Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАЛИНОВКА, тау

МАЛИНОВКА, тау. Белорет ҡ. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1152 м, оҙонлоғо 6 км, киңлеге 1—2 км. Битләүҙәре текә. Рельефында конус формаһындағы 2 ҡаялы түбә айырылып тора; таш ишелмәләре бар. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан ғибәрәт. Ландшафы кәкре ҡайынлыҡтар...

МАЛИНОВКА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

МАЛИНОВКА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Әбүләйес а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 61 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Ергәйеш й. (Ҡаҫмарт й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 870 кеше; 1959 – 288; 1989 – 277; 2002 – 428; 2010 – 345 кеше. Башҡорттар йәшәй...

МАЛИНОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

МАЛИНОВКА, К р и в о й Р о г, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Малиновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 14 км һәм Аксаков т. юл ст. К.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 167 кеше; 1959 – 91; 1989 – 422; 2002 – 459; 2010 – 440 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (1‑се Аксаков...

МАЛИНЕЦКИЙ Георгий Геннадьевич

МАЛИНЕЦКИЙ Георгий Геннадьевич (3.2.1956, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1991), проф. (1999). МДУ‑ны тамамлаған (1979). 1982 й. алып РФА‑ның Ғәмәли математика ин‑тында (Мәскәү) эшләй: 2000 й. башлап фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2010 й. — бүлек мөдире; бер үк ваҡытта 1992 й. алып Мәскәү...

МАЛИКОВА Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы

МАЛИКОВА Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (18.5.1941, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәбиулла а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Нәби а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Алтай крайындағы Мамонтов дәүләт тоҡомсолоҡ ст., 1969—71 йй. Кемерово өлк. Прокопьевск...

МАЛИКОВА Гүзәл Хәсән ҡыҙы

МАЛИКОВА Гүзәл Хәсән ҡыҙы (8.11.1962, Баймаҡ ҡ.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (1997) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1994). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1987; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ актрисаһы. Вокаль һәләттәрен, һығылмалылығын, сәхнәлә кәүҙәләндереү сараларын ифрат оҫта ҡулланып,...

МАЛИКОВ Рөстәм Илкәм улы

МАЛИКОВ Рөстәм Илкәм улы (2.4.1959, Октябрьский ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2007), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2013), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) 1983 й. тиклем СССР ФА‑ның Иҡт. ин‑тында (Мәскәү) эшләй, 1987 й. алып Иҡт. һәм социол....

МАЛИКОВ Рәмил Фәрүҡ улы

МАЛИКОВ Рәмил Фәрүҡ улы (20.1.1951, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй, 1974 й. алып БДПУ‑ла 2003 й. — Проф....

МАЛИКОВ Рәйеф Сәлих улы

МАЛИКОВ Рәйеф Сәлих улы (24.8.1952, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Иҫке Дөмәй а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Дөмәй а.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2003). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Төмән мотор з‑дында эшләй. 1977—2013 йй. (өҙөклөк м‑н) “Нефтекама автозаводы” ААЙ‑нда: цех нач. урынбаҫары,...

МАЛИКОВ Марат Фәйзелҡадир улы

МАЛИКОВ Марат Фәйзелҡадир улы (2.2.1937, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Түб. Йәркәй а.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1992), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1992). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1965) Ҡалтасы һәм Тәтешле р‑ндарында халыҡ судьяһы,...

МАЛИКОВ Борис Зөфәр улы

МАЛИКОВ Борис Зөфәр улы (29.10.1947, Көньяҡ Сахалин ҡ.), юрист. Юридик ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1974). 1975 й. алып БАССР ЭЭМ‑ы системаһында эшләй. 1990 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ӨЮИ‑ла: 1992 й. тиклем өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. алып холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт хоҡуғы каф. нач. урынбаҫары....

МАЛИЕВСКИЙ Олег Артурович

МАЛИЕВСКИЙ Олег Артурович (18.5.1966, Өфө ҡ.), балалар эндокринологы. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2005). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2016). В.А.Малиевскийҙың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлаған (1989), 1994 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа эндокрин ауырыуҙарҙы, ш. иҫ....

МАЛИЕВСКИЙ Виктор Артурович

МАЛИЕВСКИЙ Виктор Артурович (18.5.1966, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2006), проф. (2007). О.А.Малиевскийҙың игеҙәге. БДМИ‑ны тамамлаған (1989), 1994 й. алып шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 2001— 04 йй. Респ. балалар клиник дауаханаһында бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ревматология һәм кардиология мәсьәләләренә...

МАЛИЕВ Николай Михайлович

МАЛИЕВ Николай Михайлович (14.4.1841, Сембер ҡ. — 1906), этнограф, антрополог. Мед. д‑ры (1874). Статский советник. Мед.- хирургия акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1864). 1869 й. алып Ҡазан ун‑тының анатомия каф. прозекторы ярҙамсыһы, 1875 й. — прозекторы, 1888 й. — анатомия каф. мөдире, 1895 й. — Томск...

МАЛЕЕВ Александр Петрович

МАЛЕЕВ Александр Петрович (1869—?), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Халыҡ- социалистик хеҙмәт партияһы ағзаһы. Өфө дини семинарияһын тамамлаған. Өфө губерна земство башҡармаһында хеҙмәт иткән. Думала халыҡ социалистары фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. И.А.Душина, Г.В.Мордвинцев Тәрж....

МАЛАЯҘ, ауыл, Салауат р‑нының үҙәге

МАЛАЯҘ, ауыл, Салауат р‑нының (1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Салауат а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнс. табан 183 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 29 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында, Кропачёво—Мәсәғүт—Әшит, Малаяҙ— Үрге Ҡыйғы—Яңы Балаҡатай— Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдарында урынлашҡан....

МАЛАХОВ Михаил Андреевич

МАЛАХОВ Михаил Андреевич [20.10.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Болотин а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 6.11.1988, ш. уҡ р‑ндың Трудовка а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып Ауырғазы р‑нының Париж коммунаһы ис. к‑зында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан...

МАЛАХОВ Александр Александрович

МАЛАХОВ Александр Александрович (28.2.1906, Архангел губ. Михайловское а. — 12.6.1991, Өфө), тау инженеры. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1960), проф. (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тау ин‑тын тамамлаған (Пшибрам ҡ., Чехословакия Респ., 1935). 1968—78 йй. Геология ин‑тының лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре...

МАЛАХИТ

МАЛАХИТ (грекса malàche — мальва), карбонаттар класы минералы, Cu2[CO3](OH)2. Составында 57,4% баҡыр бар. Кристалдары энәле йәки призма формаһында. Агрегаттары: бөрө һымаҡ, онтаҡлы һәм тупраҡлы массалар (“баҡыр йәшеллеге”). Төҫө йәшел, ебәк кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4,0; тығыҙлығы 3900—4100 кг/м3....

МАЛАКСИС

МАЛАКСИС (Malaxis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда һыңар япраҡлы М. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төбөндә бүлбе һымаҡ йыуан, бейеклеге 8—30 см. Япрағы, ғәҙәттә, яңғыҙ, оҙонса йәки йомортҡа формаһында, оҙон һап булып тарая,...