Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЗЫКА

Просмотров: 842

МУЗЫКА, художестволы образды юғарылыҡ һәм эҙмә-эҙмәлек йәһәтенән билдәле бер рәүештә ойошҡан муз. тауыштар һәм шау аша сағылдырған сәнғәт төрө. М. таратыу, пропагандалау, фәнни тикшереү һәм муз. тәнҡит (ҡара: Музыка ғилеме), кадрҙар әҙерләү (ҡара: Музыка белеме биреү) м‑н бергә ижад, башҡарыу һәм үҙләштереү йәмғиәттең муз. мәҙәниәтен барлыҡҡа килтерә. Халыҡ муз. ижадына (ҡара: Халыҡ музыкаһы, Халыҡ йырсылары һәм музыканттары), донъя мәҙәниәте мираҫына нигеҙләнгән Башҡ‑ндың проф. музыка сәнғәте 20 б. башынан формалаша башлай. Революцияға (1917) тиклем башҡорттарҙа, башлыса муз.‑шиғри ауыҙ-тел ижады үҫешә, ул йырауҙар, ҡурайсылар, сәсәндәр ижадында күҙәтелә һәм музыка башҡарыуҙың (вокаль һәм халыҡ музыка ҡоралдарында) төрлө формаларында һәм жанрҙарында урын ала. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, хәрби ҡәлғәләр һәм ҡалалар төҙөү, Үҙәк Рәсәйҙән халыҡтың күпләп күсеүе М. сәнғәтенең яңы формалары барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Муз. һәм концерт тормошо урындағы гәзит материалдарында сағыла. 18 б. аҙ. төбәктең муз. тормошо үҫешенә һөргөндәге поляк конфедераттары йоғонто яһай; улар тәүге оркестрҙарҙың береһен ойоштора, урындағы халыҡ тормошонда М. һәм бейеү кисәләрен үткәреүҙе башлап ебәрә, муз. спектаклдәр ҡуя, музыка дәрестәре үткәрә. Улар араһында пианист һәм дирижёр Л.К.Новицкий (В.В.Тиманованың педагогы). Урыҫ комп. А.Н.Верстовскийҙың бала сағы, үҫмер йылдары һәм ижады Өфөгә бәйләнгән. Ватан һуғышы (1812) һәм декабристарҙың ихтилалы мәҙәниәтте һәм сәнғәтте демократлаштырыуға килтерә: Наполеон армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнашҡан башҡ. яугирҙары тыуған яғына ҡайтып, милли М. урыҫ һәм Европа М. элементтары м‑н байыта. Урыҫ музыканттары башҡ. халыҡ М. м‑н 19 б. 1‑се ярт. ҡыҙыҡһына башлай. 1833— 35 йй. Ырымбур ҡ. һөргөндә булған А.А.Алябьев башҡ. һәм татар халыҡ көйҙәрен яҙып ала, симфоник оркестр өсөн “Башҡорт увертюраһы”н (“Башкирская увертюра”), башк., инструменталь көйҙәре нигеҙендә “Азия йырҙары” (“Азиатские песни”) вокаль циклын ижад итә. 1850 йй. Волга буйы ҡалаларында урыҫ виолончелисы К.Б.Шуберт концерттар биреп йөрөй, ул урыҫ, башҡ., татар һ.б. халыҡ көйҙәрен ҡулланып Ҡыллы квартет ижад итә, квартеттың финалында вариация формаһындағы “Перовский” маршын ҡуллана. 19 б. 2‑се ярт. гастролдә йөрөгән артистар һәм урындағы музыканттар (Р.Г.Игнатьев, скрипкасы Д.Н.Севастьянов һ.б.) тарафынан кисәләр һәм концерттар ойошторола, өйҙә музыка уйнау традицияһы үҫешә, һәүәҫкәр муз. йәмғиәттәр, милли әҙәбиәт һәм сәнғәт һ.б. түңәрәктәр муз.‑ағартыу эштәрен алып бара, улар араһында Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте, ш. уҡ “Ғәлиә” (уҡытыусы В.