Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТУПНИКОВ Анатолий Петрович

СТУПНИКОВ Анатолий Петрович (21.9.1932, БАССР‑ҙың Благовещен__р‑ны Покровское а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1949 й. алып 161‑се дәүләт союз з‑ды, 1958 й. — ӨПЭЗ‑дә, 1964 й. башлап “Нефтепроводмонтаж” тресының үҙәк ремонт- механика оҫтаханалары, 1988—92 йй. үткәргес торбалар төҙөү һәм эксплуатациялау...

СУБАЕВ Фәтих Йосоп улы

СУБАЕВ Фәтих Йосоп улы [5.7.1911, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡыҫҡайылға а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 23.9. 1978, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың почётлы автотранспортсыһы (1970). Флюр Й.Субаевтың ағаһы. Совет‑финлянд (1939—40), Б.В., 1945 й. совет‑япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Бүздәк...

СУБАЕВ Флүр Йосоп улы

СУБАЕВ Флүр Йосоп улы [20.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡыҫҡайылға а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 28.7.2001, Өфө], хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1980). Фәт.Й.Субаевтың ҡустыһы. Даманский утрауында совет-ҡытай ҡораллы бәрелешендә (1969) һәм Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1984) ҡатнашыусы. Алма-Ата хәрби...

СУБВЕНЦИЯ

СУБВЕНЦИЯ (лат. Subvenire — ярҙамға килеү), РФ йәки муниц. мәғариф субъектының дәүләт вәкиллеге тарафынан уларға тапшырылған сығым йөкләмәләрен финанс м‑н тәьмин итеү өсөн түбән кимәлле бюджетҡа түләүһеҙ нигеҙҙә бирелгән аҡса (бюджет‑ара трансферт). С. РФ субъекттары бюджетына торлаҡ-коммуналь хеҙмәтен...

СУБГАРМОНИК ФУНКЦИЯ

СУБГАРМОНИК ФУНКЦИЯ, п‑үлсәмле ысын арауыҡ өлкәһенең (п>1) теләһә ниндәй нөктәһендәге ҡиммәте өлкә эсендә ятҡан һәм үҙәге бирелгән нөктәлә булған һәр бер шар б‑са (п=2 булғанда түңәрәк б‑са) уртаса ҡиммәтенән артмаған, был өлкәлә локаль суммалаштырылыусы һәм өҫкө яҡтан ярым өҙлөкһөҙ функция. С.ф. төп...

СУБСИДИЯ

СУБСИДИЯ (лат. Subsidium — ярҙам, булышлыҡ), дәүләт тарафынан юридик һәм физик шәхестәргә, урындағы үҙидара органдарына маҡсатлы сығымдарҙы өлөшләтә финанслау шарттарында аҡсалата йәки натуралата бирелә торған пособие. Тура (дәүләт йәки урындағы бюджеттарҙан, ш. уҡ махсус фондтарҙан милли иҡтисадтың...

СУВЕРЕНИТЕТ

СУВЕРЕНИТЕТ (нем. souveränität), властың өҫтөнлөклө һәм бойондороҡһоҙ булыуы. С. дәүләт (дәүләттең үҙ терр‑яһында сит ил власын тулыһынса кире ҡаҡҡан закондар сығарыу власы, башҡарма власы һәм суд власы), милли (милләттең тулы власлылығы һәм милли тормошоноң характерын билдәләү мөмкинлеге), халыҡ (халыҡтың...

СУВОРОВ Александр Васильевич

СУВОРОВ Александр Васильевич [13.11.1729 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1730), Мәскәү — 6.5.1800, С.‑Петербург], хәрби эшмәкәр. Генералиссимус (1799). Дворяндарҙан, Изге Рим империяһы графы, Рымник графы (икеһе лә — 1789), Италия кенәзе (1799). 1756— 63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—74 йй. һәм 1787— 91 йй....

СУВОРОВ Геннадий Семёнович

СУВОРОВ Геннадий Семёнович (19.11. 1927, Мәскәү губ. Нелидов ҡсб — 15.9.1996, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. урман сәнәғәте хеҙм‑ре (1984). Львов урман‑техник ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Өфө фанер комб‑тында эшләй: мастер, 1954 й. алып производство нач., 1959 й. — баш инженер, 1965—88 йй....

СУВОРОВА Анна Сергеевна

СУВОРОВА Анна Сергеевна (10.2. 1938, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Һарытау а.), металлург. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1986). 1954—87 йй. Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑тының байыҡтырыу ф‑каһында эшләй (Сибай ҡ.). С. бригадаһы Бөтә Союз социалистик ярышында күп тапҡыр еңеп сыға. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1984)....

СУД ВЛАСЫ

СУД ВЛАСЫ, дәүләт власының хөкөм эшен ғәмәлгә ашырыу, контроллек итеү, хоҡуҡ нормаларына аңлатма биреү кеүек хоҡуҡтарға эйә булған үҙ аллы тармағы. С.в. судьялар, присяжныйҙар һәм арбитраж заседателдәр ярҙамында судтар тарафынан башҡарыла. Башҡортостанда С.в. функцияларын БР Конституция Суды, федераль...

