Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗАКИРОВА Нэлли Эрик ҡыҙы

ЗАКИРОВА Нэлли Эрик ҡыҙы (10.6.1971, Өфө), кардиолог. Мед. ф. д‑ры (2006). Ә.Н.Закированың ҡыҙы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1995) Өфөлә эшләй: ҡала неврология диспансерында, 1997—99 йй. һәм 2000—06 йй. 13‑сө дауаханала (2005 й. алып баш табип урынбаҫары), 1999 й. башлап 15‑се, 2007 й. — 21‑се дауахананың...

ЗАКИРОВА Римма Рәйес ҡыҙы

ЗАКИРОВА Римма Рәйес ҡыҙы (28.12.1977, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (1998) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлаған (1995; педагогы Л.С.Ҡыуатова). 1992 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДОБТ, 1995 й. “Францияның йәш балеты” труппаһы (Париж), 2001— 02 йй. Ҡаһирә опера театры солисы. Лирик‑драматик...

ЗАКОНДАР СЫҒАРЫУ ВЛАСЫ

ЗАКОНДАР СЫҒАРЫУ ВЛАСЫ, дәүләт власының закондар ҡабул итеү вәкәләте бирелгән үҙ аллы тармағы (ҡара: Ҡануниәт), ш. уҡ был вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыусы дәүләт органдары системаһы. Башҡортостанда З.с.в. бурыстарын Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы, Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары,...

ЗАЛАВИН Константин Петрович

ЗАЛАВИН Константин Петрович (19.9.1915, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы а., хәҙ. Белорет ҡ., — 11.9.2001, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. химигы (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған (1954). 1932 й. алып Белорет металлургия з‑дында эшләй,...

ЗАЛЕЖСКИЙ Андрей Александрович

ЗАЛЕЖСКИЙ Андрей Александрович (1825, Тубыл губ. – 15.12.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем а., хәҙ. БР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙыл Еҙем а., Өфөлә ерләнгән), педагог. Действительный статский советник (1874). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1850) Пермь ирҙәр гимназияһы уҡытыусыһы, 1861 й. алып инспекторы,...

ЗАЛИВНОЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ЗАЛИВНОЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 299 кеше; 1989 — 389; 2002 — 403; 2010 — 401 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Наумовка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ...

ЗАЛИКИН Александр Тарасович

ЗАЛИКИН Александр Тарасович (1893, Мәскәү губ. Серпухов ҡ. — 1953 й. ғин.), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1912 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1924). 1914—18 йй. рус хәрби‑диңгеҙ флотында; 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1918—19 йй. һәм 1920 й....

ЗАЛЫГИН Сергей Павлович

ЗАЛЫГИН Сергей Павлович (23.11.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Сухаревский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Мәләүез р‑ны Сухаревка а., — 19.4.2000, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1988). РФА акад. (1991), а.х. фәндәре канд. (1948). Омск а.х. ин‑тын тамамлаған (1939). 1970 й. алып Мәскәүҙә йәшәй: М.Горький ис....

ЗАМАНОВ Мәсғүт Фәйзрахман улы

ЗАМАНОВ Мәсғүт Фәйзрахман улы [15.1.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫәнбәт а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 16.2.1988, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1939—40 йй. советфинлянд һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. алып Үзбәк ССР‑ында эшләй. 1934 й. башлап Баймаҡ р‑нында: 1938 й. тиклем механик, 1941 й. алып трактор...

ЗАПАДНЫЙ, Благовар р-нындағы ауыл

ЗАПАДНЫЙ, Благовар р-нындағы ауыл, Ҡашҡалаша а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 100 кеше; 1920 — 166; 1939 — 135; 1959 — 263; 1989 — 201; 2002 — 232; 2010 — 256 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс...

ЗАПАС ҒӘСКӘРҘӘР ИДАРАЛЫҒЫ

ЗАПАС ҒӘСКӘРҘӘР ИДАРАЛЫҒЫ, 1920 й. февр. Стәрлетамаҡ ҡ. АСБР З.ғ.и. булараҡ ойошторола. Составына строевой, сәйәсәт, санитария, тәьминәт бүлектәре инә. Башҡ. республикаһы Хәрби эштәр б‑са ХК‑ның 1919 й. 8 мартындағы 85‑се бойороғо б‑са З.ғ.и. начальнигына Башҡ. запас уҡсылар полкы, Айырым Башҡ. еңел...

