Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БУНИН УРМАНЫ

БУНИН УРМАНЫ, ландшафт заказнигы (1997). Бәләбәй р‑ны Парафеевка а. төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 1,2 мең га. Рельефы яйла һымаҡ, эрозиялы. Б.у. терр‑яһында ҡалҡыулыҡтағы иң ҙур ҡарағай урманы (100 һәм 200 йәшлек ағастар осрай), йүкәлектәр,...

БУРА МӘҘӘНИӘТЕ

БУРА МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2‑се ярт. — б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. 1901 й. В.А.Городцов тарафынан асыла, ҡәберлектәрҙәге бүрәнә ҡоролмалар б‑са атала. Башҡортостанда Б.м. ҡараған 300‑ҙән ашыу торама һәм 100‑ҙән ашыу ҡәберлек табыла, улар Ағиҙел,...

БУРА ҺУҒЫУ СПОРТЫ

БУРА ҺУҒЫУ СПОРТЫ, спортсыларҙың билдәле бер алыҫлыҡтан таяҡ (бура таяғы) м‑н 5 буранан (ағас цилиндрик түмәр) төҙөлгән фигураларҙы бәреп сығарыу ярыштары. Башҡортостанда Б.һ.с. 20 б. 50‑се йй. аҙ. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубында, “Батыр”, “Кировец”, “Химик” (бөтәһе лә — Өфө), “Металлург” (Белорет ҡ.)...

БУРАҠАЕВА Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы

БУРАҠАЕВА Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27.3.1943, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2002). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) респ. киң мәғлүмәт сараларында һәм халыҡ мәғарифы системаһында...

БУРАЛЫ, Илеш р‑нындағы ауыл

БУРАЛЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Этәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 119 км алыҫлыҡта Буралы й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 411 кеше; 1920 — 547; 1939 — 513; 1959 — 489; 1989 — 232; 2002 — 241; 2010 — 235 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

БУРАМА

БУРАМА, башҡорт йәйләүҙәрендәге 2 яҡлы ҡабыҡ ҡыйыҡлы һәм ер иҙәнле, түшәмһеҙ һәм тәҙрәһеҙ бүрәнә торлаҡ. Нигеҙҙә, ҡарағайҙан төҙөгәндәр. Ян стеналары ҡабырға стеналарына ҡарағанда 3—4 бүрәнәгә бейегерәк булған һәм ҡыйыҡтың буй өрлөгөнә таяу булып хеҙмәт иткән. Традицион интерьер сыуалдан һәм ишеккә...

БУРАН

БУРАН, елдең ҡарҙы тупраҡ йәки ҡар япмаһы өҫтөнән күсереп йөрөтөүенә килтергән атмосфера күренеше. Йәйәүле, һепертмә һәм өйөрмә Б. була. Йәйәүле (ел тиҙлеге яҡынса 5 м/ с, ҡар бер нисә см күтәрелә) һәм һепертмә Б. (яҡынса 10 м/ с, 2 м тиклем), антициклон периферияһында барлыҡҡа килеп, алдан яуған ҡарҙы...

БУРАН ТУРҒАЙЫ

БУРАН ТУРҒАЙЫ (Parus cyanus), турғай һымаҡтар отрядының ҡарабаш турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса бүлкәтендә (Приморьенан алып Көнсығыш Европаға тиклем) таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 18—25, ҡанатының ҡоласы 19—23 см, ауырлығы 10—16 г. Ҡауырһын ҡапламының күпселек өлөшө аҡ төҫтә,...

БУРАНБАЕВА Сара Абдулхай ҡыҙы

БУРАНБАЕВА Сара Абдулхай ҡыҙы (24.6.1967, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (1994) артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2007). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1989; А.К.Лощенков курсы) — БР Милли Йәштәр театры, 1998 й. алып БАДТ актрисаһы. Актрисаға эске...

БУРАНБАЙ СӘСӘН

БУРАНБАЙ СӘСӘН [ысын исеме Ҡотошов/  Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы); 1765 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1771 йәки 1781), Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Кинйәбулат а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а., — яҡынса 1868, фаразланыуынса, БР‑ҙың Хәйбулла...

БУРАНБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БУРАНБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Таулыҡай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 617 кеше; 1939 — 362; 1959 — 304; 1989 — 342; 2002 — 424; 2010 — 417 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

БУРАНҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

БУРАНҒОЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Буранғол а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 42 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 89 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 493 кеше; 1920 — 601; 1939 — 637; 1959 — 548; 1989 — 650; 2002 — 742; 2010 — 773 кеше. Башҡорттар...

БУРАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

БУРАНҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡыҙрас а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 55 км алыҫлыҡта Асылыкүлгә ҡойоусы Шарлама й. буйында, Асылыкүл тәбиғи паркында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 865 кеше; 1920 — 884; 1939 — 544; 1959 — 412; 1989 — 311; 2002 — 306; 2010 — 309 кеше....

БУРАНҒОЛОВ Йәмил Айҙар улы

БУРАНҒОЛОВ Йәмил Айҙар улы (19.6.1958, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Байназар а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) “Молодёжная газета” гәз. эшләй, 1997—2005 йй. “Ватандаш” ж. бүлек мөхәррире. Хәрби‑патриотик һәм спорт темаларына мәҡ., Чечнялағы хәрби бәрелештәр (1994—96)...

БУРАНҒОЛОВ Мәжит Фазлый улы

БУРАНҒОЛОВ Мәжит Фазлый улы (1904, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а., хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Үрге Ильяс а., — 7.3.1943, Смоленск өлк. Выдро а. янында), халыҡ йырсыһы, музыкант. Б.В. уғышында ҡатнашыусы. Ырымбур башҡ. пед. техникумын тамамлаған (1927), 1934—38 йй. мөхәррир-тәржемәселәр...

БУРАНҒОЛОВ Мөхәммәтша Абдрахман улы

  БУРАНҒОЛОВ Мөхәмәтша Абдрахман улы (15.12.1888, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс а., хәҙ. Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны Үрге Ильяс а., — 9.3.1966, Өфө), фольклорсы, драматург. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен (1907) һәм “Хөсәйениә”...

БУРАНҒОЛОВА Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы

БУРАНҒОЛОВА Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы (28.2.1910, Бәләбәй ҡ. — 16.2.1979, Өфө), тупраҡ белгесе. А.х. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1968). Ленинград а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) Башнаркомземда, иген с‑здары тресында, БАХИ‑ла эшләй; 1953 й. алып Биол. ин‑тында (1959—77 йй....

БУРАНҒОЛОВА Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы

БУРАНҒОЛОВА Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (11.6.1961, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Ҡандра-Ҡотой а.), спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.П.Огородникова). 1981 й. алып “Спартак” ДСО‑һы, 1987 й. — Профсоюздар...

БУРАНОВКА ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУҘАРЫ

БУРАНОВКА ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУҘАРЫ, таш быуат археологик ҡомартҡылары. Салауат р‑ны Яхъя а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан Йүрүҙән й. һул ярында, йылға кимәленән 15—20 м бейеклектә, асыҡ ҡая (бейеклеге 300 м) уртаһында урынлашҡан. Бурановка тораһы — ауыҙы төньяҡ-көн‑ сығышҡа ҡараған коридор (яҡынса 35 м) тибындағы...

БУРАНСЫ, ауыл

БУРАНСЫ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә. Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Әбйәлил һәм Өмөтбай Бурансиндар билдәле. 1834 й. һуң Түбәнге Бурансы бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Үрге Бурансы...