Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЛИЗНЕЦОВ Альберт Васильевич

БЛИЗНЕЦОВ Альберт Васильевич (29.9.1935, БАССР‑ҙың  Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2002), проф. (1994). БАССР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) БНИИСХ‑ла эшләй (1967—72 йй. лаб. мөдире). 1973 й. һәм 2010 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 1978—97 йй. айырым зоотехния...

БЛИНКОВА (Петрова) Галина Васильевна

БЛИНКОВА (Петрова) Галина Васильевна (2.10.1956, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Богородский а.), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1976). ВЦСПС‑тың Профсоюздар хәрәкәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1985). Өфөнөң 1‑се СДЮШОР‑ы һәм “Зенит” ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе...

БЛИНОВ Леонид Павлович

БЛИНОВ Леонид Павлович [20.6.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Байҡы а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 10.10.1998, Ҡазан], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1973), проф. (1977). РФ‑тың атҡ. иҡтисадсыһы (1982), ТАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1991), Рәсәйҙең почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Ҡазан финанс‑иҡт....

БЛОХИН Алексей Александрович

БЛОХИН Алексей Александрович (30.5.1897, Ярославль губернаһы Головин а. — 6.10.1942, Ишембай ҡ.), инженер‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1937), профессор (1937). Мәскәү тау академияһын тамамлағандан һуң (1929) “Уралнефть” тресы Стәрлетамаҡ разведка быраулауы контораһының баш геологы,...

БЛОХИНДАР

БЛОХИНДАР, сауҙагәрҙәр. Кондратий Игнатьевич Б. (1815—?), 1‑се гильдия сауҙагәре. Өфөлә араҡы з‑ды, шарап магазины, иҫерткес эсемлектәр һатыу йорто һәм кафе‑ресторанлы склад тота; галантерея магазины, Каруанһарайҙың 9 кибете һәм 16 иҫерткес эсемлектәр һатыу йорто хужаһы була. 1863 й. һыра ҡайнатыу з‑ды...

БЛЮМЕНТАЛЬ Юлий Юлиевич

БЛЮМЕНТАЛЬ Юлий Юлиевич (11.8.1870, Ҡазан — 1944, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Кишелга а.), рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. Дворяндарҙан. Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы (1905—20). Император художество акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1894). 1905—06 йй. Бәләбәй өйәҙе...

БЛЮХЕР Василий Константинович

БЛЮХЕР Василий Константинович (19.11.1890, Ярославль губернаһы Барщинка а. — 9.11.1938, Мәскәү ҡ.), хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Маршалы (1935). 1916 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914—16 йй. һәм 1917 й. рус армияһында; 1918 й. алып РККА‑ла. 1917 й. декабренән...

БОБКОВА Евгения Владимировна

БОБКОВА Евгения Владимировна (3.10.1934, Өфө — ғин. аҙағы, 2012, С-Петербург), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) — Куйбышев ҡ., 1965 й. алып — БДМИ‑ла, 1967—2007 йй. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында (1978 й. башлап лаб. мөдире)...

БОБОРЫКИН Константин Николаевич

БОБОРЫКИН Константин Николаевич (1829, Ярославль губ. — 1904), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1875). Дворяндарҙан. 1849 й. — Венгрия походында, 1853—56 йй. Ҡырым һуғышында ҡатнашыусы. Артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1844, С.‑Петербург). 1844 й. алып рус армияһында. 1861—64 йй. Урга ҡ. (Ҡытай) Рәсәй империяһы...

БОБРИК Борис Фёдорович

БОБРИК Борис Фёдорович [11.7.1933, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Аксёнов а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 21.7.2013, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1996), БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1987). БАХИ‑ны тамамлаған (1983). 1956—2003 йй. “Востокнефтепроводстрой” ААЙ‑нда (Өфө) эшләй:...

БОБРОВАЯ, ҡарағат сорты

БОБРОВАЯ, ҡара ҡарағат сорты. 1978 й. М.Ғ.Әбдеева (БНИИСХ) һәм В.М.Литвинова тарафынан (Бөтә Рәсәй баҡсасылыҡ һәм питомниксылыҡ селекция‑технология ин‑ты, Мәскәү) Крупная, Бредторп һәм Хлудовская сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Ҡыуағы уртаса бейеклектә, уртаса тармаҡлы, үренделәре еңелсә бөгөлөп...

