Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АСҠАРОВА Йәүриә Насип ҡыҙы

АСҠАРОВА Йәүриә Насип ҡыҙы (15.4.1927, Стәрлетамаҡ ҡ. — 6.4.2011, Өфө ҡ.), гигиенист. Медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1971). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 2000 й. тиклем шунда уҡ эшләй: 1967—92 йй. дөйөм гигиена кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта...

АСҠЫН ЗАКАЗНИГЫ

АСҠЫН ЗАКАЗНИГЫ. 1963 й. хайуандарҙың һирәк төрҙәре популяцияларын, һунар йәнлектәрен тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Асҡын р‑ны Ҡашҡа а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Өфө й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 16,6 мең га, терр‑яның 80%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы Сарыс й....

АСҠЫН ЙӘШЕЛСӘ КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ

АСҠЫН ЙӘШЕЛСӘ КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Асҡын р‑ны Асҡын а. нигеҙ һалына, 1995 й. Башҡортостан ҡулланыусылар союзының Төй ҡулланыусылар йәмғиәте составына инә. Комб‑т составына крахмал, алкоголһеҙ эсемлектәр, макарон, кондитер изделиелары, тоҙло балыҡ, кеҫәл етештереү цехтары; 1200 т һыйҙырышлы йәшелсә...

АСҠЫН РАЙОНЫ

АСҠЫН РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта Пермь крайы һәм Свердловск өлк., көнсығышта — Дыуан, көньяҡта — Ҡариҙел, көньяҡ‑көнбайышта — Балтас һәм көнбайышта Тәтешле р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны улустары инә. 1932 й....

АСҠЫН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

АСҠЫН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм сығарыу пр‑тиеһы. 1937 й. “Южураллес” Ағас әҙерләү контораһы (1925 й. нигеҙләнгән) участкалары (Асҡын һәм Дыуан р‑ндарында урынлашҡан) базаһында нигеҙ һалына, 1952 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына Табасҡы ағас-таҡта...

АСҠЫН УРТА МӘКТӘБЕ №2

АСҠЫН УРТА МӘКТӘБЕ №2, Асҡын р‑ны. 1878 й. 2 класлы ҡала училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1914 й. алып 4 класлы юғары башланғыс мәктәп, 1918 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1936 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1986 й. башлап хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә. Ағас эше һәм токарлыҡ...

АСҠЫН, ауыл, Асҡын р‑ны үҙәге

АСҠЫН, ауыл, Асҡын р‑ны (1930—32 йй., 1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Асҡын а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнc. 213 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Борма, Асҡын йй. (Төй й. басс.) буйында, Яугилде—Щучье Озеро (Пермь крайы), Иҫке Балтас—Асҡын автомобиль юлдарында урынлашҡан....

АСЛАЕВ Нуриман Сәйетгәрәй улы

АСЛАЕВ Нуриман Сәйетгәрәй улы (13.4.1939, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Туймазы а.), нефтсе. БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1994), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1986). 1962 й. алып “Туймазабурнефть” тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры; 1970 й. башлап Өфө быраулау эштәре идаралығы быраулау мастеры, 1996—2002 йй....

АСЛАЕВ Сәғит Төхвәт улы

АСЛАЕВ Сәғит Төхвәт улы (1.11.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы 1‑се Этҡол а.), тренер. Профессор (2005). Бокс буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003). РФ‑тың (1999) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006), БР‑ҙың мәғариф...

АСЛАЕВ Төхвәт Хәлим улы

АСЛАЕВ Төхвәт Хәлим улы [15.6.1922, БАССР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Иҫән а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 28.10.1995, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1969), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1994), РСФСР‑ҙың (1957) һәм БАССР‑ҙың (1955) атҡ. уҡытыусыһы, РСФСР‑ҙың халыҡ...

АСЛЫҠ, йот

АСЛЫҠ, йот, кешенең, билдәле бер кешеләр төркөмөнөң, ш. уҡ теге йәки был төбәк халҡының туҡланыу рационында йәшәү өсөн мөһим компоненттарҙың етешмәүе йәки булмауы һөҙөмтәһендә тыуған соц. бәлә‑ҡаза. А. төрлө стихиялы бәлә‑ҡазаларға (оҙайлы ҡоролоҡ, һыу баҫыу, иртә ҡырау төшөү, борсаҡ яуыу), системалы...

