Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘЛӘҮЕЗ, йылға

МӘЛӘҮЕЗ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Көйөргәҙе р‑ны Яңы Муса а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡтан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға, Яңы Муса а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡ‑көнсығышҡа үҙгәртә һәм Көйөргәҙе, Мәләүез р‑ндары буйлап аға. Ағиҙел й. (тамағынан 856...

МӘЛӘҮЕЗ ЭЛЕВАТОРЫ

МӘЛӘҮЕЗ ЭЛЕВАТОРЫ, ЯСЙ. Мәләүез ҡ. урынлашҡан. Составына элеватор (1959), макарон изделиелары етештереү линияһы (1996), тирмән (1998), ярма етештереү цехы (2001), складтар һ.б. инә. Магазины, мини‑пекарняһы һ.б. бар. 2012 й. 85 кеше эшләгән. Элеватор һыйҙырышлығы — 138 мең т, механизацияланған 17 ҡабул...

МӘЛӘҮЕЗ ШӘКӘР ЗАВОДЫ

МӘЛӘҮЕЗ ШӘКӘР ЗАВОДЫ, ААЙ. Сөгөлдөрҙән шәкәр, киптерелгән һығынды, һатыу өсөн эзбиз етештерә. Составында төп етештереү, эзбиз цехтары; һығынды киптереү бүлеге; сөгөлдөр ҡабул итеү пункттары һ.б. бар. 2012 й. 397 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1958 й. ойошторола,...

МӘЛӘҮЕЗ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Киптерелгән айыртылмаған һөт, киптерелгән ҡаймаҡ, айыртылмаған һөт һәм майһыҙ һөт продукцияһы, аҡ май, йомшаҡ сыр, кеҫәл, майонез; һөт сывороткаһы нигеҙендә шампунь һәм кондиционер-бальзам, киптерелгән һөт нигеҙендә ванналар өсөн косметика сараһы һ.б. (40‑тан ашыу...

МӘЛӘҮЕЗ УРМАН КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1971 й. Мәләүез ағас тара з‑ды булараҡ ойошторола, 1978 й. Мәләүез ағас эшкәртеү з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1979 й. алып М.у.к., составына Мәләүез һал ағыҙыу контораһы (1964 й. асылған) инә, 1996 й. — ААЙ, 2002 й. ябыла. Составына...

МӘЛӘҮЕЗ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

МӘЛӘҮЕЗ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛ‑ ДАРЫ ЗАВОДЫ, 1954 й. Мәләүез кирбес з‑ды булараҡ ойошторола, 1990 й. алып М.т.м.з. ҠП, 1995 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына кирбес, минераль мамыҡ һәм унан әйберҙәр эшләү цехтары; стена бетоны һәм тротуар плиткаһы ташы етештереү участкаһы, балсыҡ карьеры һ.б. ингән. 2005...

МӘЛӘҮЕЗ ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ

МӘЛӘҮЕЗ ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Тимер‑бетон һәм бетон изделиелар (контакт селтәре таяуҙары һәм автоблокировка өсөн терәктәр, юл һәм аэродром плиталары, свайҙар, ауырайтҡыстар һ.б.), ш. иҫ. тышҡы һауаһы түбән (‑55°С тиклем) т‑ратуралы райондар өсөн, етештерә. Составында арматура, бетон бутағыс,...

МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ

МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Стәрлетамаҡһәм Ишембай, көнсығышта — Бөрйән, көньяҡта — Күгәрсен һәм Көйөргәҙе, көнбайышта Фёдоровка һәм Стәрлебаш р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Стәрлетамаҡ кантоны һәм Йылайыр кантоны улустары инә (ҡара:...

МӘЛӘҮЕЗ МЕХАНИКА-ТЕХНОЛОГИЯ ТЕХНИКУМЫ

МӘЛӘҮЕЗ МЕХАНИКА-ТЕХНОЛОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1961 й. Күмертау киске тау-механика техникумы (ҡара: Күмертау тау колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1964 й. алып киске аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумы, 1967 й. — һөтсөлөк сәнәғәте техникумы, 1992 й. — М.м.‑т.т., 2015 й. башлап Мәләүез киң профилле һөнәр биреү колледжы....

