Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗНАМЕНКА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЗНАМЕНКА, 1-се Яңы Знаменка, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 394 кеше; 1920 — 439; 1939 — 437; 1959 — 272; 1989 — 150; 2002 — 117; 2010 — 88...

ЗНАМЕНКА, Бәләбәй р-нындағы ауыл

ЗНАМЕНКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Знаменка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 35 км һәм Глуховская т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Кутузин й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 578 кеше; 1920 — 1004; 1939 — 1126; 1959 — 2382; 1989 — 1755; 2002 — 2043; 2010 — 1879 кеше. Урыҫтар...

ЗМИТРОЧЕНКО Дмитрий Никитович

ЗМИТРОЧЕНКО Дмитрий Никитович (15.9.1938, Белорус ССР‑ы Игольницы а.), төҙәтеүсе‑көйләүсе. 1960—94 йй. ӨПЭПБ‑ла эшләй: слесарьйыйыусы, электромонтажсы, 1965 й. алып төҙәтеүсе, 1967 й. — өлкән диспетчер, 1969 й. — һынаусы, 1970 й. — контроль мастеры, 1973 й. — электромеханик, радиотехник приборҙарҙы...

ЗЛЫДНИКОВ Дмитрий Афанасьевич

ЗЛЫДНИКОВ Дмитрий Афанасьевич [15.9.1928, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Михайловка а. (БР-ҙың Әлшәй р-ны) — 11.3.1998, БР-ҙың ш. уҡ р‑ны Раевка ҡсб], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1942 й. алып Әлшәй р‑нында эшләй: тракторсы, 1963—83 йй. “Ленин васыяты” к‑зының комплекслы бригадаһы бригадиры. З. етәкс. бригада...

ЗЛОТСКИЙ Семён Соломонович

ЗЛОТСКИЙ Семён Соломонович (10.11.1946, Одесса ҡ.), химик‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), химия фәндәре докторы (1977), профессор (1982). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй: 1973 й. алып өлкән ғилми...

ЗЛОТНИКОВ Рафаил Абрамович

ЗЛОТНИКОВ Рафаил Абрамович (8.2.1921, Витебск ҡ. — 24.10.1994, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1979), профессор (1980). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлағандан һуң (1947) партия эшендә. 1960—92 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта (1981—86 йй....

ЗЛОКАЗОВТАР

ЗЛОКАЗОВТАР, сауҙагәрҙәр. Билдәлеләре: Алексей Никифорович З., 2‑се гильдия сауҙагәре. Кәҫле заводы мастеровойҙарынан. 1863 й. Екатеринбург ҡ. “Алексей Злоказов һәм уның улы” компанияһына нигеҙ һала. Уның улдары: Пётр Алексеевич З., 1‑се гильдия сауҙагәре; Николай Алексеевич З., 1‑се гильдия сауҙагәре;...

ЗЛОБИН Степан Павлович

ЗЛОБИН Степан Павлович (11.11.1903, Мәскәү — 15.9.1965, шунда уҡ), яҙыусы. “Буян утрауы” (“Остров Буян”; 1948), “Степан Разин” (1951) тарихи романдары, “Хәбәрһеҙ юғалғандар” (“Пропавшие без вести”; 1962) автобиографик романы һ.б. әҫәрҙәр авторы. З. әҫәрҙәренең төп образдары — героик шәхестәр, халыҡтың...

ЗЛОБИН Николай Анатольевич

ЗЛОБИН Николай Анатольевич (16.7.1976, Алма-Ата), разведчик, майор. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010). 2002—10 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡаҙағстан Респ. Ҡораллы Көстәренең Юғары сик буйы командирҙар уч‑щеһын тамамлаған (Алма‑Ата, 1997). 2002 й. алып РФ ЭЭМ‑ының эске ғәскәрҙәрендә:...

ЗЛАТОУСТОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ЗЛАТОУСТОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 608 кеше; 1920 — 710; 1939 — 531; 1959 — 243; 1989 — 261; 2002 — 286; 2010 — 279 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

ЗЛАТОУСТ ҺАЛҠЫН ҠОРАЛЫ

ЗЛАТОУСТ ҺАЛҠЫН ҠОРАЛЫ, 1815 й. алып Златоуст ҡорал фабрикаһында етештерелгән биҙәкле һуғыу, сабыу, сәнсеү, сәнсеү‑сабыу ҡоралдары (хәнйәрҙәр, ҡыҫҡа хәнйәрҙәр, бысаҡтар, һөңгөләр, ҡылыстар, балталар, шпагалар һ.б.). Юғары сифатлы булыуы һәм нәфис биҙәлеше м‑н танылыу яулай. 19 б. 20—40‑сы йй. таҙа,...

