Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФРОЛОВ Александр Павлович

ФРОЛОВ Александр Павлович [27.9.1921, Тамбов губернаһы Заворонежское а. — 10.10.1994, Өфө ҡ., БР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡасабаһында (хәҙер шул уҡ райондың Раевка а.) ерләнгән], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуевск хәрби авиация училищеһын тамамлаған...

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы [17.1.1917, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 17.6.1958, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып һәм 1940—41 йй. БАССР‑ҙың Маҡар районы “Урал” колхозында, 1935 й. башлап Маҡар МТС-ында эшләй....

ХӘЙБУЛЛИН Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы

ХӘЙБУЛЛИН Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы [29.12.1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Сөләймән а. (БР‑ҙың Ейәнсура районы) — 10.11.1943, Белорус ССР‑ының Воломановка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ейәнсура районының “Ҡыҙыл Һүрәм” колхозында эшләй. 1941 й. октябренәнҮҙәк...

ЧЕРНАВИН Денис Юрьевич

ЧЕРНАВИН Денис Юрьевич (9.4.1978, Рязань ҡ.), лётчик, полковник (2023). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2023). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022—23). Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (2000), профессор Н.Е.Жуковский һәм Ю.А.Гагарин...

ШӘЙХИСЛАМОВ Рәшит Бәҙретдин улы

ШӘЙХИСЛАМОВ Рәшит Бәҙретдин улы (5.10.1959, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Арҡауыл а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре. Раф. Б.Шәйхисламовтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986) ЛДУ‑ла, 1991—95 йй. һәм 1999 й. алып БДУ‑ла эшләй,...

ШӘҺИЕВ Абдулла Фәйзрахман улы

ШӘҺИЕВ Абдулла Фәйзрахман улы (23.2.1907, Уральск ҡ. — 4.5.1993, Ағиҙел ҡ., БР‑ҙың Краснокама районы Яңы Ҡабан а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1944, 1959 й. званиеһы алына, 1992 й. ҡайтарыла). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Атлы армия исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия училищеһын тамамлаған (Шадринск ҡ.,...

ЩЕРБАКОВ Павел Фёдорович

ЩЕРБАКОВ Павел Фёдорович (27.5.1924, Ҡырғыҙ АССР‑ының Фёдоровка а. — 7.3.1945, Жары ҡ., Польша), Советтар Союзы Геройы (1945). Кесе лейтенант. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Көньяҡ Урал пулемётсылар училищеһын (БАССР‑ҙың Благовещен ҡ.) тамамлаған. 1941 й. БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡасабаһында...

ЫҘАН КОМИССИЯЛАРЫ

ЫҘАН КОМИССИЯЛАРЫ, 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Рәсәйҙә ер биләү үҙенсәлектәре м‑н айырылған терр‑яларҙа ыҙан эштәрен ойоштороу һәм үткәреүҙе тормошҡа ашырған хөкүмәт учреждениелары (ҡара: Махсус ыҙанлау). Башҡортостанда Ы.к. 1848 й. 27 дек. Дәүләт советы фекерҙәре баҫылғандан һуң төҙөлә; ул һәр...

ЫҘАНЛАУ

ЫҘАНЛАУ, 18 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Рәсәйҙә ер фондын һүрәтләү һәм картаға төшөрөү, ер биләмәләре сиген билдәләү һәм юридик яҡтан рәсмиләштереү б‑са үткәрелгән хөкүмәт саралары комплексы (ҡара: Ер сәйәсәте). Ы. төп маҡсаты ер мөнәсәбәттәрен тәртипкә килтереү була: Ы. ер фондының төрлө хужалары...

ЮНЫСОВА Айһылыу Билал ҡыҙы

ЮНЫСОВА Айһылыу Билал ҡыҙы (11.4.1951, Стәрлетамаҡ ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1999). РФ‑тың (2016) һәм БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Б.Х.Юлдашбаевтың ҡыҙы. ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1979 й. тиклем БДМИ‑ла, 1983 й. алып БДУ‑ла (1999 й. башлап яңы һәм...