ЗАПАС ПОЛКТАР

ЗАПАС ПОЛКТАР, хәрби хәрәкәттәге армияны тулыландырыу өсөн ғәскәри частар. Башлыса ҡалаларҙа урынлаша һәм уларҙың гарнизондары нигеҙен тәшкил итә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Ҡазан хәрби округында 103‑сө, 127‑се һәм 144‑се (Өфө), 104‑се, 105‑се һәм 331‑се (Ырымбур ҡ.), 109‑сы һәм 163‑сө (Силәбе ҡ.),...

ЗАПЛАТИН Иван Васильевич

ЗАПЛАТИН Иван Васильевич (1872 —?), Ырымбур губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Казактарҙан. Ырымбур юнкер уч‑щеһын тамамлаған. Ырымбур казак ғәскәрендә хеҙмәт итә, подъесаул. Думала трудовиктар фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Д.А.Сафонов Тәрж. Д.К.Үзбәков...

ЗАПОВЕДНЫЙ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ

ЗАПОВЕДНЫЙ ҒИБӘҘӘТХАНАҺЫ, палеолит осоро археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 12‑се мең йыллыҡҡа ҡарай. Заповедный мәмерйәһендә урынлашҡан. 1969 й. В.А.Марушин тарафынан асыла, 1981 й. Ю.А.Морозов, 1990 й. В.К.Фёдоров, 1993— 98 йй., 2005 й. В.Г.Котов тикшерә. Мәмерйә эсендәге ғибәҙәтхананан тора. Шартлы рәүештә...

ЗАПОВЕДНЫЙ МӘМЕРЙӘҺЕ

ЗАПОВЕДНЫЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, Айыулы, Белорет р‑нында Ләмәҙ й. үҙәненең уң ярында, Архангел р‑ны Үрге Ләмәҙ а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан мәмерйә. Атыш һәм Ағуй йй. (Ләмәҙ й. басс.) барлыҡҡа килтергән мәмерйәләр системаһына (Атыш‑1, Атыш‑2, Атыш‑3, Дальний, Нежный һ.б.) инә. Карст мәмерйәһе,...

ЗАРЕЧНЫЙ, Благовар р-нындағы ауыл

ЗАРЕЧНЫЙ, Благовар р-нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 3 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 42 кеше; 1989 — 127; 2002 — 99; 2010 — 106 кеше. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты...

ЗАРИПОВ Айрат Йәнсура улы

ЗАРИПОВ Айрат Йәнсура улы (12.10.1962, БАССР‑ҙың Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ а.), философ. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2007). БДПИ‑ны тамамлаған (1984). 1985 й. алып Мәсетле районының Оло Аҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987—91 йй. Башҡортостан дәүләт берләштерелгән музейы хеҙмәткәре, 1994 й....

ЗАРИПОВ Ғәбиҙулла Ғиндулла улы

ЗАРИПОВ Ғәбиҙулла Ғиндулла улы (6.11.1961, БАССР-ҙың Салауат р‑ны Тирмән а. — 26.1.2001, шунда уҡ), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1992 й. тиклем “Йәншишмә” гәз. эшләй (1990 й. алып баш мөхәррир урынбаҫары). З. шиғриәтенә патриотлыҡ, башҡ. фольклоры м‑н тәрән бәйләнеш,...

ЗАРИПОВ Зиннур Зарип улы

ЗАРИПОВ Зиннур Зарип улы [10.3.1915, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Түбәнге Әлкәш а. (БР‑ҙың Дүртөйлө районы) — 11.7.1997, шул уҡ райондың Исмаил а.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Дүртөйлө районының “Ҡыҙыл Бүләк” колхозы бригадиры, рәйесе. 1941 й. октябренән Калинин,...

ЗАРИПОВ Ирек Айрат улы

ЗАРИПОВ Ирек Айрат улы (27.3.1983, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Биатлон һәм саңғы ярышы б-са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). Стәрлетамаҡ физик культура ин-тын тамамлаған (2011). “Иҙел” спорт клубы (тренеры Ф.Н.Ғабдуллин), БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге (А.А.Ғүмәров) тәрбиәләнеүсеһе. 12,5 км...