Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЫРҘАҒОЛ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

МЫРҘАҒОЛ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 579; 1939 — 361; 1959 — 294; 1989 — 109; 2002 — 100; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тавричанка...

МЫРҘАҠАЕВ Факил Сәлих улы

МЫРҘАҠАЕВ Факил Сәлих улы (14.11.1950, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡаран‑Ҡуңҡаҫ а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Журналистар союзы (1979), Яҙыусылар союзы (1997) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1971 й. алып “Октябрь”, 1975 й. — “Совет Башҡортостаны” (1985 й. алып бүлек мөдире)...

МЫРҘАҠАЕВ Фәрүәз Ғиниәт улы

МЫРҘАҠАЕВ Фәрүәз Ғиниәт улы (15.6.1935, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Үрге Әрмет а. — 14.6.1995, Өфө), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1974), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) һәм 1963— 83 йй. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар...

МЫРҘАЛАР

МЫРҘАЛАР, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Ырыу составы: аҡсыуаш, балтағол, барҡылдаҡ, бишәй, бүреҫ, йәтимдәр, ҡаҙаҡ, ҡоҙғон, ҡотлосура, ҡырҙы, манғол, миндияр, сипай, сулпы, сырҙы, таҙ, тауир, таулы, туңғатар, шайтан. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт....

МЫРҘАНОВ Марат Мырҙан улы

МЫРҘАНОВ Марат Мырҙан улы (28.10.1937, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Ҡәйүп а. — 25.9.2012, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1966), 1971 й. алып ш. уҡ эшләй (1986—89 йй. онкология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

МЫРҘАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

МЫРҘАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айыусы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 256 кеше; 1920 — 314; 1939 — 315; 1959 — 310; 1989 — 160; 2002 — 194; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

МЫСОВЦЕВО, Өфө р‑нындағы ауыл

МЫСОВЦЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Жуков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Авдон т. юл ст. 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 — 254; 1939 — 285; 1959 — 328; 1989 — 278; 2002 — 223; 2010 — 259 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1859 й. алып билдәле...

МЫСЫР, Мысыр Ғәрәп Республикаһы

МЫСЫР, М ы с ы р Ғ ә р ә п Р е с п у б л и к а һ ы, Африканың төньяҡ‑көнбайышындағы һәм Азияның Синай ярымутрауындағы дәүләт. Майҙаны — 1001,4 мең км2. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 80,9 млн кеше (2011), 90%‑ы — мысырҙар (М. ғәрәптәре). Рәсми тел — ғәрәп теле. Диндарҙарҙың...

МЫШКИН Владимир Александрович

МЫШКИН Владимир Александрович (29.8.1944, Дүшәмбе ҡ. — 22.10.2018, Өфө ҡ.), токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1969 й. алып шунда уҡ эшләй (1987—97 йй. уҡыу-уҡытыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина...

МЫШЫ

МЫШЫ (Alces alces), ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 3 м тиклем, мундаһының бейеклеге 180 см, массаһы 400 кг тиклем. Төҫө ҡуңыр‑һоро, өҫкө ире‑ не, ҡорһағы һәм аяҡтары аҡ төҫтә. Башы ҙур, оҙонса, көмрө танаулы, ата мышыларҙың...

МЯСНИКОВТАР

МЯСНИКОВТАР, завод хужалары. Сембер сауҙагәрҙәренән. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Семён М. Уның улдары: Иван Семёнович М. (?— 1780), И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) м‑н берлектә Архангел баҡыр иретеү заводын, Белорет заводын, Богоявленск заводын, Верхотор заводын, Воскресенка заводын, Йүрүҙән-Ивановка...

МЯЧИН Константин Алексеевич

МЯЧИН Константин Алексеевич [17.8.1886, Ырымбур губ. Ырымбур өйәҙе Михайловка а. (Ырымбур өлк.) — 16.9.1938, Мәскәү], революция хәрәкәте һәм Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Советттарҙың 2‑се Бөтә Рәсәй съезы делегаты (Мәскәү, 1917). 1907 й. башлап Өфө губернаһында хәрби ойошмалар...