Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕЛОВ Михаил Ипатович

БЕЛОВ Михаил Ипатович (7.11.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Алексеевка а. — 24.2.2015, Мәскәү), десантсы, ген.-майор (1979). Хәрби ф. д‑ры (1968), проф. (1971). М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1955). Б.В. һуғышында, Венгрияла хәрби хәрәкәттәрҙә (1956) ҡатнашыусы. 1942 й. алып Совет Армияһында....

БЕЛОВ Степан Михайлович

БЕЛОВ Степан Михайлович (14.6.1996, Октябрьский ҡ.), танкист, өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлаған (2018). 2014 й. алып Рәсәй армияһында. Герой...

БЕЛОВ Фёдор Иванович

БЕЛОВ Фёдор Иванович (20.2.1920, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Түбәнге Әүжән‑Петровск Заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Түбәнге Әүжән а., — 27.5.1979, Сибай ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге ике йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен тамамлаған...

БЕЛОКРИНИЦКИЙ ИЕРАРХИЯҺЫ, Австрия иерархияһы

БЕЛОКРИНИЦКИЙ ИЕРАРХИЯҺЫ, Австрия иерархияһы, поп йүнәлешле (ҡара: Поповсылар) ҙур старообрядсылыҡ сиркәүе. 1846 й. Белая Криница а. (Австрия Галицияһы) Рәсәйҙән күскән поповсылар общинаһы тарафынан ойошторола. 19 б. 50-се йй. Б.и. үҙәге Мәскәүгә (Рогожа общинаһы) күсә, унда дини совет төҙөлә. 1988...

БЕЛОНОСОВ Федот Павлович

БЕЛОНОСОВ Федот Павлович (яҡынса 1719 — 1791 алда түгел), Исәт провинцияһы казактарынан Уложенный комиссия депутаты. Ырымбур казак ғәскәрендә (1767 й. Ырымбур губернаһының Этҡол ҡәлғәһендә) хеҙмәт иткән. Комиссияға эш хаҡын күтәреү, казактарҙың аҫаба башҡорттар, дәүләт крәҫтиәндәре һ.б. м‑н ер мөнәсәбәттәрен...

БЕЛОРЕТ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ

БЕЛОРЕТ ЗАВОДТАРЫ ЙӘМҒИӘТЕ, 1874 й. Мәскәүҙә “Вогау и К°” сауҙа йорто тарафынан Пашковтарҙың тимер етештереү заводтарының акционерҙар йәмғиәте булараҡ ойошторола. 1874—1916 йй. һәм 1918 й. идаралығы Мәскәүҙә, 1916 й. — 1918 й. башында Петроградта урынлаша. Заводтар м‑н идара итеү өсөн Верхнеурал өйәҙенең...

БЕЛОРЕТ ЗАВОДЫ

БЕЛОРЕТ ЗАВОДЫ, 1762 й. Себер даруғаһы Дыуан‑Көҙәй һәм Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Ағиҙел й. буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар,...

БЕЛОРЕТ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ

БЕЛОРЕТ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составы: икмәк-булка, кондитер цехтары (икеһе лә 1988 й. нигеҙләнгән). 2010 й. 162 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер изделиелары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1933 й. Белорет икмәк з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла. 1938 й. икмәкханалар...

БЕЛОРЕТ ИТ КОМБИНАТЫ

БЕЛОРЕТ ИТ КОМБИНАТЫ. 1958 й. нигеҙ һалына, 1962 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына ит-май, компрессорҙар (икеһе лә 1962 й. нигеҙләнгән), колбаса (1963) цехтары, һыуытҡыс (1962), ҡаҙанлыҡ бүлмәһе (1962) һ.б. ингән. Белорет, Өфө, Учалы ҡҡ., Белорет р‑ны Инйәр а. һәм...

БЕЛОРЕТ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

БЕЛОРЕТ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ, 1931 й. Металлургтарҙың мәҙәниәт һәм техника йорто булараҡ асыла, 1996 й. алып Белорет металлургия комбинатының бүлендек пр‑тиеһы “Досуг” ЯСЙ, 2003 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 700 урынлыҡ тамаша залы, китапханаһы, бейеү һәм спорт залы, түңәрәк эштәре өсөн...

