Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЙМОРАТОВ Исхаҡ Исмәғил улы

БАЙМОРАТОВ Исхаҡ Исмәғил улы [1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫәкәй а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — ?], дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар, Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Тәьминәт акад. тамамлаған (Мәскәү, 1932). 1919—21 йй. айырым Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһында (ҡара: Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө)...

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы

БАЙМӨХӘМӘТОВ Казбек Сәғит улы (31.3.1931, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы а. — 4.6.2014, Өфө ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1989). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР‑ҙың нефть...

БАЙМЫРҘА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

БАЙМЫРҘА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Ермолкин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта Ҡондоҙло й. (Кама й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1023 кеше; 1920 — 1164; 1939 — 1081; 1959 — 691; 1989 — 350; 2002 — 399; 2010 — 409 кеше. Татарҙар,...

БАЙМЫРҘА, Мишкә р‑нындағы ауыл

БАЙМЫРҘА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 667 кеше; 1920 — 615; 1939 — 481; 1959 — 467; 1989 — 636; 2002 — 579; 2010 — 587 кеше. Мариҙар...

БАЙМЫРҘИН Ғаяз Исламетдин улы

БАЙМЫРҘИН Ғаяз Исламетдин улы [1.1.1913, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ғәлекәй а. (Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) — 7.5.1948, Умань ҡ. янында], лётчик, гвардия майоры (1943). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1940). 1936 й. алып Совет...

БАЙМЫРҘИН Хәмит Хәйервар улы

БАЙМЫРҘИН Хәмит Хәйервар улы (8.2.1955, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Бикбулат а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1977) Күгәрсен р‑ны 1‑се Юлдыбай урта мәктәбендә уҡыта. 1981 й. алып Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында уҡыта, 1996 й. — Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү...

БАЙМЫРҘИНА Вилә Искәндәр ҡыҙы

БАЙМЫРҘИНА Вилә Искәндәр ҡыҙы (1.7.1953, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъюл а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2014), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Күгәрсен р‑ны мәктәптәрендә...

БАЙНАЗАР УРТА МӘКТӘБЕ

БАЙНАЗАР УРТА МӘКТӘБЕ, Бөрйән р‑ны. 1924 й. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1936 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1952 й. хәҙерге статусын ала. Интернаты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы һ.б. бар. Уҡыу йортон 2,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Т.Ф.Ҡарамышева,...

БАЙНАЗАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл

БАЙНАЗАР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 29 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 118 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 787 кеше; 1920 — 1152; 1939 — 690; 1959 — 909; 1989 — 1175; 2002 — 1361; 2010 — 1313 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БАЙӨМБӘТ, Ҡунаҡбай, Ғафури р‑нындағы ауыл

БАЙӨМБӘТ, Ҡунаҡбай, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 36 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 236 кеше; 1920 — 324; 1939 — 255; 1959 — 327; 1989 — 210; 2002 — 188; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

БАЙРАК Константин Алексеевич

БАЙРАК Константин Алексеевич (28.9.1913, Баҡы — 24.2.1993, С.‑Петербург), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1962). Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1936) Баҡы нефть промыслаларында эшләй. 1939 й. — алып “Башнефть” тресы, 1941 й. — “Ишимбайнефть” тресы, 1946 й. — “Башнефть” ПБ баш инженеры....

БАЙРАҠ, Сапар, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

БАЙРАҠ, Сапар, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Отрада а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 268 кеше; 1959 — 182; 1989 — 150; 2002 — 165; 2010 — 188 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). 1929 й. Стәрлетамаҡ кантонында...

БАЙРАМ КӨНДӘРЕ

БАЙРАМ КӨНДӘРЕ, күренекле ваҡиғаларға йәки традицион даталарға арналған көндәр. “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һ.б. әһәмиәтле даталар тураһында” (1992) законына ярашлы, Б.к. булып Республика көнө — Башҡ. Совет Соц. Респ. дәүләт суверенитеты тураһында декларация...

БАЙРАМҒОЛ, һырт

БАЙРАМҒОЛ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, БР‑ҙа яҡынса 3 км, киңлеге 3 км, бейеклеге яҫы түбәһе м‑н 1010 м тиклем. Көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, уйһыулыҡтары күп, көнсығышы текә, урыны...

БАЙРАМҒОЛОВ Юлай Ейәнғәли улы

БАЙРАМҒОЛОВ Юлай Ейәнғәли улы (15.12.1937, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Тимерәк а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). Силәбе политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Брянск автомобиль з‑дында эшләй, 1966 й. алып ӨМЭЗ‑дә,...

БАЙРАМҒОЛОВА Нилә Ильяс ҡыҙы

БАЙРАМҒОЛОВА Нилә Ильяс ҡыҙы (21.2.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Яңы Байрамғол а.), хор артисы (сопрано). БР‑ҙың халыҡ (1997), БАССР‑ҙың атҡ. (1975) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1975; Р.Д.Земчурина класы). 1969 й. алып Хор капеллаһы артисы, 2003 й. — Башҡ. филармонияһы администраторы. Б. репертуарында М.Сөндөклө...

БАЙРАМДАР

БАЙРАМДАР, туйҙар, теге йәки был иҫтәлекле көнгә йәки ваҡиғаға арналған тантаналар. Традицион һәм ижт.-сәйәси (ҡара: Байрам көндәре) Б. айырып йөрөтөлә. Традицион Б. хужалыҡ итеү һәм көнкүреш тәртибенә бәйле календарь Б. (сәсеү эштәре тамамланыу, ураҡ һ.б.) һәм ислам динен ҡабул иткәндән һуң таралған...

БАЙРАМОВ Әхнәф Арыҫлан улы

БАЙРАМОВ Әхнәф Арыҫлан улы [30.9.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сейәлеҡул а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 16.2.2010, Өфө], яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Златоуст хәрби инженерҙар уч‑щеһын тамамлаған (1942). 1950—62 йй. “Кызыл таң”...

БАЙСАҠА, Борай р‑нындағы ауыл

БАЙСАҠА, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Апаша й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 361 кеше; 1920 — 399; 1939 — 239; 1959 — 213; 1989 — 107; 2002 — 95; 2010 — 54 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

БАЙТАЛЛЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

БАЙТАЛЛЫ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Рәсмәкәй а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 17 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта Байталлы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 813 кеше; 1920 — 1012; 1939 — 896; 1959 — 584; 1989 — 462; 2002 — 458; 2010 — 445 кеше. Башҡорттар,...