БОБСЛЕЙ

БОБСЛЕЙ (ингл. bobsleigh), спорт төрө, айырым конструкциялы идара ителеүсе саналарҙа махсус боҙ трассалары буйлап ҙур тиҙлектә тауҙан шыуып төшөү. Башҡортостанда Б. 20 б. 80‑се йй. алып үҫешә. 1982 й. Мәләүез р‑ны Томансы а. СССР‑ҙа 1‑се махсуслаштырылған сана‑бобслей трассаһы асыла һәм Б. б‑са СССР...

БОБЫЛДӘР

БОБЫЛДӘР, 16—19 бб. Рәсәйҙә халыҡтың соц. төркөмө. Хужалығы ярлы булған, һалым ярты күләмдә генә һалынған. Башҡортостанда 17 б. алып батша һарайы, монастырь, алпауыт һәм ҡаҙна (яһаҡлы) Б. билдәле. 1724 й. йән башына һалым индерелгәс, алпауыт, монастырь һәм батша һарайы Б. крәҫтиәндәрҙең шундай уҡ категориялары...

БОГАТЫХ Константин Фёдорович

БОГАТЫХ Константин Фёдорович (1.6.1936, Ырымбур өлк. Николаевка а. — 15.7.2016, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1987). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) 2011 й. тиклем шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге нефть...

БОГАЧЁВ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БОГАЧЁВ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмырҙа а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Сибай т. юл ст. К.Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 575 кеше; 1939 — 522; 1959 — 527; 1989 — 365; 2002 — 339; 2010 — 254 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ишмырҙа...

БОГДАНОВ Александр Николаевич

БОГДАНОВ Александр Николаевич (3.11.1882, Рязань губернаһы Мердуши а. — 5.9.1964, Белгород‑Днестровский ҡ.), ботаник. Профессор (1927). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1948). С.‑Петербург университетын (1908), Мәскәү ауыл хужалығы институтын (1912) тамамлаған. 1913 й. алып Мәскәү, Вологда, Новочеркасск ҡҡ.,...

БОГДАНОВА Галина Михайловна

БОГДАНОВА Галина Михайловна (19.2.1925, Ленинград губ. Лемасарь а. — 9.9.2013, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1941—80 йй. ӨМЭПБ‑ла шымартыусы, өлкән планлаштырыусы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тәүлек эште 2—3 тапҡырға арттырып үтәй. 9‑сы биш йыллыҡ планын 4 йыл эсендә башҡара. БАССР ЮС‑ының 7‑се...

БОГДАНОВИЧ Николай Модестович

БОГДАНОВИЧ Николай Модестович (1853, Харьков ҡ. — 6.5.1903, Өфө, С.‑Петербургта ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1896). Хоҡуҡ канд. (1876). Дворяндарҙан. С.‑Петербург ун‑тының юридик ф‑тын тамамлағандан һуң (1865) Юстиция министрлығы органдарында эшләй. 1876 й. алып Киев...

БОГДАНОВИЧ Татьяна Александровна

БОГДАНОВИЧ Татьяна Александровна (26.11.1873, С.‑Петербург — 31.12.1942, Свердловск ҡ.), яҙыусы. В.Г.Короленконың тормошо һәм ижадына арналған хеҙмәттәр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн элекке замандағы реаль ваҡиғаларҙың мауыҡтырғыс донъяһын һүрәтләүсе тарихи повестар авторы. “Пётр III тау заводы. Пугачёвсылар...

БОГОЛЮБОВ Николай Николаевич

БОГОЛЮБОВ Николай Николаевич (8.8.1909, Түбәнге Новгород ҡ. — 13.2.1992, Мәскәү), математик, физик‑теоретик, механик. СССР ФА акад. (1953), Украина ССР‑ы ФА акад. (1948). Соц. Хеҙмәт Геройы (1969, 1979). Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡлы булмаған механика, ҡырҙың квант теорияһы, математик физика өлкәһендәге...