Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠУДАШЕВА Флорида Хөсәйен ҡыҙы

ҠУДАШЕВА Флорида Хөсәйен ҡыҙы (22.9.1940, Өфө ҡ. — 10.10.2016, шунда уҡ), химик. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996). Ҡудашевтар нәҫеленән, Х.И.Ҡудашевтың...

ҠУДАШЕВТАР

ҠУДАШЕВТАР, кенәздәр нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Яфай Ҡ. (16 б. 1‑се ярт.), мырҙа. Әбдүк Илек улы Ҡ. һәм Яҡуп Илек улы Ҡ. 18 б. 60‑сы йй. Тамбов наместниклығының Темников өйәҙенән Ырымбур губернаһына күсеп килә. Әбдүк Илек улы Ҡ. улы — Йүҫкәй (Йүҫпәй, Йосоп) Әбдүк улы Ҡ. (1739/1740—? ), мырҙа....

ҠУҘАҠЛЫ ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ

ҠУҘАҠЛЫ ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ, аҡһымға бай иген алыу өсөн үҫтерелгән ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр. Ҡ.и.к. борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, ноҡот, соя, торна борсағы, фасоль, яҫмыҡ борсаҡ һ.б. инә. Борсаҡ, кәрешкә, ҡара борсаҡ, соя — дым яратыусы; ноҡот, торна борсағы, фасоль — ҡоролоҡҡа сыҙамлы...

ҠУҘАҠЛЫЛАР

ҠУҘАҠЛЫЛАР (Fabaceae, йәки Leguminosae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 400 заты, 9 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үләндәр, ҡыуаҡтар, ваҡ ҡыуаҡтар, ярым ҡыуаҡтар, лианалар, ағастар. Башҡортостанда 23 заттан (аморфа, астрагал, борсаҡ, йүтәл үләне, йылан ҡуҙағы, клевер, күкһәүел,...

ҠУҘБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠУҘБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1025 кеше; 1920 — 1232; 1939 — 1107; 1959 — 846; 1989 — 518; 2002 — 447; 2010 — 394 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠУҘҒАЛАҠ

ҠУҘҒАЛАҠ(Rumex), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә, ш. уҡ тропиктарҙың тауҙарында таралған. Башҡортостанда 14 төрө үҫә: ат Ҡ., турғай Ҡ., урыҫ Ҡ., һыу Ҡ. һ.б. Күп, ике йәки бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ғәҙәттә...

ҠУҘЛЫЯЛ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ҠУҘЛЫЯЛ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Әмзебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 446 кеше; 1920 — 413; 1939 — 450; 1959 — 243; 1989 — 211; 2002 — 218; 2010 — 151 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб...

ҠУҘЫ, Бөрө р‑нындағы ауыл

ҠУҘЫ, Курыш, Бөрө р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 348 кеше; 1920 — 434; 1939 — 416; 1959 — 525; 1989 — 368; 2002 — 440; 2010 — 444 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб,...

ҠУЖАБАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ҠУЖАБАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Себенле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 20 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Яманйылға (Ташлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 149 кеше; 1920 — 256; 1939 — 271; 1959 — 161; 1989 — 165; 2002 — 186; 2010 — 157 кеше....

ҠУЖАҠОВ Морат Ғәлләм улы

ҠУЖАҠОВ Морат Ғәлләм улы [10.3.1904, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Мораптал а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 30.10.1986, Өфө, Иҫке Мораптал а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Көйөргәҙе р‑нының В.И.Чапаев ис. к‑зында эшләй. 1942 й. апр. башлап Сталинград,...

ҠУЖАН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ҠУЖАН, Хоҙайбирҙе, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 13 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Моһаҡ й. (Йәнгел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 280 кеше; 1920 – 261; 1939 – 269; 1959 – 247; 1989 – 298; 2002 – 297; 2010 –...

ҠУЖАНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ҠУЖАНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 117 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Ҡоруйыл й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 407 кеше; 1920 — 391; 1939 — 237; 1959 — 186; 1989 — 501; 2002 — 499; 2010 — 420 кеше....

ҠУЖӘХМӘТОВ Григорий Ғилмийәр улы

ҠУЖӘХМӘТОВ Григорий Ғилмийәр улы (14.10.1939, БАССР‑ҙың Ҡалтасы районы Көркәк а. — 16.5.2015, Өфө ҡ.), ботаник. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1966). 1959—68 йй. Ҡалтасы районы Оло Ҡасаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә...

ҠУЖБАҠТЫ, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠУЖБАҠТЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡужбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 129 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 917; 1939 — 974; 1959 — 675; 1989 — 431; 2002 — 402; 2010 — 372 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ҠУЙСАҠ

ҠУЙСАҠ, Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 3—2-cе мең йыллыҡтарға ҡарай. Силәбе өлк. Еңгәй ҡасабаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2,3 км алыҫлыҡта Еңгәй й. (Урал й. басс.) уң ярында һәм уның уң ҡушылдығы Ҡуйсаҡ буйында урынлашҡан. 1987 й. И.М.Батанина тарафынан асыла, 1988 й....

ҠУЙЫ ТЕШЛЕ ПЛАГИОМНИУМ

ҠУЙЫ ТЕШЛЕ ПЛАГИОМНИУМ (Plagiomnium confertidens), мүк һымаҡтар төрө. Ике өйлө, күп йыллыҡ, ос емешле мүк, бейеклеге 2—7 см, йәшел йәки ҡуйы йәшел төҫтәге кәүшәк кәҫлек барлыҡҡа килтерә. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, осо дуға рәүешендә бөгөлгән. Япрағы оҙонса‑овал, ҡаймалы, сите тешле, бер аҙ тулҡынлы....

ҠУҠРАУЫҠ, шарлауыҡ

ҠУҠРАУЫҠ, шарлауыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р‑ны Егән а. көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта Ҡуҡрауыҡ й. (Егән й. басс.) буйында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Һикәлтәһенең бейеклеге яҡынса 12 м, 3 баҫҡысы бар; баҫҡыстарының бейеклеге 3‑тән 4 м тиклем, киңлеге 5 м яҡын. Өҫкө вендтыңҡуҡрауыҡ...

ҠУЛ ҺУҒЫШЫ

ҠУЛ ҺУҒЫШЫ, спорт төрө, аяҡ һәм ҡулдар м‑н һуғыу, ҡармап тотоу, ырғытыу, ауырттырыу һәм быуыу алымдары ҡулланылған бергә‑бер көрәш. Ҡ.һ. б‑са комплекслы ярыштар 2 турҙа үтә: 1‑се — ҡораллы көрәштәштән һаҡланыу техникаһын күрһәтеү, 2‑се — көрәш (ҡорал ҡулланмайынса). 20 б. 40‑сы йй. уртаһында Өфөлә “Дина‑...

ҠУЛАЕВ Мстислав Александрович

ҠУЛАЕВ Мстислав Александрович [Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы; 7.2. 1873, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ейәнсура а. (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) — 1959, Ҡазан], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, тел‑ се, табип. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан...

ҠУЛАҠСАҺЫҘ ИҪӘП-ХИСАП

ҠУЛАҠСАҺЫҘ ИҪӘП-ХИСАП, ҡулаҡса ҡатнашлығынан тыш матди ҡиммәттәр м‑н тәьмин итеү һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү б‑са килешеүҙәр төҙөү барышында иҫәпләшеү ысулы. Түләү документтары ярҙамында аҡ‑ са күсереү юлы м‑н банкылар аша, ш. иҫ. электрон формала һәм пластик карталар файҙаланып, башҡарыла. Аҡса операцияларын...