәү физика-техника институтын тамамлаған (1963). 1978 й. алып РФА-ның Н.Н.Семёнов исемендәге Химик физика институтының...

БЕРСУАТ, археологик ҡомартҡы

БЕРСУАТ, Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Силәбе өлк. Наследницкий ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Берсуат й. (Тубыл й. басс.) һул ярында урынлашҡан. 1996 й. Г.Б.Зданович, Т.С.Малютина, И.М.Батанина тарафынан асыла...

БЕСӘЙ КҮҘЛЕ ӘРМӘНДЕ

БЕСӘЙ КҮҘЛЕ ӘРМӘНДЕ (Pelobates fuscus), ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандары отрядының бесәй күҙле әрмәнделәр ғаиләһенә ҡараған ер-һыу хайуаны. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала таралған. Башҡортостанда урманлы дала райондарында осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 7 см тиклем. Кәүҙәһе мыҡты, тығыҙ. Арҡаһының һәм ян-яғының тиреһе...

БЕСӘЙ ТАРЫҺЫ ҺЫМАҠТАР

БЕСӘЙ ТАРЫҺЫ ҺЫМАҠТАР (Amaranthaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 65 заты, яҡынса 900 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм субтропик, һирәгерәк уртаса бүлкәттәрендә таралған. Бер һәм күп йыллыҡ үлән, һирәкләп ҡыуаҡ һәм тәпәш мәңге йәшел ағас. Башҡортостанда амарант затының 5 төрө үҫә. Бер йыллыҡ нитрофиль...

БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ

БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ (Valeriana), бесәй үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америкала, Евразияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: иҙел Б.ү., бүлбеле Б.ү., шифалы Б.ү., шикле Б.ү. Вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай йәки тармаҡлы,...

БЕСӘН

БЕСӘН, сабылған үләнде 15—17% дымы ҡалғанға тиклем киптереү юлы м‑н алынған ҡоро мал аҙығы. Б. әҙерләү өсөн тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең, күп йыллыҡ, бер йыллыҡ ҡуҙаҡлылар һәм ҡыяҡлылар һәм уларҙың ҡатнашмаһы сәсеүлектәренең үҫемлектәр япмаһы файҙаланыла. Иң файҙалы Б. люцерна, клевер, көнсығыш козлятнигынан...

БЕСПАЛОВ Александр Геннадьевич

БЕСПАЛОВ Александр Геннадьевич (10.5.1981, Яр Саллы ҡ.), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Н.Латипов). Шәхси уҙышта Рәсәй чемпионы (2001, 2004, 2006), донъя чемпионаттарының көмөш (2002) һәм бронза...