Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДИН

ДИН (лат. religio — динселлек, иң изге нәмә, табыныу предметы), ижт. аң формаһы, ғәҙәттән тыш көстәрҙең, бер йәки бер нисә илаһтың барлығына инаныуға бәйле тәртип һәм культ. Д. теологик (конфессиональ), филос., социол., психол., мифол.-лингв. һ.б. концепциялары бар. Д. структураһын дини аң (ышаныу,...

ДИН ҒИЛЕМЕ

ДИН ҒИЛЕМЕ, дин т‑да дини, филос. һәм аныҡ фәнни белемдәр комплексы. Д.ғ. үҙ аллы дисциплина булараҡ 19 б. формалаша. Дин антропологияһын, психологияһын, социологияһын, тарихын, феноменологияһын, философияһын үҙ эсенә ала. Диндең барлыҡҡа килеү, үҫеү һәм эш итеү законлылыҡтары Д.ғ. тикшеренеү предметы...

ДИНДӘШЛЕК

ДИНДӘШЛЕК, ғибәҙәт ғәмәлендә “Никонға тиклемге” йолаларға тоғро ҡалған һәм, старообрядсылыҡтан айырмалы рәүештә, епархия һәм Синод хакимлығын таныған православие ағымы. Рәсәйҙә 18 б. аҙ. старообрядсылыҡтың уртасыл ҡарашлылар даирәһенең Урыҫ православие сиркәүе м‑н килешеү төҙөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа...

ДИНИ АСКЕТИЗМ

ДИНИ АСКЕТИЗМ (гр. asketes – күнегеүсе), тормош рәхәтлектәренән, уңайлыҡтарынан һәм кинәнестәрҙән баш тартҡанда ғына Аллаға ысын мәғәнәһендә хеҙмәт итергә мөмкин тигән ҡарашҡа нигеҙләнгән йәшәү рәүеше. Д.а. төп талаптары: ураҙа (туҡланыуҙа тыйылыу), нәфсене һәм эш‑ҡылыҡтарҙы тулы контролдә тотоу. Д.а. вәғәзе...

ДИНИ БЕЛЕМ БИРЕҮ

ДИНИ БЕЛЕМ БИРЕҮ, дини хеҙмәт башҡарыу б‑са профессионалдарҙы, дини уҡыу йорттары уҡытыусыларын әҙерләү, ш. уҡ халыҡты дини ағартыу системаһы. Рәсәйҙә Д.б.б. системаһы юғары (дини академиялар, дини тәғлимәт ун‑ттары һәм ин‑ттары), урта (дини семинария, училище, колледж, мәҙрәсә, иешивалар һ.б.) һәм...

ДИНИ КИТАПТАР

ДИНИ КИТАПТАР, дини йолаларҙы башҡарыу ҡағиҙәләре һәм тәртибе һүрәтләнгән дини баҫмалар, ш. уҡ улар өсөн яҙылған текстар. Айырыуса православие динендә күп. Ҡайһы бер Д.к. православие ҡорамдарында йәмәғәтселек м‑н ғибәҙәт ҡылыу (вечерня, утреня, часы, литургия), ҡайһылары мәхәллә кешеләренең шәхси үтенесе...

ДИНИ КОНСИСТОРИЯ

ДИНИ КОНСИСТОРИЯ (лат. сonsistorium — йыйын урыны, совет), 1744—1918 йй. Урыҫ православие сиркәүендә епархия архиерейы ҡарамағындағы коллегиаль идара итеү органы. Изге Синод ҡарамағында була. Д.к. эшмәкәрлеге 1841 йылғы Уставҡа (1883 й. ҡайтанан ҡарала) ярашлы тормошҡа ашырыла. Присутствиенан (православие...

ДИНИ СЕМИНАРИЯ

ДИНИ СЕМИНАРИЯ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн урта уҡыу йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1800 й. асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Изге Синод аҡсаһы иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесына семинария идараһы етәкселек итә, составына ректор, инспектор һәм уҡытыусылар араһынан...

ДИНИ СИМВОЛИКА

ДИНИ СИМВОЛИКА, үҫешкән дини системаларға хас төрлө абстракт төшөнсәләрҙе, концепцияларҙы сағылдырыу өсөн ҡулланылған символдар тупланмаһы. Төрлө диндәрҙең изге текстарында була. Д.с. ритуал характерындағы матди, һүҙ ярҙамында белдерелгән, һүрәтләнгән билдәләрҙе индерәләр. Диндең башланғыс формаларында...

ДИНИ ТӘҒЛИМӘТ

ДИНИ ТӘҒЛИМӘТ, теология, Алла, уның сифаттары, билдәләре һәм үҙенсәлектәре т‑дағы дини белемде нигеҙләү һәм яҡлау системаһы; догматиканың дөрөҫлөгөн күрһәтеүсе дәлилдәр, дини әхлаҡ, дин тотоусыларҙың һәм руханиҙарҙың теге йәки был дин м‑н билдәләнгән йәшәү ҡағиҙәләре һәм нормалары комплексы. Алланың...

ДИНИӘ НАЗАРАТЫ

ДИНИӘ НАЗАРАТЫ, Башҡортостан Республикаһы мосолман мәхәлләләренең бер өлөшөн берләштергән һәм уларҙың эшмәкәрлеген көйләгән дини ойошма. Өфөлә урынлашҡан (1917—23 йй. — Стәрлетамаҡ ҡ.). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: дини ойошмалар һәм төркөмдәр м‑н адм. һәм ҡануни етәкселек итеү, уларҙың мосолман...

ДИОНИСИЙ I

ДИОНИСИЙ I (донъяуи исеме Хитров Дмитрий Васильевич; 22.10.1818, Рязань губ. Хитрово а. — 8.9.1896, Покров монастыры, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1883—96). Монахлыҡ ҡабул иткән (1868). Рязань дини семинарияһын тамамлағандан һуң (1840) Якутск епархияһында хеҙмәт итә: дини уҡыу йорттары...

ДИОНИСИЙ II

ДИОНИСИЙ II (донъяуи исеме Прозоровский Дмитрий Дмитриевич; 6.8. 1871, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Суҡ‑Ҡарамалы биҫтәһе, хәҙ. Ырымбур өлк. ш. уҡ исемле районы Северный а., — 25.10.1937, Томск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы (1934—36). Дини тәғлимәт канд. (1898). Архиепископ (1926), архимандрит...

ЕВГРАФ

ЕВГРАФ Уфимский [донъяуи исеме Еварестов Евграф Васильевич; 1858, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Кирсаново а. (Ырымбур өлк. Пономарёвка р‑ны) — 1919 й. дек., Өфө], дин һәм йәмәғәт эшмәкәре; священномученик. Дворян (1914 й. алып). Дини тәғлимәт канд. (1885). Священник дәрәжәһен ҡабул итә (1887). Ҡазан дини...

ЕВПРАКСИЯ

ЕВПРАКСИЯ (донъяуи исеме Блохина Евдокия; 1818, Өфө — 1.5.1894, шунда уҡ), дин әһеле, игуменья (1860). Монахлыҡ ҡабул иткән (1859). 1845 й. алып Благовещение ҡатын-ҡыҙҙар монастырында (1858 й. башлап настоятельница). Е. етәкс. монастырь ҙур хужалыҡ комплексы булып китә: монастырь ерҙәренең майҙаны арта...

ЖЕЛАТЕЛЕВ Павел Петрович

ЖЕЛАТЕЛЕВ Павел Петрович (1828 – 17.11.1897, Өфө), дин эшмәкәре. Дини тәғлимәт канд. (1854). Священник дәрәжәһен ҡабул итә (1855). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1854) Ырымбур ҡ. хеҙмәт итә: Спас-Преображение соборының, төрмә замогының священнигы һәм 1‑се мәхәллә уч‑щеһының Алла Ҡануны уҡытыусыһы....

ЗЛАТОВЕРХОВНИКОВ Иван Егорович

ЗЛАТОВЕРХОВНИКОВ Иван Егорович (21.6.1854, Өфө – 1920, Иркутск ҡ. эргәһендәге Иннокентьевск ст.), сиркәү тарихсыһы, педагог‑мәғрифәтсе. Дини семинарияны тамамлағандан һуң (1877) Ир балалар дини училищеһы һәм Епархия ҡыҙ балалар училищеһында уҡыта. “Өфө епархияһы. Географик, этнографик, административ‑тарихи...

ЗЛАТОУСТ ВОСКРЕСЕНИЕ ДИНДӘШ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ

ЗЛАТОУСТ ВОСКРЕСЕНИЕ ДИНДӘШ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ (3‑сө класлы). 1849 й. Златоустан 58 саҡырым алыҫлыҡта Иструть й. (Әй й. ҡушылдығы) ярында Троицк өйәҙендәге Йүрүҙән диндәштәр скитын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына. Нигеҙ һалыусыһы һәм тәүге настоятеле — Иоанн (В.Ф.Гордеев). Исемен Изге Синодтың...

ЗОРОАСТРИЗМ

ЗОРОАСТРИЗМ, боронғо заманда һәм иртә Урта быуатта Урта Азияла, Яҡын һәм Урта Көнсығыштың Иран, Афғанстан, Әзербайжан һ.б. илдәрендә таралған дин. Һиндостандағы парстарҙа һәм Ирандағы гебрҙарҙа һаҡланған. Дингә нигеҙ һалыусы — Зороастр (Заратуштра) пәйғәмбәр. Изге китабы — Авеста. З. тәғлимәте б‑са,...

ЗОСИМА II

ЗОСИМА II (донъяуи исеме Озерова Елена Георгиевна; 1879, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Богоявленск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а., — 15.5.1968, Өфө), дин әһеле, игуменья (1920). Монахлыҡ ҡабул иткән (1912). Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры эргәһендәге мәктәпте тамамлаған (1899); 1920 й....