БЕЛОРЕТ МАЙ-СЫР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ

БЕЛОРЕТ МАЙ-СЫР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Составы: айыртылмаған һөт продукцияһы, йомшаҡ сыр, май етештереү (бөтәһе лә 1976 й. нигеҙләнгән) һ.б. цехтар. 2010 й. 98 кеше эшләгән. Май, сыр, һөт продукцияһы етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1958 й. Белорет һөт з‑ды булараҡ нигеҙ һалына,...

БЕЛОРЕТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

БЕЛОРЕТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1935 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1936) шәфҡәт туташтары мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1939 й. алып акушерҙар мәктәбе, 1942 й. — фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе, 1943 й. — мед. техникумы, 2003 й. хәҙ. статусын ала (2009 й. башлап дәүләт авт. мәғариф учреждениеһы). Уҡытыу көндөҙгө...

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1933 й. металлургия техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. хәҙ. статусын ала. 2010 й. колледж составына Белорет һөнәрселек лицейы №25 инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе, металдарҙы баҫым аҫтында эшкәртеү, металдарҙы өйрәнеү...

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОМБИНАТЫ, ААЙ

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составы: 150‑се прокатлау цех‑станы, ҡорос сым (1‑се, 4‑се, 6‑сы), ҡатыштырылған, ныҡ сыҙамлы сым, микросым, таҫманы һалҡын килеш прокатлау, арҡан (3‑сө, 17‑се), 5‑се авиаарҡан цехтары; 14 ярҙамсы бүлексә; 5 бүлендек пр‑тие. 2010 й. 6242 кеше эшләгән. Сортлы прокат,...

БЕЛОРЕТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

БЕЛОРЕТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, өҫкө кембрий алды тау тоҡомдарының урындағы юғары баҫымлы стратиграфик бүлексәһе. Д.Г.Ожиганов Белорет ҡ. районында айырып күрһәтә (1940). А.И.Иванов (1948), Н.Ф.Решетников (1962—66), П.Н.Швецов (1962—76), А.А.Алексеев (1970) тарафынан өйрәнелә. Мәйәрҙәк антиклинорийын...

БЕЛОРЕТ МУЗЕЙЫ

БЕЛОРЕТ МУЗЕЙЫ. Белорет ҡ. урынлашҡан. 1969 й. йәмәғәт башланғысында Белорет тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1990—2006 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 12 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Ватан һуғышы осорона ҡараған ҡорал, обмундирование һәм наградалар коллекциялары,...

БЕЛОРЕТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

БЕЛОРЕТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1930 й. 2‑се баҫҡыс мәктәп нигеҙендә пед. техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1937 й. алып пед. уч‑щеһы, 1997 й. хәҙ. статусын ала. Б.п.к. составына Стәрлетамаҡ пед. уч‑щеһы (1955) һәм Темәс башҡорт педагогия училищеһы (1956) инә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс синыфтарҙа...

БЕЛОРЕТ РАЙОНЫ

БЕЛОРЕТ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Силәбе өлк., көнсығышта — Учалы, көньяҡ-көнсығышта — Әбйәлил, көньяҡта — Бөрйән, көнбайышта Ишембай, Ғафури һәм Архангел р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Тамъян-Ҡатай кантоны улустары инә (ҡара: Административ район)....

БЕЛОРЕТ РЕССОРҘАР ҺӘМ ПРУЖИНАЛАР ЗАВОДЫ

БЕЛОРЕТ РЕССОРҘАР ҺӘМ ПРУЖИНАЛАР ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Трактор һәм а.х. машиналары эшләүсе, автомобиль сәнәғәте, т. юл транспорты, энергетика һ.б. пр‑тиелар өсөн комплектлау (эҫе һәм һалҡын килеш уралған пружиналар, автомобиль һәм трактор рессорҙары, тәгәрмәс сылбыры быуынының трак бармаҡтары) һәм запас частар...

БЕЛОРЕТ УРМАН КОМБИНАТЫ

БЕЛОРЕТ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1972 й. район сәнәғәт комб‑ты (1939 й. нигеҙләнгән) базаһында Б.у.к. булараҡ нигеҙ һалына, 1977 й. Белорет ағас әҙерләү-эшкәртеү комб‑тына үҙгәртелә, 1991 й. алып “Б.у.к.” ЯАЙ, 2005 й. ябыла. Составына Арша, Инйәр, Мөхәмәт ағас әҙерләү участкалары,...