МӘЛӘҮЕЗ ИТ КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ ИТ КОМБИНАТЫ, 1930 й. Стәрлетамаҡ ит комбинатының һуғым пункты булараҡ ойошторола, 1945 й. алып М.и.к., 1990 й. — ҠП, 1994 й. — ЯАЙ, 2005 й. ябыла. Составында ит-май һәм колбаса цехтары, һуғым, эсәк эшкәртеү, техник ярым фабрикаттар, тире тоҙлау бүлексәләре, һыуытҡыс булған. 2005 й. 222 кеше...

МӘЛӘҮЕЗ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМ‑ БИНАТЫ, “П И М Е К О”. 1948 й. икмәкхана булараҡ асыла, 1958 й. алып Мәләүез район аҙыҡ‑түлек комб‑ты составына инә, 1975 й. — Мәләүез икмәк комб‑ты, 1994 й. — М.а.‑т.к. ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына икмәк‑ҡалас (1948 й. асыла), кондитер (1993), үҫемлек майы һәм он етештереү...

МӘЛӘҮЕЗ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ

МӘЛӘҮЕЗ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Тәҙрә һәм ишек блоктары, погонаж изделиелар һ.б. етештерә. Составына ағас эш‑ кәртеү цехы, киптереү камералары блогы һ.б. инә. 2012 й. 110 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1949 й. ойошторола, 1952 й. “Башуглеразрезстрой” тресының...

МӘЛӘКӘҪ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

МӘЛӘКӘҪ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 21 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 127 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 613 кеше; 1920 — 672; 1939 — 310; 1959 — 415; 1989 — 282; 2002 — 274; 2010 — 259 кеше. Башҡорттар...

МӘЛӘКӘҪ, йылға

МӘЛӘКӘҪ, К ә р т й ә, йылға, Әй й. һул ҡушылдығы. Дыуан р‑ны Дыуан а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай аға, Дыуан а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртә, түбәнге ағымында Мәсетле һәм Дыуан р‑ндары буйлап аға. Әй й. (тамағынан 43 км алыҫлыҡта)...

МӘҠСҮТОВА Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы

МӘҠСҮТОВА Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27.11.1932, БАССР‑ҙың Мә‑ сетле р‑ны Һөләймән а. — 11.10. 2004, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1951). 1957—95 йй. ТТӘИ‑лә эшләй: 1966 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1984 й. —...

МӘҠСҮТОВ Фәһим Әхмәт улы

МӘҠСҮТОВ Фәһим Әхмәт улы (5.10.1933, БАССР- ҙың Дүртөйлө р‑ны Күкҡуян а. — 4.7. 1996, Өфө), физик-географ. Геогр. ф. канд. (1963), проф. (1996). БАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). К.А. Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1954). 1962 й. алып СССР ФА БФ‑ла, 1965 й. — БДУ‑ла (1977—88 йй....

МӘҠСҮТОВ Сәхипзада Дәүләт улы

МӘҠСҮТОВ Сәхипзада Дәүләт улы (1874, Өфө губ. Бөрө өйәҙе — 1942), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Сауҙагәр. Мәҙрәсә, 4 класлы Ҡазан урыҫ-татар мәктәбен тамамлаған. 1902 й. алып Бөрө өйәҙ земство йыйылышы гласныйы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһында торған. Бөрө өйәҙендә бер...

МӘҠСҮТОВ Руслан Әкрәм улы

МӘҠСҮТОВ Руслан Әкрәм улы (21.2.1940, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡсб., хәҙ. Туймазы ҡ., — 18.8.2000, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ла уҡыған (1960—63). 1963 й. алып “Октябрьский нефтяник” гәз. хеҙм‑ре, 1968 й. — Түб. Варта ҡ. ТВ студияһы мөхәррире, 1972 й. — Башҡ‑н профсоюздары...

МӘҠСҮТ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

МӘҠСҮТ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Ашҡаҙар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 315 кеше; 1920 — 308; 1939 — 322; 1959 — 206; 1989 — 154; 2002 — 137; 2010 — 139 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 18 б....

МӘҠСҮТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

МӘҠСҮТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 4 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 338 кеше; 1920 — 396; 1939 — 346; 1959 — 207; 1989 — 195; 2002 — 203; 2010 — 153 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....