Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы [15.9.1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Себенле а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 2.1.1982, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. майынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә...

"БАШВТОРМЕТ", ААЙ

“БАШВТОРМЕТ”, Башҡортостан икенсел металдары, ААЙ. Тимер-томор, ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын (ҡара: Икенсел ресурстар) йыйыу һәм эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: Өфө (1931 й. нигеҙләнгән), Раевка, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл (бөтәһе лә — 1942), Ишембай (1943), Мәләүез, Октябрьский...

БАБАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

БАБАЙ, Пава-сола, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалмыябаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 55 км алыҫлыҡта Ушъя й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 558 кеше; 1920 — 624; 1939 — 581; 1959 — 673; 1989 — 386; 2002 — 387; 2010 — 336 кеше. Мариҙар...

БАБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

БАБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Камай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 135 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1090 кеше; 1920 — 1462; 1939 — 909; 1959 — 743; 1989 — 326; 2002 — 283; 2010 — 190 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

БАБАЙ, һаҙлыҡ

БАБАЙ, Кама й. басс. һаҙлыҡ, Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а. көньяҡҡа табан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 125 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,7 м, иң ҡалыны — 2,9 м. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡайын, ҡарағай, тал, күрән, сөйәл үләне, һаҙ ҡолонғойроғо һ.б. үҫә. Ҡуян,...

БАБАЛЯН Григорий Аветисович

БАБАЛЯН Григорий Аветисович (2.3.1913, Баҡы ҡ. — 13.6.1988, Өфө ҡ.), инженер-нефтсе. Техник фәндәр докторы (1958), профессор (1961). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Әзербайжан индустриаль институтын...

БАБАСЫР УТЫ

БАБАСЫР УТЫ (Gentiana), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, киң таралған, ләкин башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә үҫә. Башҡортостанда 3 төрө: ятыусан йәки түшәлмә Б.у., сатраш Б.у., үпкә Б.у. Бер йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы үрмәле йәки төҙ, ябай,...

БАБАСЫР УТЫ ҺЫМАҠТАР

БАБАСЫР УТЫ ҺЫМАҠТАР (Gentianaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 80 заты, 1000‑дән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Үлән, ярым ҡыуаҡ, ҡыуаҡ, үлән һымаҡ лиана, һирәгерәк тәпәш ағас. Башҡортостанда 5 затҡа ҡараған 12 төрө үҫә. Күп, ике һәм бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында,...

БАБИК, Шишмә р‑нындағы ауыл

БАБИК, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ҡара Яҡуп а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Яръяҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 193 кеше; 1920 — 234; 1939 — 272; 1959 — 250; 1989 — 174; 2002 — 147; 2010 — 153 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).  Ауылға...

БАБИН Лев Алексеевич

БАБИН Лев Алексеевич (31.1.1932, Киров өлк. Петровское а. — 9.2.1998, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1963—67 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1968 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1975 й. алып газ һәм нефть үткәргестәр,...