Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АПОЛЛОН

АПОЛЛОН (Parnassius apollo), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 9 см тиклем, аҡ (инә күбәләктеке ҡара йәки һары тәңкәләр менән тоноҡланған). Алғы ҡанаттарында (тышҡы сите үтә күренмәле) ҙур, ҡара, артҡыларында ҡара ҡаймалы 2 ҡыҙыл тап айырылып...

АППЕНДИЦИТ

АППЕНДИЦИТ (лат. appendix — ҡушылма), һуҡыр эсәктең селәүсен һымаҡ үҫентеһенең шешеүе. Селәүсен һымаҡ үҫентенең киңлеге тарайғанда йәки йыуан эсәк таштары м‑н ябылғанда, ҡыл селәүсендәр м‑н тығылғанда, лайлалы тиресә шешенгәндә һ.б. барлыҡҡа килә, был ваҡытта эсәктәрҙәге бактериялар шешеү процесының...

АППЛИКАЦИЯ

АППЛИКАЦИЯ (лат. applicatio — ябыу), туҡыма йәки ҡағыҙға төрлө төҫтәге материал киҫәктәрен йәбештереү, тегеү ысулы м‑н нәфис һүрәттәр эшләү; ошо ысул м‑н эшләнгән һүрәт, биҙәк. Башҡорттарҙа А. — тамыры м‑н төрки‑монгол күсмә халыҡтарының боронғо мәҙәниәтенә барып тоташыусы биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең...

АППРОКСИМАЦИЯ

АППРОКСИМАЦИЯ (лат. approximo — яҡынлашам), бер матем. объекттарҙы икенселәре аша яҡынса күрһәтеү. Бер төр объекттарҙы (һандарҙы йәки функцияларҙы) теге йәки был яғынан тәүгеләренә яҡын булған, ләкин уларҙан ябайыраҡ һәм иҫәпләп сығарыуы еңелерәк булған икенселәре м‑н (мәҫ., кәкре һыҙыҡтарҙы уларға...

АПТРАҠ, Көҫәпәй, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/ с үҙәге

АПТРАҠ, Көҫәпәй, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 452 кеше; 1920 — 561; 1939 — 500; 1959 — 402; 1989 — 420; 2002 — 356; 2010 — 312 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп,...

АПУТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Үтәш а/ с ҡарай

АПУТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Үтәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 5 км һәм Үңкерҙе ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Сакалдым й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 337; 1939 — 366; 1956 — 400; 1989 — 333; 2002 — 328; 2010 — 274 кеше. Башҡорттар йәшәй...

АПУХТИН Аким Иванович

АПУХТИН Аким Иванович (1723—1792; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1804), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑поручик (1776). Дворяндарҙан. 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1737 й. алып рус армияһында. 1773—82 йй. Хәрби коллегия ағзаһы. Е.И.Пугачёв һәм Крәҫтиәндәр һуғышының (1773—75) башҡа ҡатнашыусылары өҫтөнән...

АР, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ар а/с үҙәге

АР, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ара/ с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 17 км һәм Йоматау т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 979 кеше; 1920 — 1077; 1939 — 1007; 1959 — 776; 1989 — 582; 2002 — 626; 2010 — 594 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты,...

АРА

АРА, башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошонда туғандаш ғаиләләр төркөмө йәки ырыу бүленеше. Әҙәб.: Аймаҡ мәҡ. ҡарағыҙ. Тәрж. М.Н.Моратшина...

АРАЛБАЕВА Әминә Кәшфи ҡыҙы

АРАЛБАЕВА Әминә Кәшфи ҡыҙы  [22.5.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Күлләр а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 27.10.2014, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән], театр эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1999). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1950). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (Өфө, 1950; Ғ.С.Саттаров курсы), ГИТИС-ты...

АРАЛБАЙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы

АРАЛБАЙ (Аралбаев) Ҡәҙим Әбделғәлим улы (1.9.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Таңатар а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2011). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлаған (1968). 1973—77 йй. “Ағиҙел” журналының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире, яуаплы...

АРАЛБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Заречье а/ с ҡарай

АРАЛБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Заречье а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Иртөбәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 204 кеше; 1920 — 242; 1939 — 173; 1959 — 158; 1989 — 91; 2002 — 126; 2010 — 109 кеше. Башҡорттар...

АРАЛЫҠ КУЛЬТУРАЛАРЫ

АРАЛЫҠ КУЛЬТУРАЛАРЫ, төп культуралар үҫтереүҙән буш ваҡытта ултыртыла торған культуралар. А.к. бер ер майҙанынан йылына 2 уңыш алырға мөмкинлек бирә. Өҫтәп сәселгән (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр), ужым (көҙөн уңыш йыйып алынғандан һуң сәселә һәм яҙын төп культураларҙы сәскәнгә тиклем йыйып алына),...

АРАМЕЛЕВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Ильина Поляна а/ с ҡарай

АРАМЕЛЕВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Ильина Поляна а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Оло Иҙәк й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 384 кеше; 1920 — 540; 1939 — 328; 1959 — 229; 1989 — 198; 2002 — 165; 2010 — 193 кеше....

АРАХНОЛОГИЯ

АРАХНОЛОГИЯ (гр. аrachne — үрмәксе һәм ...логия), зоологияның үрмәксе һымаҡтарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Үрмәксе һымаҡтарҙың морфологияһын, систематикаһын, төр составын, таралыуын, уларҙың әһәмиәтен өйрәнә. Башҡортостанда үрмәксе һымаҡтар (амбар ҡоротҡостары) т‑да тәүге хеҙмәттәрҙе М.Ш.Үтәкәев (1933), А.П.Веретенников...

АРБАУ

АРБАУ, имләү, башҡ. йола фольклоры жанры, объектҡа тәьҫир итеүгә һәләтле һүҙ формулаһы. Исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Борон А. тылсымлы ғәмәлгә (ҡара: Магия, Йолалар) бәйле була, һуңыраҡ һүҙ формулаһы үҙе үк тылсымлы әһәмиәт ала. Шиғри, шиғри‑проза, проза формаларында йәшәй. А. шиғырҙары...

АРБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Арбаш а/ с үҙәге

АРБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Арбаш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 139 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 995 кеше; 1920 — 1112; 1939 — 982; 1959 — 784; 1989 — 379; 2002 — 343; 2010 — 209 кеше....

АРБИТРАЖ СУДЫ

АРБИТРАЖ СУДЫ, иҡт. бәхәстәрҙе хәл итеү һәм РФ Конституцияһы, 1995 й. 28 апр. ҡабул ителгән “РФ‑та арбитраж судтары тураһында” Федераль конституция законы, РФ‑тың Арбитраж процессуаль кодексы һ.б. федераль закондар тарафынан уның компетенцияһына индерелгән башҡа эштәрҙе ҡарау б‑са беренсе инстанция...

АРҒАЯШ БАШҠОРТ МИЛЛИ ОКРУГЫ

АРҒАЯШ БАШҠОРТ МИЛЛИ ОКРУГЫ, 1934 й. 17 ғин. Силәбе өлкәһе составында ойошторола. Округҡа БАССР составынан алынған Арғаяш районы һәм Ҡоншаҡ районы инә. Төньяҡта — Силәбе өлк. Наҙы‑Петровск, Өпәле һәм Ташлы, көнсығышта — Тинес, көньяҡта — Силәбе һәм Мейәс, көнбайышта Златоуст һәм Медведевск р‑ндары м‑н...

АРҒАЯШ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

АРҒАЯШ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Арғаяш район мәҙәниәт йортоноң башҡорт халыҡ драма театры. Силәбе өлк. Арғаяш а. урынлашҡан. 1989 й. башҡ. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1991 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштергән әҫ. — С.Ш.Поварисовтың “Туй бүләге” спектакле. 1989—2010 йй. театрҙа...