Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӨХӘМӘТОВ Руслан Радаль улы

МӨХӘМӘТОВ Руслан Радаль улы (26.6.1975, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1997) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1993; педагогы Ш.Ә.Тереғолов) 2013 й. авг. тиклем БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 2007 й. алып Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография колледжында уҡыта. М. бейеүе...

МӨХӘМӘТОВ Фәрит Фәһим улы

МӨХӘМӘТОВ Фәрит Фәһим улы (3.4.1947, Өфө), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2003). РФ‑тың (2000) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. табибы, СССР‑ҙың (1991) һәм БР‑ҙың (2008) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Белорет металлургия комб‑тының мед.‑санитария бүлегендә эшләй, 1979...

МӨХӘМӘТОВА Ғәйнүш Миңлеғайса ҡыҙы

МӨХӘМӘТОВА Ғәйнүш Миңлеғайса ҡыҙы (25.11.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Түб. Ҡарғалы а., — 29.3.1989, Өфө), профпатолог. Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия...

МӨХӘМӘТШИН Вячеслав Шәрифулла улы

МӨХӘМӘТШИН Вячеслав Шәрифулла улы (12.5.1957, Октябрьский ҡ.), тау инженеры. Техник ф. канд. (1985), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. 1985 й. алып ӨДНТУ‑ның Октябрьский филиалында уҡыта,...

МӨХӘМӘТШИН Урал Ғүмәр улы

МӨХӘМӘТШИН Урал Ғүмәр улы (28.2.1953, Өфө — 30.12.2016, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2006). Рәссамдар союзы ағзаһы (1982). ӨДСИ‑не тамамлаған (1980; педагогтары В.Я.Батищев, Р.М.Нурмөхәмәтов). Башҡ. һынлы сәнғәт классиктары Ҡ.С.Дәүләткилдеев м‑н Ә.Ф.Лотфуллин традицияларын дауам иткән. М. эштәре...

МӨХӘМӘТШИН Фәһим Баязит улы

МӨХӘМӘТШИН Фәһим Баязит улы [28.6.1955, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Иҫәкәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], юрист. Юридик ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. юрисы (1999). Полиция ген.‑майоры (2004). СССР ЭЭМ академияһы эргәһендәге Мәскәү юридик ситтән тороп уҡыу филиалының Һарытау бүлексәһен тамамлаған (1981)....

МӨХӘММӘТ

МӨХӘММӘТ п ә й ғ ә м б ә р (яҡынса 570 й., Мәккә ҡ., Сәғүд Ғәрәбстаны — 8.6.632, Мәҙинә ҡ., шунда уҡ), дин әһеле һәм сәйәси эшмәкәр; исламға һәм Ғәрәп ярымутрауында беренсе теократик дәүләткә нигеҙ һалыусы. Ислам дине б‑са Алла тарафынан бәндәләргә ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы. Уның т‑да яҙма сығанаҡтар...

МӨХӘРӘМОВ Миҙхәт Кәрим улы

МӨХӘРӘМОВ Миҙхәт Кәрим улы [27.4.1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 7.3.1993, Ҡазан], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1964), проф. (1967). РСФСР‑ҙың (1982), ТАССР‑ҙың (1972) атҡ. фән эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан юридик ин‑тын тамамлаған (1948). 1951 й. алып СССР...

МӨХӨТДИНОВ Хәким Ғәйфулла улы

МӨХӨТДИНОВ Хәким (Хәкимйән) Ғәйфулла улы [22.7.1922, БАССР‑ҙың Тамьян‑Ҡатай кантоны Сәфәр а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 26.5.1988, Учалы р‑ны Учалы а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938—41 йй. һәм 1949— 84 йй. Учалы р‑нында эшләй: 1949 й. алып комбайнсы‑механик, 1954—58 йй. РТС...

МӨХТӘРУЛЛИНА Айгөл Рәйес ҡыҙы

МӨХТӘРУЛЛИНА Айгөл Рәйес ҡыҙы (21.7.1970, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) шунда уҡ эшләй, 2000 й. алып БДУ‑ның Сибай институтында (2002 й. тиклем һәм 2004 й. башлап инглиз филологияһы кафедраһы мөдире); 2007 й. — ӨДСА-ның урыҫ һәм сит телдәр кафедраһы...

МӨХТӘСИБӘТ

МӨХТӘСИБӘТ (ғәр. ихтасаба — иҫәпкә алыу, тикшереү), мосолман диниә назараттарының билдәле бер терр‑ялағы (ҡала, район, округ) мосолман мәхәлләләрен берләштергән адм. берәмеге. М. башында мөхтәсиб тора, ул имам дәрәжәһендә һәм мосолман руханиҙары араһында 15.631 229 ахундарҙан ҡала икенсе килә; вазифаға...

