Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КУЛАЕВА Ольга Николаевна

КУЛАЕВА Ольга Николаевна (26.5.1929, Мәскәү), үҫемлектәр физиологы. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), биол. ф. д‑ры (1971), проф. (1976). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2005). Фәнни хеҙмәттәре фитогормондарҙың тәьҫир итеү механизмын, уларҙың күҙәнәк һәм тотош үҫемлек кимәлендә сигнал ролен өйрәнеүгә арналған....

КУЛАКОВ Пётр Афанасьевич

КУЛАКОВ Пётр Афанасьевич (16.6.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Покровка а. (БР‑ҙың Өфө районы) — 24.1.1994, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Латвия коммунистар (большевиктар) партияһы ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Рига ҡ., 1949). 1942 й. июненән Дон, Сталинград,...

КУЛАКТАР

КУЛАКТАР, 19 б. 2‑се ярт. крәҫтиәндәрҙең соц. төркөмдәргә бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Рәсәй халҡының ауылдарҙа йәшәгән хәлле ҡатламының тарихи әҙәбиәттә ҡабул ителгән атамаһы. К. эре биләмәләргә, етештереү сараларына хужа булып, ялланма хеҙмәттән файҙаланған. 20 б. башында улар Рәсәйҙә крәҫтиән...

КУЛЕША Вадим Анатольевич

КУЛЕША Вадим Анатольевич (8.6.1932, Белорет ҡ. — 7.3.2011, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (2000). БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1956) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: 1960 й. алып цех нач., 1969 й. — баш инженер урынбаҫары,...

КУЛЕШОВ Сергей Павлович

КУЛЕШОВ Сергей Павлович (29.4.1956, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2011). ӨАИ‑ны тамамлаған (1978). 1980 й. алып Органик химия ин‑тында (1990 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р), 1994 й. — Нефтехимия һәм катализ ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. 2011 й. алып “СамараНИПИнефть” ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре каталитик...

КУЛИБАЙ Сәләх Ғәбит улы

КУЛИБАЙ (Кулибаев) Сәләх Ғәбит улы (2.7.1910, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Нурәли а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түб. Таһир а., – 15.10.1976, Өфө), яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1969). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 30—50‑се йй. “Башҡурдистан” гәз. (ҡара: “Башҡортостан”),...

КУЛИЕВ Ҡайсын Шувай улы

КУЛИЕВ Ҡайсын Шувай улы (1.11.1917, Терск өлк. Үрге Чегем а. – 4.6.1985, Нальчик), шағир. Ҡабарҙы- Балҡар АССР‑ының халыҡ шағиры (1967). “Яралы таш” (“Раненый камень”; 1964), “Ер китабы” (“Книга земли”; 1972), “Кис” (“Вечер”; 1974), “Ер матурлығы” (“Краса земная”; 1980) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы....

КУЛИКОВ Владимир Сергеевич

КУЛИКОВ Владимир Сергеевич (25.7.1942, Өфө – 28.7.2008, шунда уҡ), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1995). С.И.Куликовтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Рыбинск моторҙар эшләү з‑дында эшләй. 1967 й. алып “Гидромеханика” тәжрибә КБ‑нда ышаныслылыҡ бюроһы нач. (Өфө), 1969—2008 йй....

КУЛИКОВ Геннадий Григорьевич

КУЛИКОВ Геннадий Григорьевич (9.8.1948, БАССР‑ҙың Шишмә районы “Кумыспром” совхозының Үҙәк усадьбаһы, хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Горный а.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан...

КУЛИКОВ Сергей Иванович

КУЛИКОВ Сергей Иванович (1.7.1912, Ярославль губ. Оло Плёсо а. — 19.9.2006, Өфө), механик‑технолог. Техник ф. канд. (1943), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1962). Рыбинск авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1937) шунда уҡ эшләй (1941 й. алып металл ҡырҡыу станоктары һәм металдарҙы...

КУЛИКОВ Фёдор Семёнович

КУЛИКОВ Фёдор Семёнович (16.2.1906, Калуга губернаһы Барятино а. — 28.11.1964, Өфө ҡ.), инженер‑геолог. БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1937) “Башнефть” тресы геологик эҙләнеүҙәр контораһының партия начальнигы, 1942 й....

