Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАҠМАР ЯРУСЫ

ҺАҠМАР ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан икенсе бүлексәһе. Әселе ярусында ята, әртә ярусы м‑н ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан айырып күрһәтелә (1936). Стратотибы Ырымбур өлк. Кондуровка а. янындағы Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан, ҡалынлығы 900 м булған ҡомташ, мергель, эзбизташ ҡатламдарынан тора. Таҙтүбә...

ҺӘҮӘНӘК МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

ҺӘҮӘНӘК МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, урындағы стратиграфик бүлексә. Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә, аҫҡы (үткәл, ҡурташ, тупарғас, мазарин һәм уҡшыҡ‑әрүәк свиталары) һәм өҫкө (аҡбейек һәм бәләкәй) серияларға бүленә (1941). А.А.Алексеев, А.А.Захаров, О.А.Захаров, В.И.Козлов, В.М. һәм Д.Д. Криницкийҙар,...

ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР

ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР, ағалтын, алтын һ.б. файҙалы компоненттары булған ватыҡ материал тупланмаһы. Төп сығанаҡтарҙың емерелеүе һөҙөмтәһендә, ш. уҡ аралаш коллек­торҙарҙы (юғары концентрациялы ҡиммәтле минералдары булған терриген тау тоҡомдары) яңынан йыуыу юлы м‑н барлыҡҡа килә. Генезисы б‑са аллювиаль,...

ҺОРО КҮМЕР

ҺОРО КҮМЕР, ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма, торф һәм таш күмер араһындағы форма. Күмерләнеүҙең түбән дәрәжәһе хас. Структураһы тупраҡлы (кәүшәк) йәки тығыҙ. Төҫө тоноҡ һары, көрән йәки ҡара. Асыҡ һауала һоро төҫкә тиҙ инә һәм ярыла. Яғыулыҡ итеп файҙаланыла. Башҡортостанда Һ.к. петрографик типтары (торфҡа...

ҺОРО КҮМЕР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

ҺОРО КҮМЕР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, респ. көньяғында Көйөргәҙе р‑ны сиктәрендә урынлашҡан. Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнының төньяҡ өлөшөнә тура килә. Макс. күмергә ту­йындырылыуы — 1 км2 36,6 млн т (Бабай ятҡылығы), макс. йыллыҡ һоро күмер сығарыу — 10,2 млн т (1976). Бабай Һ.к.я., Күмертау ҡ. көнсығышҡа табан...

ЦЕОЛИТТАР

ЦЕОЛИТТАР (гр. zeo — ҡайнайым һәм lithos — таш), дөйөм формулаһы Mex/n[AlxSiyO2(x+y)]*zH2O (Me — металл, n — уның окисланыу дәрәжәһе, х — алюмин, у — кремний, z — һыу молекулалары атомдарының һаны) булған алюмосиликаттар. Кристалл структураһы 3 үлсәүле каркасҡа дөйөм түбәләре м-н ҡушылған [SiO4]4-һәм...

ЧЕРНЫШЁВ Феодосий Николаевич

ЧЕРНЫШЁВ Феодосий Николаевич (12.9.1856, Киев — 2.1.1914, С.-Петербург), геолог, палеонтолог. Император С.-Петербург ФА акад. (1909), проф. (1908). С.-Петербург тау ин-тын тамамлаған (1880). Фәнни эшмәкәрлеге тектоника, стратиграфия, палеонтология, петрография һ.б. өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәргә арналған....

ШАКИРОВ Альберт Вазиф улы

ШАКИРОВ Альберт Вазиф улы (2.1.1956, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Һеңрән а.), географ. Геогр. ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1981 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресының 3‑сө төҙөлөш идаралығында (Өфө), 1985 й. — Өфө эре панелле йорттар төҙөү з‑дында, 1988 й. — Өфө ҡала баҡсасылар йәмғиәтендә эшләй....

ШАЛЫМ БӨГӨЛӨ

ШАЛЫМ БӨГӨЛӨ, Ш а л ы м ‑К а л и н и н б ө г ө л ө, ултырма тоҡомдар м‑н тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһына ҡарай. Бөрө биләне һәм Башҡорт көмбәҙенең көнбайыш битләүе тоташҡан урында Сарапул бөгөлөнән тармаҡлана. 1965—71 йй. Ш.б., һуңыраҡ Р.О.Хачатрян һ.б. тарафынан...

ШАРЬЯЖ ТЕОРИЯҺЫ

ШАРЬЯЖ ТЕОРИЯҺЫ, ер ҡабығының структураһы һәм составы формалашыуында горизонталь хәрәкәттәрҙең роле т‑да тәғлимәт. Ш.т. авторҙары: М.А.Камалетдинов, Т.Т.Казанцева, Ю.В.Казанцев. Шарьяж структуралары 19 б. уртаһында Альп тауҙарында асыла (М.Бертран, М.Люже, Э.Арган һ.б.). Боронғо күсмә зоналарҙа улар...