Клеменц етәкс. хор һәм оркестр ойошторола) мәҙрәсәһе ҙур роль уйнай. 1890 й. Өфөлә Ф.И.Шаляпиндың тәүге сығыштары үтә. Музыкаль этнография м‑н Игнатьев, Ғ.Х.Йәнекәев, А.И.Оводов һ.б. шөғөлләнә. Башҡ. М. өйрәнеүҙә М.И. Солтановтың “Башҡорт һәм татар мотивтары” (“Башкирские и татарские мотивы”), “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” йыйынтыҡтары яңы этап булып тора. 1901 й. М.П.Беляев нәшриәте А.Т. Гречанинов тарафынан әҙерләнгән “Мосолман йырҙары” (“Мусульманские песни”; улар араһында 50-гә яҡын башҡ. йыры) халыҡ йырҙары эшкәртмәләре йыйынтығын баҫтырып сығара. 20 б. 20—30‑сы йй. Музыка мәктәбе №1, Сәнғәт училищеһы, Чайковский П.И. исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһы асыла. Башҡорт драма театры спектаклдәрен муз. яҡтан биҙәү м‑н М.М.Вәлиев, Х.К.Ибраһимов, К.Й.Рәхимов, Ғ.Ғ. Ушанов, Х.Б.Әхмәтов шөғөлләнә. Башҡарыу сәнғәтенең формалашыуы Й.М.Иҫәнбаев һәм Ғ.С.Әлмөхәмәтов эшмәкәрлегенә бәйле. Башҡорт Күсмә театрында спектаклдәр күрһәтеү м‑н бер рәттән агитацион концерттар үткәрелә. Башҡ‑ндың көнкүрешен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү б‑са йәмғиәт эргәһендә (ҡара: Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте) сәнғәт ғилеме секцияһы булдырыла, уның составына С.Ғәбәши, А.С.Ключарёв, И.В.Салтыков, Әлмөхәмәтов инә. Улар башҡ. муз. фольклоры, проф. М. жанрҙары үҫешенә ҙур өлөш индерә. Опера һәм балет театры, Башҡорт филармонияһы асыла, Композиторҙар сою‑ зы ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә йәшәгән Ф.Е.Козицкий, Н.И.Пейко, А.Э.Спадавеккиа, Л.Б.Степанов, Н.К.Чемберджи, А.А.Эйхенвальд респ. муз. мәҙәниәтенә ҙур өлөш индерә. БДОБТ сәхнәһендә Вәлиев м‑н Пейконың “Айһылыу”, Ибраһимов м‑н Козицкийҙың “Ватан өсөн”, Эйхенвальдтың “Мәргән” һәм “Ашҡаҙар”, Чемберджиҙың “Ҡарлуғас”, “Аҡбуҙат” опералары, “Сыңрау торна” балеты ҡуйыла. БДОБТ һәм филармония артистарының, Мәскәү, Ленинград, Киев, Минск музыканттарының концерт‑ағартыу эшмәкәрлеге киң ҡолас ала. 1942 й. Өфөлә И.В.Петров етәкс. тынлы оркестр өсөн эшкәртелгән Д.Д.Шостаковичтың “Ленинград симфонияһы”ның (“Ленинградская симфония”) 1‑се өлөшөнөң башҡарылыуы һәм авторҙың Өфөгә килеүе респ. муз. тормошонда оло ваҡиға була. Композиторҙар тарафынан һалдат‑фронтовиктар өсөн йыр-листовкалар серияһы ижад ителә, ш. уҡ “Башҡорт композиторҙары — Ҡыҙыл армияға” (“Башкирские композиторы — Красной Армии”) йырҙар йыйынтығы әҙерләнә. 50‑се йй. йыр һәм романстар ижад итеү м‑н бер рәттән композиторҙар хор музыкаһы, симфоник (ҡара: Симфония) һәм камера-инструменталь М. үҫешенә ҙур иғтибар бүлә. Ключарёвтың “Тау риүәйәте” (“Горная быль”), “Тау бөркөтө”, “Гөлнәзирә”, “Яратам һине, тормош”, Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”) балеттарын, Исмәғилевтең “Салауат Юлаев”, “Шәүрә” операларын һәм “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын, Ш.