СУД МЕДИЦИНАҺЫ

СУД МЕДИЦИНАҺЫ, медицинаның тәфтиш һәм суд практикаһында мед. һәм биол. проблемаларҙы өйрәнеүсе бүлеге. С.м. бурыстары: хоҡуҡ һаҡлау органдарына эштең (енәйәти, гражданлыҡ, административ хоҡуҡ боҙоу) хәл‑шарттарын асыҡлауҙа булышлыҡ итеү; һаулыҡ һаҡлауҙы камиллаштырыу (ауырыуҙар һанын һәм үлем осрағын...

СУД ПАЛАТАҺЫ

СУД ПАЛАТАҺЫ, 1864—1917 йй. Рәсәйҙә округ судтары өсөн апелляция инстанцияһы, округ судтары һәм мировой судьялар съездары (ҡара: Мировой суд) өҫтөнән күҙәтеүсе орган, дәүләт енәйәттәре б‑са эштәрҙе ҡараусы тәүге суд инстанцияһы. С.п. составына юстиция министры тәҡдиме б‑са император тарафынан тәғәйенләнеп,...

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864)

СУД РЕФОРМАҺЫ (1864), 1864 й. 20 нояб. суд уставтары нигеҙендә судты һәм суд алып барыуҙы үҙгәртеп ҡороу, реформаларҙың (19 б. 60— 80‑се йй.) бер өлөшө. Судьяларҙың бойондороҡһоҙлоҡ, суд процесының асыҡлыҡ, телдән алып барылыу, һүҙ көрәштереү принциптарын иғлан итә, ҡатламдар судын бөтөрә. Присяжныйҙар...

СУД СИСТЕМАҺЫ

СУД СИСТЕМАҺЫ, дәүләттең суд ғәмәле б‑са бер‑береһе м‑н бәйләнгән бөтә судтар йыйылмаһы. БР‑ҙа С.с. РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, “Рәсәй Федерацияһында суд системаһы тураһында” законына (1996) ярашлы эш итә; суд власының респ. органдарынан — БР Конституция Судынан, мировой судьяларҙан (ҡара: Мировой...

СУД‑МЕДИЦИНА ЭКСПЕРТИЗАҺЫ

СУД‑МЕДИЦИНА ЭКСПЕРТИЗАҺЫ, үлем сәбәптәрен, тән йәрәхәттәренең характерын һәм ауырлығын, зыян күргән, хоҡуҡ боҙған кешенең хәл‑торошон һ.б. асыҡлау өсөн суд йәки тәфтиш органдары ҡарары б‑са эшләнә торған фәнни‑практик тикшеренеү. Мәйетте, тере кешеләрҙе, матди дәлилдәрҙе һәм биол. объекттарҙы тикшереү...

СУДАН ҮЛӘНЕ

СУДАН ҮЛӘНЕ, судан соргоһы (Sorghum Sudanense), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында, тигеҙ япраҡланған, шыма, быуындары яҡшы үҫешкән, бейеклеге 1,8—3 м. Япрағы ланцет формаһында, шыма, сите бер аҙ ҡытыршы, оҙонлоғо 40—65 см, киңлеге 2,5—4,0 см. Сәскәлеге —...

СУДНО

СУДНО, транспорт, промысла һәм хәрби маҡсаттар, ғилми тикшеренеүҙәр һ.б. өсөн тәғәйенләнгән йөҙөү ҡоролмаһы. Диңгеҙҙә йөрөй торған, эске (йылғаларҙа, һыуһаҡлағыстарҙа, ҙур күлдәрҙә, диңгеҙ ҡултыҡтарында) һәм ҡатнаш йөҙөү С.; үҙйөрөшлө (газотурбоходтар, пароходтар, теплоходтар, электроходтар) һәм үҙе...

СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ

СУДНО ЯҒЫУЛЫҒЫ, судноларҙың энергетик ҡулайламаларында, ш. иҫ. газ турбиналы ҡулайламаларҙа, яғыулыҡ сифатында ҡулланылған углеводородтар ҡатышмаһы. Агрегат хәленә ҡарап ҡаты (сеймал — антрацит, ядро яғыулығы), шыйыҡ (нефть, һәүерташтар, һоро күмер һ.б.), газ хәлендәге (углеводород газдар, водород һ.б.)...

СУДНОЛАР РЕМОНТЛАУ-ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

СУДНОЛАР РЕМОНТЛАУ-ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Өфөлә урынлашҡан. Составына механика (1932 й. нигеҙ һалына), ағас эшкәртеү (1934), корпуслы (1971), энергомеханика, урман цехы (икеһе лә — 1985), судно ҡорамалдарын ремонтлау (1998) цехтары; слип (1960) һ.б. инә. 2009 й. 192 кеше эшләгән. 1918 й. Старицкий ҡултығының...