ШАТСКИЙ Николай Сергеевич

ШАТСКИЙ Николай Сергеевич (16.8. 1895, Мәскәү — 1.8.1960, шунда уҡ), тау инженеры. СССР ФА акад. (1953), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1940), проф. (1933). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Мәскәү тау акад. тамамлаған (1929). Фәнни эшмәкәрлеге боронғо платформалар тектоникаһына, геосинклиналдәр...

ШВЕЦОВ Пётр Филимонович

ШВЕЦОВ Пётр Филимонович (14.1. 1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡазан ҡсб — 9.6.1992, Мәскәү), инженер‑гидрогеолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1953), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1951), проф. (1965). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Д.Ф.Швецовтың ҡустыһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.‑разведка...

ШИМАНОВСКИЙ Шавель Наумович

ШИМАНОВСКИЙ Шавель Наумович (10.5.1917, Киев губ. Горностайполь а. — 10.2.2005, Ишембай ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1943) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй: өлкән инженер, 1952 й. алып Ҡалтасы нефть...

ШКАПОВ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ШКАПОВ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, РФ‑та иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе. Респ. көньяҡ‑көнбайышында Бишбүләк һәм Бәләбәй р‑ндары терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ Татар көмбәҙендәге Әлмәт суҡағының көнсығыш ситендә киң антикли­наль ҡалҡыуға тура килә (13×20 км). Урта һәм өҫкө девон, аҫҡы карбондың бобрик горизонты ҡомташтары,...

ЩЕЛКАЧЁВ Владимир Николаевич

ЩЕЛКАЧЁВ Владимир Николаевич (21.11.1907, Владикавказ — 13.4. 2005, Мәскәү), инженер‑механик, математик. Техник ф. д‑ры (1941), проф. (1941). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1968), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1995), БР‑ҙың (1997) һәм ТР‑ҙың (1997) атҡ. нефтсеһе, РФ‑тың...

ЫРЫМБУР КӨМБӘҘЕ

ЫРЫМБУР КӨМБӘҘЕ, Жигулёвск‑Ырымбур көмбәҙе, Ырымбур көмбәҙ ҡалҡыуы, Волга‑Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәле ыңғай тектоник структураһы. 20 б. уртаһында Б.С.Соколов һ.б. тарафынан Ы.к. булараҡ тикшерелә һәм айырып күрһәтелә, һуңыраҡ Ырымбур көмбәҙ ҡалҡыуы булараҡ ҡарала. Көнбайыштан көнсығышҡа Пенза,...

ЭЗБИЗТАШ

ЭЗБИЗТАШ, бурташ, ултырма тау тоҡомо. Башлыса кальциттан йәки организмдарҙың кальцитлы һөлдә ҡалдыҡтарынан, һирәк осраҡта арагониттан тора. Составына доломиттың, кварцтың, гипстың, балсыҡлы минералдарҙың ваҡ ҡушылмалары инә. Саф Э. составы CaO (56%) һәм CO2 (44%) миҡдары булған кальцитҡа тура килә....

ЭЙФЕЛЬ ЯРУСЫ

ЭЙФЕЛЬ ЯРУСЫ, урта девон бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Эмс ярусында ята, живе ярусы м‑н ҡаплана. А.Дюмон тарафынан Эйфель тауҙарында (Германия) айырып күрһәтелә (1848). Стратотибы мергель һәүерташтарынан, алевролиттарҙан, эзбизташ ҡатыш мергелдәрҙән тора; ҡалынлығы 450 м. Брахиоподалар, мәрйендәр, трилобиталар...

ЭЛЕКТРОРАЗВЕДКА

ЭЛЕКТРОРАЗВЕДКА, электромагнит разведкаһы, тау тоҡомдарын һәм мәғдәндәрҙе электромагнит үҙсәнлектәре (сағыштырма электр ҡаршылығы, электр үткә­реүсәнлек, диэлектрик һәм магнитлы үткәреүсәнлек, полярлашыу һәм электр‑химик активлыҡ) б‑са айырыуға нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Геологияла Э. төрлө...

ЭМС ЯРУСЫ

ЭМС ЯРУСЫ, аҫҡы девон бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Прага ярусында ята, эйфель ярусы м‑н ҡаплана. К.Дорлодо тарафынан Эмс ерендә (Германия) айырып күрһәтелә (1900). Стратотибы вулкан тоҡомдары ҡатыш ҡомташтарҙан, кварциттарҙан, һәүерташтарҙан тора; ҡалынлығы 2000 м. БР терр‑яһында Э.я. ултырмалары Көньяҡ...