ЗЛАТОУСТ ӨЙӘҘЕ

ЗЛАТОУСТ ӨЙӘҘЕ, 1865 й. Өфө губернаһы составында ойошторола. Өйәҙгә Троицк өйәҙенең төньяҡ өлөшө һәм Өфө өйәҙенең төньяҡ‑көнсығыш өлөшө инә. 19 б. аҙ. төньяҡта — Красноуфимск өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Екатеринбург өйәҙе, көньяҡкөнбайышта — Силәбе өйәҙе һәм Троицк өйәҙе, көньяҡта — Верхнеурал өйәҙе,...

ЗЛАТОУСТ ОПЕРАЦИЯҺЫ

ЗЛАТОУСТ ОПЕРАЦИЯҺЫ, РККА‑ның Бишенсе армияһының 1919 й. 24 июне—13 июлендә Златоуст ҡ. һәм уның тирә‑яғындағы сәнәғәт районын баҫып алыу маҡсатында үткәргән һөжүм итеү операцияһы; Граждандар һуғышы барышында 1919—20 йй. РККА‑ның Көнсығыш фронты үткәргән дөйөм һөжүмдең бер өлөшө. Өфө операцияһы тамамланғас,...

ЗЛАТОУСТ ҠОРАЛ ФАБРИКАҺЫ

ЗЛАТОУСТ ҠОРАЛ ФАБРИКАҺЫ, 1813 й. Златоуст (Косотур) заводы эргәһендә ҡаҙна тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна; 1917 й. һуң национализациялана. Златоуст тау сәнәғәте округына ингән. 1815 й. эшләй башлай. Ф‑ка составы: арсенал, йәүшән (1836—60 йй. эшләй), ҡорал йөҙө, ҡын, ҡорос, эфес, биҙәкле ҡорал...

ЗЛАТОУСТ ҠАН ҠОЙОШО

ЗЛАТОУСТ ҠАН ҠОЙОШО, 1903 й. 13 мартында Златоуст (Косотур) заводының забастовкасыларын атыу. Завод администрацияһының завод ерҙәрен, утын әҙерләү өсөн ҡырҡындыларҙы файҙаланыуҙа һ.б. льготаларҙы бөтөрөүҙе, ш. уҡ штрафтарҙы арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан эшкә яллауҙың яңы ҡағиҙәләрен индереү т‑дағы бер...

ЗЛАТОУСТ ВОСКРЕСЕНИЕ ДИНДӘШ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ

ЗЛАТОУСТ ВОСКРЕСЕНИЕ ДИНДӘШ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ (3‑сө класлы). 1849 й. Златоустан 58 саҡырым алыҫлыҡта Иструть й. (Әй й. ҡушылдығы) ярында Троицк өйәҙендәге Йүрүҙән диндәштәр скитын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына. Нигеҙ һалыусыһы һәм тәүге настоятеле — Иоанн (В.Ф.Гордеев). Исемен Изге Синодтың...

ЗЛАТОУСТ (КОСОТУР) ЗАВОДЫ

ЗЛАТОУСТ (КОСОТУР) ЗАВОДЫ, 1754 й. И.П.Мосолов (ҡара: Мосоловтар) тарафынан Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Оло Таҫма й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында баҡыр, суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мосоловтар, 1769 й. алып Лугининдар, 1799 й....

ЗЛАТОУСТ

ЗЛАТОУСТ, ҡала (1865 й. алып), Златоуст тау округының (1811—1918), Златоуст өйәҙенең (1865—1923) адм. үҙәге. 1754 й. Златоуст (Косотур) заводы эргәһендәге ауыл булараҡ нигеҙ һалына. 1897 й. 20502 кеше (башҡорттар — 179, немецтар — 157, татарҙар — 277, урыҫтар — 19695 һ.б.) йәшәгән, 1912 й. — 34934 кеше....

ЗЛАТОВЕРХОВНИКОВ Иван Егорович

ЗЛАТОВЕРХОВНИКОВ Иван Егорович (21.6.1854, Өфө – 1920, Иркутск ҡ. эргәһендәге Иннокентьевск ст.), сиркәү тарихсыһы, педагог‑мәғрифәтсе. Дини семинарияны тамамлағандан һуң (1877) Ир балалар дини училищеһы һәм Епархия ҡыҙ балалар училищеһында уҡыта. “Өфө епархияһы. Географик, этнографик, административ‑тарихи...

ЗИСМАН Нафтоли Азрильевич

ЗИСМАН Нафтоли Азрильевич (13.7.1928, Могилёв‑Подольский ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1970). Одесса элемтә электротехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында инженер, лаб. нач. булып эшләй. 1957 й. алып “Солитон” ҒТИ‑ның (Өфө) лаб. нач., 1960 й. — нач. урынбаҫары,...