Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺӨЙӘРҒОЛОВ Нурмөхәмәт Әлибай улы

ҺӨЙӘРҒОЛОВ Нурмөхәмәт Әлибай улы (9.2.1937, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡабыҡҡыуыш а.), тел белгесе. Филол. ф. канд. (2004). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). БАХИ‑ны тамамлаған (1978). Әбү ән‑Нур ун‑тында уҡыған (Дәмәшҡ, 1993). 1974 й. алып Ейәнсура р‑нындағы Һаҡмар с‑зының, 1984 й. — Ишембай р‑нындағы...

ҺӨЙКӘЛЕШ

ҺӨЙКӘЛЕШ, ҡылымдың грамматик категорияһы, уның формалары уй‑фекер йөкмәткеһенең ысынбарлыҡҡа йәки һөйләүсенең уй‑фекер йөкмәткеһенә ҡарата мөнәсәбәтендәге айырмалыҡтарҙы белдерә. Модаллекте белдергән грамматик ысулдарҙың береһе. Башҡорт телендә түбәндәге Һ. айырыла: 1) ҡылым замандары категорияһының...

ҺӨЙӨНДӨК, Баҡалы р‑нындағы ауыл

ҺӨЙӨНДӨК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 519 кеше; 1939 — 567; 1959 — 432; 1989 — 243; 2002 — 182; 2010 — 147 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

ҺӨЙӨНДӨК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ҺӨЙӨНДӨК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡортлокүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 57 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 102 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1067 кеше; 1920 — 1134; 1939 — 817; 1959 — 677; 1989 — 269; 2002 — 216; 2010 — 158 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺӨЙӨНДӨК, Учалы р‑нындағы ауыл

ҺӨЙӨНДӨК, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 86 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 299 кеше; 1920 — 441; 1939 — 283; 1959 — 292; 1989 — 152; 2002 — 157; 2010 — 117 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхвәт улы

ҺӨЙӨНДӨКОВ Йәлил Төхвәт улы (20.9.1960, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт а.), эколог. БР ФА академигы (2016), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. 1990 й. алып Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары...

ҺӨЙРӘЛЕҮСЕЛӘР

ҺӨЙРӘЛЕҮСЕЛӘР, рептилиялар (Reptilia), умыртҡалылар класы. 4 отряды (суҡышбаштар, крокодилдар, гөбөргәйелдәр, тәңкәлеләр), 7100‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда гөбөргәйелдәр һәм тәңкәлеләр отрядына ҡараған 10 төр осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 25—150 см, оҙонса, кеҫәрткеләрҙеке — яҫы, йыландарҙыҡы — йомро;...

ҺӨЛӘЙМӘН, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ҺӨЛӘЙМӘН, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ләмәҙтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 21 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 106 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 536 кеше; 1920 — 530; 1939 — 473; 1959 — 483; 1989 — 402; 2002 — 489; 2010 — 472 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҺӨЛӘЙМӘН, Учалы р‑нындағы ауыл

ҺӨЛӘЙМӘН, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 82 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 2 км алыҫлыҡта Мейәс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 372 кеше; 1920 — 452; 1939 — 294; 1959 — 296; 1989 — 214; 2002 — 225; 2010 — 179 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҺӨЛӨКТӘР

ҺӨЛӨКТӘР (Hirudinea), балдаҡлы селәүсендәр класы. 3 отряды, яҡынса 400 төрө билдәле; Ер шарында диңгеҙҙә һәм сөсө һыуҙа таралған. Башҡортостанда томшоҡло Һ. һәм томшоҡһоҙ Һ. отрядына ҡараған 13 төр осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 0,2—15 см, ҡара, көрән, йәшкелт һ.б. төҫтә, яҫы, һирәк цилиндр формаһында,...

ҺӨМБАШ ҺЫМАҠТАР

ҺӨМБАШ ҺЫМАҠТАР (Salmoniformes), һөйәкле балыҡтар отряды. 26 ғаиләһе, 350‑нән ашыу төрө билдәле, Донъя океаны басс. субарктик, субантарктик, уртаса һәм тропик һыу­ҙарында таралған. БР‑ҙа алабалыҡтар, бәрҙеләр, һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған 6 төрө бар. Кәүҙәһе 25—150 см оҙонлоҡта, циклоидаль тәңкә м‑н...

ҺӨНӘРҒОЛОВ Тимерхан Сәлимйән улы

ҺӨНӘРҒОЛОВ Тимерхан Сәлимйән улы (3.1.1931, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шишмә а. — 5.1.1976, Өфө), патологоанатом. Мед. ф. д‑ры (1968), проф. (1969). БДМИ‑ны тамамлаған (1952), 1955 й. алып шунда уҡ эшләй: 1963 й. башлап педиатрия ф‑ты деканы; 1965 й. — патологик анатомия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1968...

ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР

ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР, һөнәри патология, уңайһыҙ хеҙмәт шарттарының организмға тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Химик (органик һәм органик булмаған матдәләр, уларҙың берләшмәләре), физик (вибрация, тауыш, ультра‑, инфратауыш, нурланыш, һауаның юғары йәки түбән т‑раһы һ.б.), биол. (ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдар,...

ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР

ҺӨНӘРИ АУЫРЫУҘАР, һөнәри патология, уңайһыҙ хеҙмәт шарттарының организмға тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Химик (органик һәм органик булмаған матдәләр, уларҙың берләшмәләре), физик (вибрация, тауыш, ультра‑, инфратауыш, нурланыш, һауаның юғары йәки түбән т‑раһы һ.б.), биол. (ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдар,...

ҺӨНӘРСЕЛЕК

ҺӨНӘРСЕЛЕК, һ ө н ә р, ҡулдан етештереүгә нигеҙләнгән традицион шөғөлдәр. Башҡорттарҙа һөнәр төрҙәре һәм уларҙың үҙенсәлектәре Башҡортостандың тәбиғәт‑климат үҙенсәлектәренә, хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына (солоҡсолоҡ, игенселек, һыйырсылыҡ һ.б.), көнкүрешенә, тарихи‑мәҙәни традицияларға һәм...

ҺӨНӘРСЕЛЕК КӘСЕБЕ

ҺӨНӘРСЕЛЕК КӘСЕБЕ, баҙар өсөн тәғәйенләнгән йорт кәсебе. Башҡортостан терр‑яһында Һ.к. 19 б. уртаһында киң тарала. Уның үҫешенә Крәҫтиән реформаһы һәм крәҫтиәндәрҙең ҡатламдарға бүленеүе булышлыҡ итә. Күмәс бешереү, ит, кирбес эшләү, тимерселек, итек тегеү һ.б. кәсептәр таралған. Башҡорттарҙа күбеһенсә...

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №1

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №1. 1922 й. Өфөлә “Октябрь баҫымы” типографияһы эргәһендәге фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ асыла, 1946 й. алып 11‑се һөнәрселек уч‑щеһы, 1962 й. — 1‑се ҡала ПТУ (1971 й. башлап урта), 1995 й. — 1‑се ПУ, 1997 й. — 1‑се Һ.л., 2007 й. С.Х.Бикәев исеме бирелә, 2014 й. алып Солтан...

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №136

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №136, 1925 й. Өфөлә контора‑сауҙа өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ асыла. 1936 й. башлап ашнаҡсылар һәм һатыусылар әҙерләү б‑са уҡыу‑курс комб‑ты, 1940 й. — сауҙа‑кулинария өйрәнсектәр мәктәбе, 1967 й. — кулинария уч‑щеһы, 1985 й. — 136‑сы ПУ, 1992 й. — 136‑сы юғары ПУ, 1995 й. — 136‑сы...

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №56

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №56, 1949 й. Октябрьский ҡ. 28‑се фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ асыла. 1958 й. башлап 2‑се техник уч‑ще, 1963 й. — 30‑сы ҡала ПТУ, 1984 й. — 56‑сы урта ПТУ, 1995 й. — 56‑сы Һ.л., 2014 й. Октябрьский нефть колледжы м‑н берләштерелә. Туймазы р‑ны Ҡандра а. филиалы була (1994...

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №64

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №64, 1969 й. Өфөлә 17‑се ҡала ПТУ филиалы булараҡ асыла. 1976 й. алып 68‑се техник уч‑ще, 1984 й. — 64‑се урта ПТУ, 1992 й. — 64‑се юғары ПУ, 1993 й. — художество‑техник лицей, 1995 й. — 64‑се һөнәрселек лицейы (1999—2000 йй. художество‑сәнәғәт колледжы), 2013 й. — Өфө художество‑сәнәғәт...