Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЙҠЫБАШ РАЙОНЫ

БАЙҠЫБАШ РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың төньяғында урынлашҡан, төньяҡта — Асҡын, көнсығышта — Ҡариҙел, көньяҡта — Нуриман, Благовещен, көнбайышта Мишкә һәм Балтас р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында ойошторолған (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы Ҡариҙел р‑ны составына индерелгән....

БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ

БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ, беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. М.М.Алиев тарафынан венд ултырмаларында айырып күрһәтелә (1977). Аҫтына түшәлгән архей-урта протерозой һәм рифей ҡатламдарына ҡарата япма булып тора. Көньяҡ Урал яны буйлап һуҙыла, Башҡортостандың үҙәк, көнсығыш һәм көньяҡ өлөштәрен...

БАЙҠЫБАШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

БАЙҠЫБАШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Байҡыбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 87 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1916 кеше; 1920 — 2088; 1939 — 1743; 1959 — 1901; 1989 — 1356; 2002 — 1297; 2010 — 1133 кеше....

БАЙЛАР

БАЙЛАР, байләр, байҙар, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡалмыш, салағош, сураш. Тамғалары: . Этник яҡтан монгол һәм Үҙәк Азия, Алтай төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Байлар” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, уғыҙҙарҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Б. (айырыуса сураш ырыуы) формалашыуына уларҙың үҫәргән ҡәбиләһе...

БАЙМАҠ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ

БАЙМАҠ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, 1963 й. Баймаҡ ҡ. нигеҙ һалына, 1965 й. Сибай ҡ. күсерелә, 1978 й. алып Баймаҡ р‑ны Урғаҙа а. урынлашҡан. 1984 й. “Йылайыр” с‑зы м‑н берләшкәндән һуң “Йылайыр” совхоз‑техникумына үҙгәртелә, 2001 й. —Б.а.х.т., 2014 й. —Баймаҡ а.х. колледжы, 2015 й. башлап Урал аръяғы агросәнәғәт...

БАЙМАҠ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ

БАЙМАҠ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Халыҡ ижады үҙәгенең Баймаҡ башҡорт халыҡ театры. 1962 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1967 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — Р.Сәғиҙуллиндың “Бүре малайы” пьесаһы б‑са ш. уҡ исемле әҫәре. 1962—2010 йй. 106‑ға яҡын спектакль сәхнәләштерелә:...

БАЙМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

БАЙМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1997 й. Баймаҡ ҡ. Мосолман дини ойошмаһы башланғысы б‑са халыҡтың һәм Баймаҡ р‑ны пр‑тиеларының хәйер аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назаратына ҡарай. 1998 й. алып эшләй. Мәсет (17x15x3,7 м) бер ҡатлы, сатыр ҡыйыҡлы, стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған. Манараһы Каруанһарай манараһына...

БАЙМАҠ ҠОЙОУ-МЕХАНИКА ЗАВОДЫ

БАЙМАҠ ҠОЙОУ‑МЕХАНИКА ЗАВОДЫ, АЙЙ. Төрлө насостар һәм улар өсөн, ш. уҡ мәғдән онтау тирмәндәре, туҙыуға сыҙамлы күп хромлы суйындан эшләнгән онтағыс комплекстар өсөн запас частар етештерә. Составына ҡойоу, механик эшкәртеү, насос ҡороу цехтары инә. 2011 й. 580 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар –...

БАЙМАҠ МУЗЕЙЫ

БАЙМАҠ МУЗЕЙЫ, Баймаҡ ҡ. урынлашҡан. 1975 й. Баймаҡ тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1979—2005 йй. Милли музей филиалы. Экспозиция 1981 й. асыла. Музей фондында яҡынса 6 мең һаҡлау берәмеге бар, ш. иҫ. биҙәү‑ҡулланма сәнғәте өлгөләре, ҡатын‑ҡыҙ түш биҙәүестәре коллекцияһы, старателдәрҙең...

БАЙМАҠ РАЙОНЫ

БАЙМАҠ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрйән, Әбйәлил р‑ндары, көнсығышта — Силәбе, Ырымбур өлк., көньяҡта һәм көнбайышта Хәйбулла, Йылайыр р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Баймаҡ-Таналыҡ р‑ны булараҡ ойошторола, составына Йылайыр кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент....

БАЙМАҠ ТАУ‑МЕХАНИКА ТЕХНИКУМЫ

БАЙМАҠ ТАУ‑МЕХАНИКА ТЕХНИКУМЫ, 1932 й. тау‑сәнәғәт һәм фабрика‑завод уҡытыу мәктәптәре нигеҙендә тау‑металлургия техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1933—34 йй. төҫлө металдар техникумы, 1958 й. 1958 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1959 й. Сибай (ҡара: Сибай политехник колледжы) һәм Учалы (ҡара: Учалы тау‑металлургия...

БАЙМАҠ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ

БАЙМАҠ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Башҡортостандың Урал аръяғы дала зонаһы өсөн игенселек, малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Иген һәм мал аҙығы культуралары орлоҡсолоғо, ш. уҡ симменталь тоҡомло һыйыр малы һәм башҡорт атының тоҡом малдарын үрсетеү б‑са...

БАЙМАҠ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

БАЙМАҠ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1948 й. Ишбирҙе а. (Баймаҡ р‑ны) Салауат Юлаев ис. сәнәғәт артеле булараҡ нигеҙ һалына, 1960 й. алып Баймаҡ район сәнәғәт комб‑ты, 1967 й. — Б.у.с.х., 1992 й. — МУП, 2002 й. ябыла. Составына Бөрйәнйылға, Еҙем, Ишбирҙе урман участкалары...

БАЙМАҠ УРТА МӘКТӘБЕ №1

БАЙМАҠ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1878 й. 1 класлы башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1918 й. алып Ғ.С.Иҙелбаев һәм Ғ.С.Мағазов ис. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1926 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1928 й. — 7 йыллыҡ фабрика‑завод мәктәбе, 1934 й. — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә....

БАЙМАҠ ХАЛЫҠ ҠУРАЙСЫЛАР АНСАМБЛЕ

БАЙМАҠ ХАЛЫҠ ҠУРАЙСЫЛАР АНСАМБЛЕ, Халыҡ ижады үҙәгенең Баймаҡ халыҡ ҡурайсылар ансамбле. 1957 й. ойошторола, 2006 й. алып Буранбай сәсән исемен йөрөтә. 1997 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында “Ашҡаҙар”, “Зөлхизә”, “Ильяс”, “Ҡолой кантон”, “Порт‑Артур”, “Сибай”, “Сыңрау торна”, “Урал” һ.б. башҡ. халыҡ...

БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ

БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв Баймаҡ ҡ. һәм Хәйбулла районы Бүребай а. тирәһендә ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙың тасуирламаһын И.С.Анисимов (1967), М.Ш.Биков (1967), А.А.Захаров (1967), А.М.Косарев (1973), А.И.Кривцов (1970),...

БАЙМАҠ, ҡала

БАЙМАҠ, БР‑ҙағы ҡала, Баймаҡ р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Башҡортостандың Урал аръяғының көньяғында, Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа 489 км һәм Сибай т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Майҙаны — 139 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 2,5; 1939 — 11,3; 1959 —...

БАЙМАҠТА БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ АҒЗАЛАРЫН АТЫУ

БАЙМАҠТА БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ АҒЗАЛАРЫН АТЫУ, 1918 й. 7 мартында Орск өйәҙе Баймаҡ а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта һәм 9 мартында ш. уҡ өйәҙҙең Сидоровка (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Фёдоровка) утары янында булған ваҡиғалар. 1918 й. ғин.—февр. Кесе ҡоролтай ағзалары Ғ.С.Иҙелбаев, Ә.Б.Ҡарамышев һәм Ғ.С.Мағазов...

БАЙМАТОВ Валерий Нурмөхәмәт улы

БАЙМАТОВ Валерий Нурмөхәмәт улы (29.6.1951, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Күмертау ҡсб, хәҙ. Күмертау ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1995 й. алып анатомия, гистология һәм патология каф. мөдире)....

БАЙМИЕВ Алексей Хәниф улы

БАЙМИЕВ Алексей Хәниф улы (23.4.1971, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Түбәнге Балтас а.), молекуляр биолог. Биол. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1993) Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 2003 й. алып — өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 2006 й. башлап БДПУ‑ла, 2008 й. — БДМУ‑ла уҡыта....