Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЗАН ДАРУҒАҺЫ

ҠАЗАН ДАРУҒАҺЫ, 16 б. һуңғы сирегендә Өфө өйәҙе, 18 б. башында Өфө провинцияһы, 1744 й. Ырымбур губернаһы составына ингән (ҡара: Даруға). 17 б. аҙағында төньяҡ‑көнсығышта — Уҫы даруғаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көнбайышта һәм төньяҡ‑көнбайышта Ҡазан өйәҙе менән сиктәш була....

ҠАЗАН ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ

ҠАЗАН ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) осоронда Рәсәйҙәге тәфтиш һәм суд учреждениеһы. 1773 й. дек. императрица Екатерина II 1773 й. 29 нояб. указы м‑н ойошторола. Ҡ.й.к. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы ҡарамағында була, хәрби командование һәм Ҡазан, Ырымбур губ. хакимиәттәре һ.б. м‑н...

ҠАЗАН ХАНЛЫҒЫ

ҠАЗАН ХАНЛЫҒЫ, 1445 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1438) — 1552 йй. Урта Волга һәм Түб. Кама буйындағы дәүләт. Алтын Урҙа тарҡалғандан һәм Ҡазан ҡ. Алтын Урҙа ханы Олуғ Мөхәммәт (өҙөклөк м‑н 1419— 37 йй. идара итә) яулап алғандан һуң барлыҡҡа килгән. Баш ҡалаһы — Ҡазан. Дәүләт башында Сыңғыҙхан нәҫеле араһынан...

ҠАЗАН ҺАРАЙЫ ПРИКАЗЫ

ҠАЗАН ҺАРАЙЫ ПРИКАЗЫ, Ҡазан һарайы, Мещера һарайы, 16 б. уртаһы — 18 б. башында Рәсәйҙең үҙәк дәүләт учреждениеларының береһе. Ҡ.һ.п. дума дьягы етәкселек иткән. Башҡортостанда (Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы ваҡытынан алып), Ҡазан өйәҙендә, Мещерала (Елатьма, Кадом, Ҡасим, Муҡшы, Темников,...

ҠАЗАН ЭРГӘҺЕ МӘҘӘНИӘТЕ

ҠАЗАН ЭРГӘҺЕ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16—9 бб. ҡарай. Башҡортостанда Ҡ.э.м. ҡомартҡылары Кама й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. басс. тупланған (Кәкрекүл торамаһы, Иҫке Ҡабан торамаһы II һ.б.). Торамалар ҡалҡыу урында урынлашҡан. Күп камералы, ағас бағаналы конструкциялы һәм...

ҠАЗАН ЯРУСЫ

ҠАЗАН ЯРУСЫ (Ҡазан губернаһы исеменән), пермдең өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Уржум һәм өфө ярустары араһында урынлашҡан. А.В.Нечаев айырып күрһәтә (1915). Аҫҡы һәм өҫкө ярым ярустарға бүленә. Диңгеҙ һәм континенталь ултырмаларҙан тора. Диңгеҙ ултырмаларына фораминиферҙар, гастроподтар, ҡабырсаҡтар,...

ҠАЗБУЛАТОВ Ғәле Мөхәмәҙи улы

ҠАЗБУЛАТОВ Ғәле Мөхәмәҙи улы (21.5. 1954, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мәҡсүт а.), зооинженер. А.х. ф. д‑ры (2007). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Стәрлетамаҡ тоҡомсолоҡ берекмәһендә, 1977 й. алып Күгәрсен район- ара тоҡомсолоҡ берекмәһендә эшләй. 1978 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа: 2000 й. алып малсылыҡ...

ҠАЗЫЙ

ҠАЗЫЙ (фарсы – тәғәйенләүсе, хөкөм итеүсе), мосолман илдәрендә шәриғәт нигеҙендә хөкөм эштәрен башҡарыусы судья. Ҡ. эшмәкәрлеге фикһ нормалары м‑н көйләнә. Ҡ. ил етәксеһе йәки уның наместнигы тарафынан тәғәйенләнә. Рәсәйҙә рәсми Ҡ. институты Ырымбур мосолман диниә назараты (ЫМДН) ойошторолғас барлыҡҡа...

ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы

ҠАЙБЫШЕВ Вадим Тимерйән улы (16.7.1960, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Уръяҙы а.), хәрби табип. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). Мед. хеҙмәте полк. (2000). Куйбышев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) ГДР‑ҙа Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә полк мед. пункты һәм мед. хеҙмәте нач., 1989 й. алып Волга...

ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы

ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы (1811—?), кантон башлығы, сотник (1861). Бөрө өйәҙе Дыуанай улусы Тартыш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шыршы-Тартыш а.) башҡорто. 1848 й. алып 11‑се, 1856 й. — 16‑сы башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1858 й. башлап 15‑се, 1861—62 йй. 16‑сы башҡ. кантондары башлығы....

ҠАЙБЫШЕВ Оскар Әкрәм улы

ҠАЙБЫШЕВ Оскар Әкрәм улы (28.3.1939, Мәскәү — 2.6.2017, Анталья ҡ., Төркиә, Өфөлә ерләнгән), металлофизик. БР ФА акад. (1991), техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) 1964 й. тиклем 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында...

ҠАЙБЫШЕВ Рөстәм Оскар улы

ҠАЙБЫШЕВ Рөстәм Оскар улы (2.5.1963, Мәскәү), инженер‑механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996). О.Ә.Ҡайбышевтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (1993 й. башлап лаб. мөдире) эшләй. 2008 й. алып Белгород милли...

ҠАЙМАША, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠАЙМАША, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Эткенә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡаймаша й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 713 кеше; 1920 — 689; 1939 — 398; 1959 — 184; 1989 — 209; 2002 — 222; 2010 — 224 кеше....

ҠАЙМАШАБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠАЙМАШАБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Эткенә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 880 кеше; 1920 — 931; 1939 — 686; 1959 — 566; 1989 — 366; 2002 — 359; 2010 — 323 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп...

ҠАЙМИРАСОВА Таңһылыу Ғимал ҡыҙы

ҠАЙМИРАСОВА Таңһылыу Ғимал ҡыҙы [4.11.1923, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Салауат районы) — 27.5.2016, Алма‑Ата ҡ., Ҡаҙағстан], тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1972). Ҡаҙағстан тау‑металлургия институтын тамамлаған (1958). 1943 й. алып Ҡаҙағстан геофизика...

ҠАЙРАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠАЙРАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 18 км  һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 103 км алыҫлыҡта Алпыяҙ й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 510 кеше; 1920 — 564; 1939 — 573; 1959 — 569; 1989 — 603; 2002 — 571; 2010 — 585 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ҠАЙРАҠЛЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ҠАЙРАҠЛЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Аксёнов т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 985 кеше; 1920 — 1244; 1939 — 882; 1959 — 858; 1989 — 279; 2002 — 264; 2010 — 186 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аксёнов...

ҠАЙЫН

ҠАЙЫН (Betula), ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә Ҡ. ҡыҙғылт көрән...

ҠАЙЫН БӘШМӘГЕ

ҠАЙЫН БӘШМӘГЕ (Leccinum scabrum), базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Эшләпәһенең диам. 20 см тиклем, ярымшар, һуңыраҡ мендәр формаһында, һорғолт һәм көрән, ҡайһы берҙә ҡара төҫтә. Гименофоры ваҡ күҙәнәкле, аҡһыл йәки һорғолт. Һабының оҙонлоғо...

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 616 кеше; 1920 — 708; 1939 — 606; 1959 — 380; 1989 — 279; 2002 — 267; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар...