Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НАДИР УРАҘМӘТОВ

НАДИР УРАҘМӘТОВ (1688—1758), мәғдән эҙләүсе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Ҡазан даруғаһы башҡорто. Тархан. Минзәлә башҡармаһы, 1736 й. алып Ҡазан даруғаһы Надир улусы старшинаһы. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 18 б. 20‑се йй. тимер мәғдәне, “йәшел таш” (составында...

МӨЙТӘН БЕЙ

МӨЙТӘН БЕЙ, башҡ. ханы, үҫәргән ырыуы башлығы. Шәжәрәлә яҙылыуынса, башҡ. халҡы вәкиле булараҡ М.б. Сыңғыҙхан тарафынан ҡабул ителә (яҡынса 1219 й. йәйендә, Сыңғыҙхан үҙ армияһы м‑н Көньяҡ Себер далаларында булған саҡта) һәм Ағиҙел, Тубыл, Ишем (Иртышҡа тиклем) йй. басс. буйҙа‑ рындағы, Яйыҡ й. (ҡушылдыҡтары...

МАНСУР ТАЙМАҪОВ

МАНСУР ТАЙМАҪОВ, Крәҫтиәндәр  һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы,  Е.И.Пугачёв полковнигы.  Исәт провинцияһының Табын улусы  Таймаҫ а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны)  башҡорто. Тархан. Таймаҫ Шәимовтың  улы. Шул уҡ улустың старшинаһы.  Ихтилалға 1773 й. нояб.  ҡушыла. 1774 й. 1 февр. Мортаза  Йортомов м‑н берлектә...

МАЙҠЫ БЕЙ

МАЙҠЫ БЕЙ, табын ҡәбиләһенең башлығы. Сыңғыҙханды бөйөк хан итеп һайлағанға тиклем уның шәхси һаҡсылары сафында хеҙмәт итә, һуңынан уның сардарҙарының береһе булып китә. Сыңғыҙхандың улы Жуси армияһы составында (яҡынса 1207 й.) Себерҙе һәм Ҡаҙағстанды яулап алыуҙа ҡатнаша. Был ерҙәрҙә улус ойошторолғандан...

ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ

ҠЫҘРАС МУЛЛАҠАЕВ (?—1789), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорто. Тархан. Поход старшинаһы (1767). Ҡара-Табын улусы старшинаһы, Нуғай даруғаһының баш старшинаһы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа...

ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди

ҠОТОШ‑ҠЫПСАҠИ Мәнди (1763, Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы Бесәнсе а., хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Хоҙайбирҙин а., — 1849, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бөрйән улусы Кинйәабыҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны), башҡ. суфый шағиры. Тархан нәҫеленән. Ырымбур губ. Дүсмәт а. Ҡотлоәхмәт бин Заһит мәҙрәсәһендә...

ҠӘНЗӘФӘР БЕЙ

ҠӘНЗӘФӘР БЕЙ, мең ырыуы башлығы. Меңдәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтар б‑са, Ҡ.б. мең ырыуы аралары башлыҡтары — Томан, Урман, Сублуҡ м‑н бергә мең башҡорттарының Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара: Башҡортостандың Рус...

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы. Ҡыпсаҡтарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенең башында тора. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарҙа яҙылыуынса, Бикбау бей, Иҫке бей һәм Шәғәле Шаҡман бей м‑н көньяҡ- көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара:...

КҮРПӘС БЕЙ

КҮРПӘС БЕЙ (1500—1575), табын ырыуының кесе табын аймағы башлығы. Башҡ. риүәйәттәре б‑са, табындарҙың Рәсәй дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң, рус подданныйлығын ҡабул итеүҙе раҫлаған жалованный грамота...

ЙОСОП НАДИРОВ

ЙОСОП НАДИРОВ, башҡорт ихтилалын (1735—40) һәм Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Ҡазан даруғаһы Надир улусы Яңы Надир а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) башҡорто. Тархан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Надир Ураҙмәтовтың улы. 1754 й. атаһы м‑н бергә нефть з‑ды төҙөүгә рөхсәт ала....

ИШҠАРА АРЫҪЛАНОВ

ИШҠАРА АРЫҪЛАНОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы Өстүбә а. (хәҙ. Бүздәк р‑ны Оло Өстүбә а.) башҡорто. Тархан. Шул уҡ даруғаның Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы. 1773 й. дек. — 1774 й. ғин. Минзәлә баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Февр.—мартта...

ИҪКЕБЕЙ

ИҪКЕ БЕЙ, бөрйән ырыуы башлығы. Бөрйәндәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Бикбау бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Шәғәле Шаҡман бей м‑н бергә көньяҡ‑көнсығыш башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың...

ИҪӘН ХАН

ИҪӘН ХАН, Әсән хан, башҡ. ханы, башҡорттарҙың ирәкте ҡәбиләһе башлығы. Майҡы бей нәҫеленән. Ҡазан ханлығы тарханы. 16 б. 1‑се ярт. Башҡортостандың төньяғында байҡы (ҡара: Ун), балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан (ҡара: Танып), таҙ, уран башҡ. ҡәбиләләре берләшмәһе етәксеһе. Беүә һәм Тере Танып йй. алып Ағиҙел...

ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ

ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ, мәғдән сәнәғәтсеһе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡуян а. башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Атаһы Тасим Мәмәтов һәм ағаһы Мөхәмәтрәхим Тасимов менән бергә баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эҙләү һәм эшкәртеү, Ялан заводын, Йоҡ заводын, Ягошиха,...

ДӘҮЛӘТБАЕВТАР

ДӘҮЛӘТБАЕВТАР, башҡорт ихтилалында (1662 — 64) ҡатнашыусылар, бер туғандар. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан. Тархандар. Ишмөхәмәт Д., Ишембәт Д., 1662 й. көҙөндә Минзәләлә Ҡазан воеводаһы кенәз Ф.Ф.Волконскийҙың ихтилалды баҫтырыуға йүнәлтелгән ғәскәренә ҡушыла. 1663 й. яҙында баш күтәреүселәр...

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм (1765— 31.1.1840, Өфө), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1825—40). Ахун (1805). Тархан (1817). Ҡазанда мәҙрәсә һәм Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1799 й. алып Ырымбур ҡала муллаһы, 1805 й — 1‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре)...

БУРНАҠ БЕЙ

БУРНАҠ БЕЙ (ысын исеме Ҡаҙанҡап), юрматы ырыуы башлығы. Юрматыларҙың нуғайҙар м-н бергә Кубань й. китеүенә ҡаршы сыға. Б.б. м-н ҡалған башҡорттар үҙ‑ара һуғыштар барышында бөлгән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуға ирешә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы алдынан Б.‑б. власты Тәтегәс бейгә тапшыра. Шәжәрәгә...

БУРАНБАЙ СӘСӘН

БУРАНБАЙ СӘСӘН [ысын исеме Ҡотошов/  Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы); 1765 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1771 йәки 1781), Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Кинйәбулат а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Буранбай а., — яҡынса 1868, фаразланыуынса, БР‑ҙың Хәйбулла...

БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ

БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сәңкем‑Ҡыпсаҡ) башҡорттарынан. Тархан. Абыҙ. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. июль—авг. ихтилал етәкселәре Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғәмбәтов, Сәйетбай Әлкәлиндар м‑н...

БИКБАУ БЕЙ, үҫәргән ырыуы башлығы

БИКБАУ БЕЙ, үҫәргән ырыуы башлығы. Үҫәргәндәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрәгә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Иҫке бей, Ҡаракүҙәк бей Мишәүәли, Шәғәле Шаҡман бей м‑н бергә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү батшалығы составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара:...