КУЛИШ Елена Ивановна

КУЛИШ Елена Ивановна (19.8.1968, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2013). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1990) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып юғары молекуляр берләшмәләр һәм дөйөм химия технологияһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре полимерҙарҙың, ш. иҫ. медицинала ҡулланылған полимерҙарҙың,...

КУЛЬГА Константин Станиславович

КУЛЬГА Константин Станиславович (24.4.1963, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2010). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге машиналар эшләүҙә сәнәғәт мәғлүмәт технологияларына арналған. К. тарафынан Stalker PLM берләштерелгән автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын, уның...

КУЛЬСКИЙ Леонид Адольфович

КУЛЬСКИЙ Леонид Адольфович (10.4.1903, Петроков губ. Новорадомск ҡ. — 25.11.1993, Киев), химик. Украина ССР‑ы ФА академигы (1969), техник ф. д‑ры (1947), проф. (1948). Украина ССР‑ының атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968). РСФСР‑ҙың коммуналь хужалыҡ отличнигы (1943), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы...

КУЛЬТИВАЦИЯ

КУЛЬТИВАЦИЯ (лат. cultivo — эшкәртәм, үҫтерәм), ерҙе өҫтән, һай эшкәртеү ысулы. Ҡый үләндәрен ҡырҡыу м‑н бергә тупраҡты йомшарта (әйләндермәйенсә) һәм өҫтөн тигеҙләй. Тупраҡтың һыу, һауа режимдарын көйләүгә булышлыҡ итә, тупраҡта йәшәгән микроорганизмдарҙың эшмәкәрлеген йәнләндерә, а.х. культуралары...

КУЛЬТУРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

КУЛЬТУРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, кеше тарафынан үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн сәселгән үҫемлектәр. К.ү. 25 меңдән ашыу төрө үҫтерелә, уларҙың 640 төрө ҙур әһәмиәткә эйә. Иң ҙур майҙандарҙы иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы үҫемлектәре, йәшелсә, емеш, баҡса үҫемлектәре һәм сүсле үҫемлектәр...

КУЛЬТУРОЛОГИЯ

КУЛЬТУРОЛОГИЯ (лат. cultura — үҫтереү һәм ...логия), мәҙәниәттең асылын, барлыҡҡа килеүен, структураһын, үҫеш һәм йәшәү ҡанундарын өйрәнеүсе фән. К. белеменең йөкмәткеһен фундаменталь (генезис, типология, мәҙәниәтте өйрәнеү методологияһы һ.б. проблемалар) һәм ғәмәли төрҙәргә (мәҙәниәттең төрлө тармаҡтарының...

КУЛЯПИН Владислав Максимилианович

КУЛЯПИН Владислав Максимилианович (22.10.1936, Новосибирск ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2005). Новосибирск электротехника ин‑тын тамамлағандан һуң (1959) С.А.Чаплыгин ис. Себер авиация ҒТИ‑нда (Новосибирск) эшләй: 1965 й. алып бүлек нач. вазифаһын башҡарыусы, 1968 й. —...

КУЛЯСОВ Алексей Матвеевич

КУЛЯСОВ Алексей Матвеевич (Кузьмич) (8.3.1875, Ҡазан губ. Мамадыш өйәҙе Пеньки а. — 1933, Нарым крайы Ильинка а.), дин әһеле. Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1901). Ҡазан уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң (1893) Ҡазан губ. мәктәптәрендә эшләй, 1901 й. алып Ҡазан өйәҙендә ауыл сиркәүҙәре настоятеле,...

КУМОЛ

КУМОЛ, изопропилбензол, 2‑пропилбензол, С6Н5СН(СН3)2, ароматик берләшмә. Бензол еҫле, төҫһөҙ шыйыҡлыҡ; тығыҙлығы 861,8 кг/м3, tиреү −96°С, tҡайнау 152,4°С, tтоҡаныу 38°С. Бензолда, хлороформда, диэтил эфирында, ацетонда, этил спиртында — яҡшы, һыуҙа аҙ (0,01%) эрей. Алкиллаштырыу, хлорлау, нитратлаштырыу,...