Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БОЛДЫРЕВ Владимир Михайлович

БОЛДЫРЕВ Владимир Михайлович (27.5.1915, Пенза губ. Мухановка а. — 10.3.1998, Өфө), ветеринар врач. БАССР‑ҙың атҡ. ветеринар врачы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау зооветеринария ин‑тын тамамлаған (1938). 1950 й. алып респ. ветеринария клиникаһы дир., 1952—60 йй. баш ветеринар врачы һәм 1966—75 йй....

БОЛОН СПИРУЛИНАҺЫ (Spirulina platensis)

БОЛОН СПИРУЛИНАҺЫ (Spirulina platensis), еп һымаҡ зәңгәрһыу йәшел ылымыҡ төрө. Күҙәнәктәре тура мөйөш формаһында йәки квадрат, оҙонлоғо 2—6 мкм, киңлегенән 2—3 тапҡырға бәләкәйерәк, йомро. Кәҫлектәре сағыу зәңгәрһыу йәшел. Трихомаһы зәңгәрһыу йәшел, киңлеге 6—8 мкм, бер аҙ быуылған, ҡайһы ваҡыт грануляциялы,...

БОЛОН ТУПРАҒЫ

БОЛОН ТУПРАҒЫ, ваҡытлыса һыу баҫҡанда рельефтың түбән урынындағы насар дренажланған һыубаҫар туғайҙан юғары тигеҙлектәрҙә һәм һөҙәк битләүҙәр итәгендә формалашҡан тупраҡ төркөмө. Б.т. профиленә глейланыу хас. Башҡортостан тупраҡ япмаһының структураһында болон‑һаҙ һәм болон‑ҡара тупраҡ, ш. уҡ аллювиаль‑болон...

БОЛОНДАР

БОЛОНДАР, башлыса күп йыллыҡ үлән мезофиты бергәлектәрен берләштереүсе, ҡағиҙә булараҡ, ҡыяҡлылар өҫтөнлөк иткән үҫемлектәр донъяһы тибы. Күпселек Б. болон-ҡара тупраҡта һәм кәҫле туғай тупрағында таралған, дымланыу шарттары насарайған осраҡта далаға әйләнә. Беренсел (татырлы тупраҡтағы һәм бейек тау...

БОЛОНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

БОЛОНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, болондар, болон үләндәренең биологияһы, экологияһы һәм популяцияһы т‑дағы фән. Б.ө.ғ. болондарҙың классификацияһын эшләй, уларҙың ботаник составы һәм уңыш биреүсәнлегенең мөхит шарттарына бәйлелеген, тәбиғи факторҙар (мәҫ., йылға үҙәндәренең һыу баҫыу режимы үҙгәреүе) һәм...

БОЛОНСОЛОҠ

БОЛОНСОЛОҠ, 1) үҫемлекселектең тәбиғи һәм сәселгән сабынлыҡтарҙа, көтөүлектәрҙә бесән, йәшел мал аҙығы әҙерләү м‑н шөғөлләнеүсе тармағы; болон‑көтөүлек хужалығын алып барыу системаһы. 2) Болон-көтөүлек хужалығының теоретик нигеҙҙәрен эшләүсе фән. Б. төп бурысы — көтөүлек мал аҙығы, бесән һ.б. төр мал...

БОЛОТ

БОЛОТ, атмосферала һыу пары конденсацияһы продукттары (тамсылар, кристалдар) тупланмаһы. Ер өҫтөндәге бындай тупланмалар томан тип атала. Б. — яуым-төшөмдөң барлыҡҡа килеүен һәм режимын билдәләүсе, атмосфера һәм Ерҙең йылылыҡ режимына йоғонто яһаусы, һауа торошон билдәләүсе мөһим фактор. Б. барлыҡҡа...

БОЛОТИН Юрий Александрович

БОЛОТИН Юрий Александрович (11.9.1930, БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ҡсб, БР‑ҙың шул уҡ районы хәҙерге Тирлән а., — 7.8.2002, Сибай ҡ.), тау инженер‑геологы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1978). Ҡаҙаҡ тау-металлургия институтын тамамлағандан һуң (Алма-Ата ҡ., 1959) Әбйәлил геологик эҙләнеүҙәр...

БОЛОТИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

БОЛОТИН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Туҡай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта Соҡат й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 426 кеше; 1920 — 799; 1939 — 905; 1959 — 523; 1989 — 283; 2002 — 329; 2010 — 281 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

БОЛОТИНА Раиса Ипполитовна

БОЛОТИНА Раиса Ипполитовна [28.7.1900, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡырпы а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 23.3.1984, Мәскәү], селекционер. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлаған (1927). 1929 й. алып Кушнаренко тәж. баҡсаһында эшләй; 1937 й. башлап БНИИСХ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р, 1941—56 йй. бүлек мөдире. Фәнни...

БОЛОТНОВ Анатолий Миронович

БОЛОТНОВ Анатолий Миронович (18.11.1953, Смоленск өлк. Родьковка а.), математик. Физика-матем. ф. д-ры (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1985), 1988 й. алып шунда уҡ уҡыта (2005 й. башлап мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы электрохимик системаларҙағы электр ҡырҙарын тикшереүгә...

БОЛОТНОВА Рәйсә Хәким ҡыҙы

БОЛОТНОВА Рәйсә Хәким ҡыҙы (9.11.1954, Ырымбур ҡ.), механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2009). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) СССР ФА БФ‑ының Физика һәм матем. бүлегендә эшләй, 1993 й. алып Механика ин‑тында: өлкән, 1995 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре күп фазалы мөхиттәр механикаһына арналған....

БОЛОТОВ Николай Андреевич

БОЛОТОВ Николай Андреевич [19.12.1899, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Дмитриевский (Үрге Орлянка) а. — 22.8.1964, Өфө], хор дирижёры. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1945). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1930; А.В.Александров класы) 1940 й. тиклем һәм 1955 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1940—55 йй....

БОЛОТТАР

БОЛОТТАР (Porifera, йәки Spongia), умыртҡаһыҙҙар тибы. 3 класы (эзбизле Б., быяла Б. һәм ябай Б.), 2500‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында диңгеҙҙә һәм океанда таралған, сөсө һыуҙа йәшәүсе төрҙәре бар. Башҡортостанда ябай Б. класына ҡараған 3 төрө бар. Хәрәкәтһеҙ йәшәү рәүеше алып барған примитив,...

БОЛОШЛО, Благовар р‑нындағы ауыл

БОЛОШЛО, Благовар р‑нындағы ауыл, Болошло а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Болашлы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1423 кеше; 1920 — 1827; 1939 — 1604; 1959 — 1304; 1989 — 586; 2002 — 537; 2010 — 542 кеше. Башҡорттар,...

БОЛТНЕВ Андрей Николаевич

БОЛТНЕВ Андрей Николаевич (5.1.1946, Өфө — 12.5.1995, Мәскәү), актёр. Ташкент театр-художество ин‑тын тамамлаған (1985). 1973 й. алып Уссурийск, Майкоп, Новосибирск ҡҡ. драма театрҙарында, 1985 й. — Вл. Маяковский ис. Мәскәү театрында эшләй. Б. ижадында драматик пландағы ролдәр мөһим урын алып тора;...

БОЛЬШАКОВ Виктор Григорьевич

БОЛЬШАКОВ Виктор Григорьевич (9.6.1938, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Покровка а. — 13.4.2015, Өфө), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1957—2006 йй. “Востокнефтепроводстрой” ААЙ‑ның автотранспорт пр‑тиеһы (Өфө) водителе. Магистраль үткәргес торбалар, торлаҡ һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөүҙә ҡатнашҡан....

БОНДАРЕНКО Виктор Николаевич

БОНДАРЕНКО Виктор Николаевич (7.7.1953, Петухово ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы мәктәптәрендә уҡытыусы, 1980 й. алып СДПИ‑ла, 1984—92 йй. һәм 1996 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 2001 й. — БДАУ‑ҙың философия һәм социология...

БОНДАРЕНКО Григорий Трофимович

БОНДАРЕНКО Григорий Трофимович (12.9.1934, Одесса өлк. Викторовка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1957 й. алып “Авиаспецмонтаж” производствокөйләү берекмәһенең 5‑се производство-монтаж идаралығы слесарьмонтажсыһы, 1963 й. — монтажсылар бригадаһы бригадиры, 1976 й. — мастеры, 1981—89 йй. — прорабы. Өфө...

БОНДАРЕНКО Денис Сергеевич

БОНДАРЕНКО Денис Сергеевич (5.6.1978, Силәбе ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). 2‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Копейск ҡ., тренеры И.Е.Ивашин). 1993—2002 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н. Латипов). Шәхси уҙышта Рәсәй чемп....