Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Өйәҙ училищелары урынына “Ҡала училищелары тураһында положение” б‑са ойошторолалар (1872). Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. Земстволар, ҡала йәмғиәттәре, айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар; аҡсаның бер өлөшө ҡаҙна тарафынан бүленә....

ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ

ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ, ҡала терр‑яһында һәм ҡала янындағы зонала халыҡ һәм йөк ташыу, ш. уҡ ҡаланы төҙөкләндереү эштәрен башҡарыусы транспорт төрҙәре комплексы. Транспорт сараларын (хәрәкәттәге состав), юл ҡоролмаларын (рельслы юлдар, күперҙәр, станциялар, туҡталыу пункттары, туҡталыу өсөн урындар һ.б.),...

ҠАЛА ТӨҘӨЛӨШӨ

ҠАЛА ТӨҘӨЛӨШӨ, ҡала һ.б. торама пункттарҙы планлаштырыу, төҙөү теорияһы һәм практикаһы. Башҡортостанда Ҡ.т. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң үҫешә башлай, төбәктең үҙәгендә һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында ҡәлғәләр (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары) төҙөү башлана, уларҙың бер өлөшө ҡалаға...

ҠАЛА ТИБЫНДАҒЫ ҠАСАБА

ҠАЛА ТИБЫНДАҒЫ ҠАСАБА, ҡала торамаһы категорияһы. РФ‑та, ғәҙәттә, халыҡ һаны 3 мең (курорт ҡасабалары өсөн — 2 мең) кешенән дә кәм булмаған, уның 85%‑тан күберәге ауыл хужалығынан тыш тармаҡтарҙа эшләгән, сәнәғәт, рекреация, транспорт һ.б. функцияларҙы башҡарған, ҡала статусын алыу өсөн етерлек үҫешмәгән...

ҠАЛА РЕФОРМАҺЫ (1870)

ҠАЛА РЕФОРМАҺЫ (1870), ҡала үҙидараһы (ҡара: Урындағы үҙидара) реформаһы, Рәсәйҙәге реформаның (19 б. 60—80‑се йй.) бер өлөшө. 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы”на ярашлы үткәрелә. Ҡ.р. б‑са ҡала идараһының билдәле бер ҡатламдан төҙөлгән органдары бөтә ҡатлам вәкилдәре булған күрһәтмә биреүсе ҡала...

ҠАЛА ДУМАЛАРЫ

ҠАЛА ДУМАЛАРЫ, Рәсәйҙә ҡала үҙидараһының күрһәтмә биреүсе органдары (ҡара: Урындағы үҙидара). 1785 й. ҡалаларҙың Жалованный грамотаһына ярашлы, ҡатламлы Дөйөм һәм Алты гласныйлы (ағзалары Дөйөм дума эсенән һайланған башҡарма орган) думанан торған, һайлауҙар 6 ҡатлам куриялары (атаҡлы граждандар, ҡала...

ҠАЛА БАШҠАРМАЛАРЫ

ҠАЛА БАШҠАРМАЛАРЫ, Рәсәйҙә ҡала үҙидараларының башҡарма органдары (ҡара: Урындағы үҙидара). 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы”на ярашлы Ҡала реформаһы (1870) барышында ойошторолалар. Ҡала думаларына буйһоналар. Ҡ.б. ҡала думалары тарафынан 4 йылға һайлап ҡуйылған ҡала башлығынан (рәйес) һәм бер...

ҠАЛА АГЛОМЕРАЦИЯҺЫ

ҠАЛА АГЛОМЕРАЦИЯҺЫ, тығыҙ производство, хеҙмәт, мәҙәни-көнкүреш, рекрацион бәйләнештәре һәм уртаҡ транспорт инфраструктураһы булған торамаларҙың (башлыса ҡала торамалары) төркөмләп урынлашыу рәүеше. Терр. структураһы б‑са бер үҙәкле — тирә-яғындағы ҡалған бөтә торамаларҙы үҙ йоғонтоһона буйһондорған...

ҠАЛА

ҠАЛА, халҡы а.х. м‑н шөғөлләнмәгән торама пункт. Торама пунктты ҡалаға әйләндереү ҡануниәт тарафынан башҡарыла, төп критерий булып халыҡ һаны һәм ул үтәгән сәнәғәт, мәҙәни, сәйәси, административ һ.б. функциялар иҫәпләнә. РФ өсөн Ҡ. — халыҡ һаны 12 меңдән ашыу торама пункт, шуларҙың 85%‑ты а.х. м‑н шөғөлләнмәй....

ҠАҠЫ

ҠАҠЫ (Bunias), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 6 төрө билдәле, Европа һәм Урта Азияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ла үҫә. Күп, ҡайһы берҙә ике йыллыҡ үлән. Һабағы йыуан, төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, ҡытыршы, бейеклеге 25—100 см. Япрағы ҡыҫҡа тармаҡлы...

ҠАҠ

ҠАҠ, ҡ а ғ ы т, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Башҡорттар Ҡ. алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һ.б. емештәрҙән әҙерләй (баҡса емештәре барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡырағай емеш-еләктән эшләгәндәр). Ҡ. яһау өсөн емеш- еләкте иләк аша үткәрәләр (Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында алдан...

ҠАЙЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 142 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 739; 1939 — 701; 1959 — 372; 1989 — 211; 2002 — 189; 2010 — 197 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАЙЫНЛЫҠ, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫНЛЫҠ, Заготскот, Илеш р‑нындағы ауыл, Йөннө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 2 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 85 кеше; 1989 — 124; 2002 — 109; 2010 — 80 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б. 50‑се йй. “Заготскот” дәүләт берекмәһенең...

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 616 кеше; 1920 — 708; 1939 — 606; 1959 — 380; 1989 — 279; 2002 — 267; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар...

ҠАЙЫН БӘШМӘГЕ

ҠАЙЫН БӘШМӘГЕ (Leccinum scabrum), базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Эшләпәһенең диам. 20 см тиклем, ярымшар, һуңыраҡ мендәр формаһында, һорғолт һәм көрән, ҡайһы берҙә ҡара төҫтә. Гименофоры ваҡ күҙәнәкле, аҡһыл йәки һорғолт. Һабының оҙонлоғо...

ҠАЙЫН

ҠАЙЫН (Betula), ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә Ҡ. ҡыҙғылт көрән...

ҠАЙРАҠЛЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ҠАЙРАҠЛЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Аксёнов т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 985 кеше; 1920 — 1244; 1939 — 882; 1959 — 858; 1989 — 279; 2002 — 264; 2010 — 186 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аксёнов...

ҠАЙРАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠАЙРАҠ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 18 км  һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 103 км алыҫлыҡта Алпыяҙ й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 510 кеше; 1920 — 564; 1939 — 573; 1959 — 569; 1989 — 603; 2002 — 571; 2010 — 585 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

ҠАЙМИРАСОВА Таңһылыу Ғимал ҡыҙы

ҠАЙМИРАСОВА Таңһылыу Ғимал ҡыҙы [4.11.1923, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Салауат районы) — 27.5.2016, Алма‑Ата ҡ., Ҡаҙағстан], тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1972). Ҡаҙағстан тау‑металлургия институтын тамамлаған (1958). 1943 й. алып Ҡаҙағстан геофизика...

ҠАЙМАШАБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠАЙМАШАБАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Эткенә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 880 кеше; 1920 — 931; 1939 — 686; 1959 — 566; 1989 — 366; 2002 — 359; 2010 — 323 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп...