Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГӘРӘЕВ Рафаил Закир улы

ГӘРӘЕВ Рафаил Закир улы (15.9.1930, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Кесе Шаҙы а. — 11.1.2010, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. төҙөүсеһе. 1949—96 йй. 3‑сө төҙөлөш идаралығында, 21‑се трестың 95‑се ПМК‑һында эшләй: 1950 й. алып ташсылар бригадиры. Благовещен арматура заводының,...

ГӘРӘЕВ Радик Арыҫлан улы

ГӘРӘЕВ Радик Арыҫлан улы (23.3.1956, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ., – 29.10.1996, Өфө), йырсы (баритон), муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1983) халыҡ артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1983; М.Ғ.Мортазина класы). 1980 й. алып БДОБТ‑ла эшләй: солист, 1990—95 йй. дир.;...

ГӘРӘЕВ Муса Ғайса улы

ГӘРӘЕВ Муса Ғайса улы [9.7.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй өйәҙе Иләкшиҙе а. (БР‑ҙың Илеш районы) — 17.9.1987, Өфө ҡ., Еңеү паркында ерләнгән], лётчик, гвардия полковнигы (1956). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1945 й. 23 феврале һәм 19 апреле). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны...

ГӘРӘЕВ М. МУЗЕЙЫ

ГӘРӘЕВ М. МУЗЕЙЫ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев музейы, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. урынлашҡан. 1991 й. ойошторола, 2006 й. тиклем Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1992 й. М.Ғ.Гәрәевтең тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы асыла. Шул уҡ р‑ндың Ташшишмә а. филиалы бар (Гәрәев йәшәгән йорт тергеҙелгән)....

ГӘРӘЕВ Илдар Әҙеһәм улы

ГӘРӘЕВ Илдар Әҙеһәм улы (15.7.1967, Өфө), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1986). Хәрби физик  культура ин‑тын тамамлаған (С.-Петербург, 1993). “Буревестник” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.М.Әхмәтйәнов). Донъя кубоктарын яулаусы (1989, 1991–92), Европа...

ГӘРӘЕВ Ибраһим Сәхипгәрәй улы

ГӘРӘЕВ Ибраһим Сәхипгәрәй улы [25.12.1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бәләкәй Баҙраҡ а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 3.10.1997, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. эшмәкәре (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып Борай р‑нында эшләй: 1947 й. башлап һәм 1982—84 йй. Баҙраҡ а/с рәйесе; 1951 й. — А.А.Жданов...

ГӘРӘЕВ Зәки Фәтхетдин улы

ГӘРӘЕВ Зәки Фәтхетдин улы (18.12.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Имай‑Ҡарамалы а., хәҙ. БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Имай‑Ҡарамалы а., — 19.2.1994, ш. уҡ р‑ндың Мөсәғит а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып Дәүләкән р‑нының “Родина” к‑зында (1959—80 йй. рәйес) эшләй. Г. етәкс. колхоз үҫемлекселектә...

ГӘРӘЕВ Дабир Батыр улы

ГӘРӘЕВ Дабир Батыр улы [10.12.1934, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Алпай а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 13.2.2006, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], агроном. А.х. ф. канд. (1967). БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Балтас дәүләт сорт һынау участкаһында агроном булып эшләй, 1960 й. алып...

ГӘРӘЕВ Вил Мулла улы

ГӘРӘЕВ Вил Мулла улы (28.2.1937, БАССР-ҙың Балтас р-ны Иҫке Балтас а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1969), проф. (1984). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м-н): 1969 й. алып уҡыу-уҡытыу эштәре б-са проректор, бер үк ваҡытта 1984 й. башлап сәйәси...

ГӘРӘЕВ Әүфәр Миңлеғәзим улы

ГӘРӘЕВ Әүфәр Миңлеғәзим улы [28.10.1946, БАССР‑ҙың Ҡандра районы Сәйрән а. (БР‑ҙың Туймазы районы)], географ-гидролог. География фәндәре докторы (1991), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). БР һыу хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010). Ташкент университетын тамамлаған (1970)....

