Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САТТАРОВ Мәғсүм Мортаза улы

САТТАРОВ Мәғсүм Мортаза улы (30.9.1928, ТАССР‑ҙың Октябрь-Бүләк а. — 27.10.1997, Мәскәү), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (1966), проф. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) һәм 1956— 59...

САТТАРОВ Ғәлләм Саттар улы

САТТАРОВ Ғәлләм Саттар улы (27.7. 1894, Ҡазан губ. Юрташ а. — 16.11. 1986, Ленинград), актёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Үҙәк театр сәнғәте техникумын тамамлаған  (“Отелло”,__(Мәскәү, 1927). 1913 й. алып төрлө үҙешмәкәр театр труппалары спектаклдәрендә ҡатнаша,...

САТРА, Благовар р‑нындағы ауыл

САТРА, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 22 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 256 кеше; 1959 — 178; 1989 — 119; 2002 — 103; 2010 — 93 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында Хәйбрахман утары (тәүге төпләнеүселәрҙең...

САТИРА

САТИРА (лат. satira — ҡатышма, төрлө нәмә), ысынбарлыҡтағы боҙоҡ күренештәрҙе фашлап һәм көлөп сағылдырыу алымы; комиклыҡтың төрө: һүрәтләнеүсене уның эске булдыҡһыҙлығын, тәбиғәтенә йәки тәғәйенләнешенә тап килмәүен асып һалып юҡҡа сығарғансы көлөү. С. субъективлығы ижадсының әхлағы һәм фашланған предмет...

САТАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

САТАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Йәнәби‑Урсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 202 кеше; 1959 — 226; 1989 — 175; 2002 — 175; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1926 й. Бәләбәй кантонында нигеҙ һалына. Тәрж....

САТАЕВ Валерий Урал улы

САТАЕВ Валерий Урал улы (16.3. 1967, Өфө), балалар хирургы. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1990). 1991 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй (2001—12 йй. бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1999 й. алып БДМУ‑ла (2012 й. башлап Өҫтәмә...

САРЫС, йылға

САРЫС, йылға, Төй й. һул ҡушылдығы. Пермь крайы Сарыс ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта башлана. Пермь крайы һәм БР‑ҙың Асҡын р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға. Төй й. (тамағынан 1 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 135 км, басс. майҙаны 1370 км2, дөйөм түбәнәйеүе 295 м. БР‑ҙа оҙонлоғо...

САРЫҠ

САРЫҠ, башҡорт кейемендә буҫтау ҡуныслы, иләнмәгән тиренән эшләнгән традицион аяҡ кейеме (ҡара: Тула баҫыу). Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ С. булған. С. табан өлөшөн үксә рәүешенә килтереп өҫкә ҡаратып бөккәндән һуң ситтәренән аяҡ алҡымына үлсәнеп эшләнгән ярым түңәрәк формалағы әҙерләмә тегеп сыҡҡандар. Ҡунысын...

САРУА, Нуриман р‑нындағы ауыл

САРУА, Нуриман р‑нындағы ауыл, Саруа а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Саруа й. башында (Һалдыбаш й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 277 кеше; 1959 — 861; 1989 — 498; 2002 — 360; 2010 — 271 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Павловка...

САРУА, йылға

САРУА, йылға, Һалдыбаш й. уң ҡушылдығы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). БР‑ҙың Нуриман р‑ны һәм Силәбе өлк. сигендә Ҡаратау һыртының төньяҡ‑көнбайыш битләүендә башлана. Нуриман р‑ны буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Һалдыбаш й. (тамағынан 36 км алыҫлыҡта) ҡоя. Басс. Өфө яйлаһы сиктәрендә...

САРУА, Бөрө р‑нындағы ауыл

САРУА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Калинники а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 77 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1434; 1920 — 1233; 1939 — 1082; 1959 — 456; 1989 — 71; 2002 — 116; 2010 — 97 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Уҫы даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре...

САРУА ҠАЛАСЫҒЫ

САРУА ҠАЛАСЫҒЫ, иртә тимер быуат һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Бөрө р‑ны Саруа а. көньяҡҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта убалы теҙмә армытында урынлашҡан. 1959 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1988 й. Б.Б.Агеев, 1990 й. Т.И.Останина тикшерә. Ҡаласыҡ ялан яғынан ур (оҙонлоғо 120...

САРУА КҮЛЕ

САРУА КҮЛЕ, Һалдыбаш й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Нуриман р‑ны Саруа а. ситендә ята. Убылған карст соҡороноң ауыш каналы төбөндә (Сауыллы й. ҡоя) урынлашҡан воклюз тибындағы һыу сығанағынан барлыҡҡа килгән. Аҫҡы пермдең һаҡмар һәм әртә ярустары тоҡомдарында формалашҡан; соҡоро һуҙылған,...

САРМАТТАР

САРМАТТАР, б.э.т. 4 б. — б.э. 4 б. күсмә һинд‑иран ҡәбиләләре. Антик авторҙар (Геродот, Полибий, Псевдо‑Гиппократ, Полиен, Страбон, Тацит һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алына. Формалашыу өлкәһе Урал‑Волга буйы далалары булыуы ихтимал. С. үҫештең төрлө осорҙарында сығышы, теле б‑са халыҡтың төрлө төркөмдәрен...

САРМАТ МӘҘӘНИӘТЕ

САРМАТ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4 б. —б.э. 4 б. ҡарай. Иртә Сармат (Прохоровка; б.э.т. 4 б. аҙ. — 2 б.), урта Сармат (Суслов; б.э.т. 1 б. — б.э. 1 б.) һәм һуң Сармат (б.э. 2—4 бб.) мәҙәниәттәренә бүленә. Түб. Волга буйы һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында б.э.т. 4 б. — б.э....

САРЛАҠТАР

САРЛАҠТАР (Laridae), сәпсәү һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 88 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 13 төрө бар. С. күпселеге (көмөш аҡсарлаҡ, аҡ ҡанатлы сарлаҡ, йылға сарлағы һ.б.) — күсәр, ҡайһы бер төрҙәре (ғәҙәти моёвка һ.б.) — күсеп йөрөүсе ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 22—60 см, ауырлығы...

САРЛАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

САРЛАҠ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Мәләүез а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. – 214 кеше. Башҡорттар йәшәй. Ауылға 1979 й. Новостроенный ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына, 80‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Тәрж....

САРЛАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

САРЛАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Сарлаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 31 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 113 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 574 кеше; 1920 – 700; 1939 – 748; 1959 – 688; 1989 – 538; 2002 – 599 кеше. Мариҙар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

САРКОМАСТИГОФОРҘАР

САРКОМАСТИГОФОРҘАР (Sarcomastigophora), иң ябайҙар тибы. 3 ярым тибы (ҡамсылылар, опалиналар, саркодлылар), яҡынса 25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 50‑нән ашыу төрө бар. Бер күҙәнәкле колониаль организмдар. Кәүҙә формаһы төрлө: даими (күпселек ҡамсылыларҙа), даими булмаған...

САРКОДЛЫЛАР

САРКОДЛЫЛАР (Sarcodina), саркомастигофорҙар тибының иң ябайҙар ярым тибы. 3 класы (тамыраяҡтар, нурҙар, ҡояштар), яҡынса 10 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 30‑ҙан ашыу төрө бар. Бер күҙәнәкле организмдар. Тән формаһы үҙгәреүсән, мембрана м‑н ҡапланған, күп төрҙәренең ҡабырсағы...