З.Ҡолбарисовтың “Бер ҡабынһа ғишыҡ уты” опереттаһын ҡуйыу республиканың мәҙәни тормошонда ҙур ваҡиғаға әүерелә. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы (Мәскәү, 1955) һуғыштан һуңғы йылдарҙағы мәҙәниәт үҫешенә йомғаҡ яһау булып тора. 60‑сы йй. Сәнғәт институтын асыу һәм Хор капеллаһын булдырыу республиканың муз. тормошон әүҙемләштереүгә булышлыҡ итә. 70‑се йй. башҡ. муз. ижады йәш комп. А.Х.Ғабдрахманов, Р.Х.Ғәзизов, Е.Н.Земцов, Л.З.Исмәғилева, Р.М.Хәсәнов, Д.Д. Хәсәншин, С.Г.Шаһиәхмәтова, М.Х. Әхмәтов әҫәрҙәре м‑н тулылана. БДОБТ‑ла “Ағиҙел тулҡындары”, “Аҡмулла”, “Замандаштар”, “Урал илселәре”, С.Ә.Низаметдиновтың “Ҡара һыуҙар” (“Черные воды”) һәм “Ай тотолған төндә” опералары, “Айгөл иле”, Хәсәновтың “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”), “Ай тотолған төндә” балеттары ҡуйыла. Симфоник М. төрлө жанрҙары Р.Р.Йыһанов, Р.Ғ.Ҡасимов, А.Р.Сәлмәнова һ.б. ижадында урын ала. 90‑сы йй. аҙ. хор һәм вокаль музыка тематикаһы киңәйә, комп. ижади алымдары һәм саралары төрлөләнә; Исмәғилеваның “Хужа Насретдин” (“Ходжа Насретдин”), А.Т.Кәримовтың “Ҡыҙ урлау” (“Похищение девушки”), Р.Н.Сабитовтың “Прометей” балеттары, “Ҡаһым түрә”, Низаметдиновтың “Memento” опералары, төрлө музыка ҡоралдары һәм инструменталь ансамблдәр өсөн йырҙар, хорҙар, пьесалар, балалар өсөн балеттар һәм опералар (Ғәзизов, Ғабдрахманов, Н.Ә.Дауытов, Н.Ғ.Сабитов һ.б.; ҡара: Балалар музыкаһы) ижад ителә. Милли симфоник оркестр, Халыҡ ҡорал‑ дары милли оркестры һ.б. (ҡара: Инструменталь ансамблдәр) концерт эшмәкәрлеген алып бара. Респ. концерт‑театр тормошона муз. мәҙәниәттең киң таралған формалары килеп инә (ҡара: Джаз, Рок музыкаһы, Эстрада музыкаһы). М. ғилеме һәм муз. фольклористика өлкәһендә проф. һәм халыҡ М. актуаль мәсьәләләре тикшерелә. Үҙ-ара ижади бәйләнештәрҙе байытыуға һәм нығытыуға Музыка йәмғиәте, БР Мәҙәниәт министрлығының Респ. уҡытыу-методик үҙәге, респ. уҡыу йорттары һ.б. тарафынан ойошторолған әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәре, аҙналары, байрамдары, музыкаль фестивалдәр һәм конкурстар булышлыҡ итә. Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивален, Нуриев Р. исемендәге халыҡ‑ара балет сәнғәте фестивален, “Өфөлә Шаляпин кисәләре” н һ.б. үткәреү традицияға әйләнә. Башҡ‑н музыканттарының халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһауҙары уларҙың муз. мәҙәниәте һәм профессионализм йәһәтенән үҫешен күрһәтеүсе дәлил булып тора.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992; Музыкальная культура Башкортостана //Очерки по культуре народов Башкортостана. Уфа, 1994. 

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019