АСМАЕВ Славик Михайлович

АСМАЕВ Славик Михайлович (29.6.1954, БАССР‑ҙың Бөрө районы Бахтыбай а.), бейеүсе, балетмейстер, педагог. РФ‑тың атҡ. артисы (1995), Марий Эл Респ. халыҡ артисы (1988), Мари ССР‑ының атҡ. артисы (1980). Башҡ. респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын  (Стәрлетамаҡ ҡ., 1973), Рәсәй Театр сәнғәте акад. (Мәскәү, 1995)...

АСПЕРГИЛЛ

АСПЕРГИЛЛ (Aspergillus), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 160 төрө билдәле, киң таралған. А. вегетатив тәне — субстратҡа үтеп ингән күп күҙәнәкле тармаҡлы мицелий, һирәгерәк һауа мицелийы ла үҫешә. Мицелийҙың күҙәнәктәре күп ядролы. Башлыса енесһеҙ юл — конидия туплағыстарҙа үҫешеүсе...

АСПИРАНТУРА

АСПИРАНТУРА (лат. aspiro — ынтылам, яҡынайырға тырышам), вуздан һуң проф. белем биреү системаһында ғилми һәм ғилми‑пед. кадрҙар әҙерләү формаһы. Ғилми‑тикшеренеү учреждениеларында һәм юғары уҡыу йорттарында тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙә А. 1925 й. РСФСР Мәғариф ХК эргәһендә, 1930‑сы йй. алып СССР вуздарында...

АССАМБЛЯЖ

АССАМБЛЯЖ (фр. assemblage), һынлы сәнғәттә ғәҙәти булмаған материалдарҙан эшләнгән әҫәр. А. техникаһы 20 б. башында кубистар коллажынан, Пикассо һәм итальян футуристарының тәүге абстракт скульптураларынан барлыҡҡа килә. Концептуаль сәнғәт төрө булараҡ А. бер үк ваҡытта төрлө пластик һәм рәсем сәнғәте...

АССИМИЛЯЦИЯ

АССИМИЛЯЦИЯ (лат. аssimilatio — оҡшашыу, ҡушылыу), 1) ижтимағи, ижтимағи төркөм вәкилдәренең бүтән төркөмдөң, йәмғиәттең ижт.-мәҙәни һыҙаттарын үҙләштереү процесы һәм һөҙөмтәһе. Ижт. айырмалыҡтарҙы тулыһынса юғалтыуға алып барып, йыш ҡына шәхесте, ижт. ҡатламдарҙы һәм төркөмдәрҙе үҙенең ижт. ойошмаһы...

АССОЦИАЦИЯ

АССОЦИАЦИЯ, иҡтисадта: физик һәм (йәки) юридик шәхестәрҙең үҙ эшмәкәрлектәрен координациялау, үҙ-ара ярҙамлашыу һәм бер-береһенең мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ойошторолған ирекле берекмәһе. А. составына ингән субъекттарҙың иҡт. үҙаллылыҡтары һәм юридик шәхес хоҡуҡтары һаҡлана. А. йәмәғәт ойошмалары булып...

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович [29.12.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Мәсәғүт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 8.12.1994, Мәскәү], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1989). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1905 й. халыҡ күтәрелеше иҫтәлегенә арналған Мәскәү өлкә һынлы сәнғәт художество...

АСТАНИН Владимир Васильевич

АСТАНИН Владимир Васильевич (16.12.1947, Өфө), инженер-механик. Физика‑матем. ф. д-ры (1997). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1985 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге...

АСТАФЬЕВ Михаил Иванович

АСТАФЬЕВ Михаил Иванович (1821, Калуга губ. — 11.6.1884, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1879). Дворяндарҙан. 1817—64 йй. Кавказ һуғышында ҡатнашыусы. Император хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1845). 1839—76 йй. һәм 1878 й. алып рус армияһында. 1845 й. Ырымбур айырым корпусында, 1846—76 йй....