МӨҺИМ ОРГАНИК СИНТЕЗ ПРОДУКТТАРЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

МӨҺИМ ОРГАНИК СИНТЕЗ ПРОДУКТТАРЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, синтетик спирттар, фенол, ацетон, органик кислоталар, альдегидтар, кетондар, синтетик йыуыу саралары һәм углеводород сеймалынан органик синтездың башҡа продукттарын эшләп сығарыу б‑са нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. үҫешә башлай....

МӨШТӘРИ Хәмит Мозафар улы

МӨШТӘРИ Хәмит Мозафар улы (22.7.1900, Ырымбур ҡ. — 23.1.1981, Ҡазан), механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1937), проф. (1938). ТАССР‑ҙың (1940), РСФСР‑ҙың (1965) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. Урта Азия ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1923) ТАССР мәғариф ХК‑ның Академик үҙәге ғилми секретары (Ҡазан),...

МУЗЕЙҘАР

МУЗЕЙҘАР (гр. мuseјion — музалар храмы), тәбиғи тарих, матди һәм рухи мәҙәниәт ҡомартҡыларын туплау, һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу м‑н шөғөлләнгән фәнни, мәҙәни‑ағартыу учреждениелары. Фәнни-тикшеренеү, фәнни‑ағартыу һәм уҡыу-уҡытыу; учреждениеның ойоштороу тәртибенә һәм милек формаһына бәйле...

МУЗЫКА

МУЗЫКА, художестволы образды юғарылыҡ һәм эҙмә-эҙмәлек йәһәтенән билдәле бер рәүештә ойошҡан муз. тауыштар һәм шау аша сағылдырған сәнғәт төрө. М. таратыу, пропагандалау, фәнни тикшереү һәм муз. тәнҡит (ҡара: Музыка ғилеме), кадрҙар әҙерләү (ҡара: Музыка белеме биреү) м‑н бергә ижад, башҡарыу һәм үҙләштереү...

МУЗЫКА

МУЗЫКА, художестволы образды юғарылыҡ һәм эҙмә-эҙмәлек йәһәтенән билдәле бер рәүештә ойошҡан муз. тауыштар һәм шау аша сағылдырған сәнғәт төрө. М. таратыу, пропагандалау, фәнни тикшереү һәм муз. тәнҡит (ҡара: Музыка ғилеме), кадрҙар әҙерләү (ҡара: Музыка белеме биреү) м‑н бергә ижад, башҡарыу һәм үҙләштереү...

МУЗЫКА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

МУЗЫКАБЕЛЕМЕБИРЕҮ, музыкаөлкәһендә системалаштырылған белем, күнекмәләрҙе үҙләштереү процесы һәм һөҙөмтәһе; муз. уҡытыуҙы ойоштороу системаһы. Дөйөм (үҙешмәкәр эшмәкәрлек өсөн) һәм махсус (композиторлыҡ, пед., фәнни, башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн) М.б.б. айырып йөрөтәләр. Революцияға тиклем Башҡортостанда...

МУЗЫКА ҒИЛЕМЕ

МУЗЫКА ҒИЛЕМЕ, муз. сәнғәтте төрлө аспекттарҙа (тарихи, теоретик, муз. тәнҡит һ.б.) өйрәнеүсе фән; сәнғәт ғилеменең бер тармағы. Революцияға тиклемге осорҙа Башҡортостанда музыка т‑дағы тәүге мәҡәләләр концерт тормошона арнала. Ситтән килгән музыканттарҙың (татар йырсылары Ф.Латипов, К.Мутыги, С.Әхмәҙиев,...

МУЗЫКА ЙӘМҒИӘТЕ

МУЗЫКА ЙӘМҒИӘТЕ, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе рухи‑әхлаҡи һәм эстетик яҡтан тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү, уларҙы музыка мәҙәниәте ҡиммәттәренә ылыҡтырыу, йәш таланттарға ярҙам итеү, Башҡортостан халыҡтарының фольклорын һаҡлау маҡсатында ойошторолған ижтимағи ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1959 й. майында БАССР‑ҙың...

МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ

МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1972 й. Сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбе булараҡ асыла, 1993 й. алып мәктәп-лицей, 2004 й. — урта махсус Музыка колледжы. Сибай ҡ. филиалы бар (1994). Уҡытыу музыка ҡоралында башҡарыу (бүлектәре: халыҡ оркестры музыка ҡоралдары, тынлы һәм һуҡма...