ГӘРӘЕВ Әмир Сәлимгәрәй улы

ГӘРӘЕВ Әмир Сәлимгәрәй улы [18.2.1928, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Түб. Әрмет а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) – 2.11.2008, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976). БДУ-ны тамамлаған (1961). 1953 й. алып “Совет Башҡортостаны" гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1958 й. – бүлек мөдире,...

ГӘРӘЕВ Альберт Мәсғүт улы

ГӘРӘЕВ Альберт Мәсғүт улы (19.11.1940, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), суд мед. эксперты. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 1969 й. тиклем Туймазы район-ара суд‑мед. экспертизаһы мөдире. 1971 й. алып БДМУ‑ла эшләй...

ГӘРӘЕВ Алексей Ғабдулла улы

ГӘРӘЕВ Алексей Ғабдулла улы (10.11.1954, Өфө), физик. Техник ф. д-ры (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) ӨАПБ‑ла эшләй. 1980 й. алып ӨДНТУ‑ла (1992—93 йй. лаб. мөдире)  эшлей. Фәнни эшмәкәрлеге торбаларҙың үткәргестәрҙең коррозиянан һәм коррозия-механик емерелеүен прогнозлау һәм диагностикалау нигеҙендә...

ГӘРӘБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ГӘРӘБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Шулған а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 885 кеше; 1920 — 991; 1939 — 954; 1959 — 829; 1989 — 678; 2002 — 570; 2010 — 446 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ГӘРӘ

ГӘРӘ, гәрәле, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ил-Г., урман-Г. Тамғалары _ :_ . Этник яҡтан монгол һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә (кирәиттәргә һәм ҡуңғраттарға) барып тоташа. “Гәрә” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, ҡырым татарҙарында, төркмәндәрҙә һ.б. билдәле. Г. формалашыуына уларҙың б.э. 2‑се мең...

ГӘЙНӘЯМАҠ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ГӘЙНӘЯМАҠ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Гәйнәямаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1806 кеше; 1920 – 2212; 1939 – 1624; 1959 – 1581; 1989 – 1102; 2002 – 1023; 2010 — 897 кеше. Башҡорттар,...

ГӘЗИТ

ГӘЗИТ, ағымдағы ваҡиғалар т‑да материалдар сығарыусы баҫма һәм электрон ваҡытлы матбуғат; киң мәғлүмәт сараларының береһе. Г. дәүләт органдары, ведомстволар, пр‑тиелар, ойошмалар, уҡыу йорттары, айырым кешеләр тарафынан сығарыла. Аҙнаһына 1—7 тапҡыр сығырға мөмкин, күләме — 1 һәм унан күберәк бит. Тибы...

ГАШЕК Ярослав

ГАШЕК Ярослав (30.4.1883, Прага — 3.1.1923, Чехословакия, Липнице ҡ.), чех яҙыусыһы. “Йылғыр һалдат Швейктың донъя һуғышы ваҡытындағы мажаралары” (“Похождения бравого солдата Швейка во время мировой войны"; 1921—1923, тамамланмаған) романы, сатирик хикәйәләр һәм фельетондар авторы. 1918—19 йй. Өфөлә...

ГАСТРОЭНТЕРОЛОГИЯ

ГАСТРОЭНТЕРОЛОГИЯ (гр. gaster — ашҡаҙан, enteron — эсәк һәм ...логия), медицинаның аш һеңдереү ағзаларының төҙөлөшөн һәм функцияларын, был ағзалар ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын һәм клиник формаларын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда...

ГАСТРИТ

ГАСТРИТ [гр. gaster (gastros) — ашҡаҙан], ашҡаҙандың лайлалы тиресәһе шешеү ауырыуы. Киҫкен (диффуз, локаль, стресс) һәм хроник (А, В, С тибындағы) Г., ш. уҡ уның айырым формалары (гранулематоз, инфекцион, лимфоцитар, эозинофиль һ.б.) була. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре: экзоген (Helicobacter pilori бактерияһы,...