Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КУЗЬМИН Пётр

КУЗЬМИН Пётр, Козмин П., Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Воскресенка заводының Ҡарғалы рудниктарында приказчик була. Ихтилалға 1773 й. окт. башында ҡушыла. Рудник эшселәре отрядына етәкселек итә, Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә ҡорал, аҡса еткерә. 12 окт. Воскресенка...

КУЗЬМИНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

КУЗЬМИНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Субан й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 121 кеше; 1959 — 290; 1989 — 214; 2002 — 249; 2010 — 251 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002)....

КУЗЬМИНОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

КУЗЬМИНОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Фёдоровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 6 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1632 кеше; 1920 — 1483; 1939 — 922; 1959 — 745; 1989 — 534; 2002 — 523; 2010 — 439 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

КУЗЬМИНСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

КУЗЬМИНСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К. табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел һәм Мәләүез йй. араһында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 61 кеше; 1939 — 106; 1959 — 100; 1989 — 119; 2002 — 181; 2010 — 219 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙендә...

КУЗЬМИНЫХ Александр Андреевич

КУЗЬМИНЫХ Александр Андреевич (24.1.1944, БАССР‑ҙың Покровка р‑ны Һынны а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны, — 18.5.2009, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1997). Силәбе политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) Силәбе тимерлек-преслау з‑дында...

КУЗЬМИЧЁВА Евдокия Яковлевна

КУЗЬМИЧЁВА Евдокия Яковлевна [25.1.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Дияш а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.6.2002, Бәләбәй ҡ.], төҙөүсе. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1979). 1948 й. алып “Туймазанефтестрой” тресы маляры, 1952—85 йй. “Шкаповнефтестрой” тресының 2‑се төҙөлөш идаралығында (Бәләбәй ҡ.): 1954 й. башлап...

КУЙБЫШЕВ В.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

КУЙБЫШЕВ В.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Илеш р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Түб. Сереккүл ауылы. Составына 2 баҫыусылыҡ бригадаһы, 2 һөтсөлөк фермаһы һ.б. инә. 2011 й. 112 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5190 га тәшкил иткән, шул иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 4053 га. Иген культураларының уңдырышлылығы —...

КУЙБЫШЕВ ТИМЕР ЮЛЫНЫҢ БАШҠОРТОСТАН ТӨБӘГЕ

КУЙБЫШЕВ ТИМЕР ЮЛЫНЫҢ БАШҠОРТОСТАН ТӨБӘГЕ. Тимер юл транспортында йөк (50%‑тан ашыуын нефть һәм нефть продукттары тәшкил итә) һәм пассажирҙар ташыу эшен башҡара. Куйбышев т. юлы составында һәм РФ т. юлы селтәрендәге иң ҙур пр‑тиеларҙың береһе (ҡара: Тимер юлдар). Составына 96 структур бүлексә, ш. иҫ....

КУКЛЕВА Галина Алексеевна

КУКЛЕВА Галина Алексеевна (21.11.1972, Ишембай ҡ.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1998). Төмән ун‑тын тамамлаған (1998). Биатлон б‑са респ. СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры В.В. Новожилов). Спринтта Олимпия уйындары чемпионы...

КУКОВИНЕЦ Ольга Сергеевна

КУКОВИНЕЦ Ольга Сергеевна (12.11.1947, Балей ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (2002). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1972) Органик химия ин‑тында эшләй, 1996 й. башлап БДУ‑ла (2000–13 йй. алып инженерлыҡ ф‑тының фәнни эштәр б‑са декан урынбаҫары). Фәнни хеҙмәттәре биологик актив берләшмәләр...

КУКОТОВ Пётр Петрович

КУКОТОВ Пётр Петрович (18.10.1908, Ставрополь ҡ. – 26.4.1985, Өфө), йырсы (лирик-драматик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1957). 1934—35 йй. Ставрополь муз. уч‑щеһында уҡый. 1935 й. алып — Пятигорск муз. комедия театры, 1939 й. – Горький, 1944 й. — Татар опера һәм балет театры, 1946—66 йй. БДОБТ солисы....

КУКУБАЕВ Анатолий Кукубаевич

КУКУБАЕВ Анатолий Кукубаевич (1.7.1937, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Бахтыбай а. – 1.8.2002, Өфө), комп., педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). Композиторҙар союзы ағзаһы (1998). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1961; И.П.Фоменков класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1966; А.А.Лубенниковтың баян класы;...

КУКУРУЗ

КУКУРУЗ (Zea mays), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө. К. тыуған ере — Үҙәк һәм Көньяҡ Америка. Ҡойолған орлоҡтарҙан үҫеүгә һәм ҡырағайланыуға һәләтһеҙ культуралы, бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, ғәҙәттә, яңғыҙ, бейеклеге 50 см алып 6 м тиклем. Япрағы сиратлы, эре, киң ҡыяҡлы, тулҡынлы, өҫ яҡтан...

КУЛАВСКИЙ Василий Агеевич

КУЛАВСКИЙ Василий Агеевич (3.12.1938, Мордва АССР‑ы Шөгөр а.), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1978). РФ‑тың (1998) һәм БР‑ҙың (1993) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Мордва АССР‑ының Респ. онкология диспансерында эшләй (1962—64 йй....

КУЛАГИН Алексей Юрьевич

КУЛАГИН Алексей Юрьевич (23.5.1957, Мейәс ҡ.), дендроэколог. Биология фәндәре докторы (1994), профессор (1999). РФ‑тың (2008), БР‑ҙың (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1998). Ю.З.Кулагиндың улы. Һарытау университетын тамамлағандан һуң (1979) БАССР‑ҙың Урман хужалығы министрлығында...

КУЛАГИН Андрей Алексеевич

КУЛАГИН Андрей Алексеевич (14.9.1979, Өфө ҡ.), дендроэколог. Биология фәндәре докторы (2006), профессор (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2011). А.Ю.Кулагиндың улы. БДУ‑ны (2001), БДАУ‑ҙы (2003), РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын (2008) тамамлаған. 1997...

КУЛАГИН Валерий Фёдорович

КУЛАГИН Валерий Фёдорович (7.12.1939, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а.), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1996). БР‑ҙың атҡ. табибы (1994). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) 2011 й. тиклем “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эшләй: 1983 й. алып бүлек нач., 1988 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2009 й. — баш...

КУЛАГИН Юрий Захарович

КУЛАГИН Юрий Захарович (14.11.1929, Мордва АССР‑ы Зоринка а. — 20.10.1983, Өфө), ботаник, дендроэколог. Биол. ф. д‑ры (1964), проф. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) шунда уҡ, 1955 й. алып СССР ФА Урал бүлексәһенең Биол. ин‑тында (Свердловск ҡ.) эшләй,...

КУЛАГИНА Антонина Алексеевна

КУЛАГИНА Антонина Алексеевна (12.2.1926, Кострома губ. Головино а. — 28.10.2010, Өфө), медицина тарихсыһы. Мед. ф. канд. (1967). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Журналистар союзы ағзаһы (1989). Ҡаҙаҡ мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Алма‑Ата, 1948) Ульяновск өлк. һәм БАССР‑ҙа табип участкаларында,...

КУЛАГИНА Елена Ивановна

КУЛАГИНА Елена Ивановна (21.12.1953, Мәскәү ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2007). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Геология институтында эшләй: 1991 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 2017 й. — баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1991—2000 йй. һәм 2011—15 йй. БДУ‑ла уҡыта....