Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МОРАТ

МОРАТ, М о р а т С о л т а н (?— 1708, Ҡазан), Башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Өфө өйәҙе башҡорто (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Күсем нәҫеленән булған Себер ханы). 1706 й. йәйендә баш күтәргән башҡорттар делегацияһы башында батша хөкүмәтенә ҡаршы бергәләп көрәшеү өсөн Төньяҡ Кавказ халыҡтары...

МӘНДӘР ҠАРАБАЕВ

МӘНДӘР ҠАРАБАЕВ (? — 3.6. 1740), башҡорт ихтилалдары (1735— 40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Дыуанай улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1735 й. Йосоп Арыҡов м‑н бергә Себер даруғаһындағы ихтилал башында тора. 1737 й. яҙында Урта йөҙ ҡаҙаҡтары м‑н ихтилалға ярҙам күрһәтеү т‑дағы һөйләшеүҙәрҙә...

ҠОТОҠАЙ, ихтилал етәксеһе

ҠОТОҠАЙ, 1735—36 йй. ихтилал етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорто. Батыр. 1736 й. йәйенә тиклем Себер даруғаһында һуғыша. Июлдә баш күтәреүселәр төркөмө м‑н В.Н.Татищевҡа ғәйебен танып килә. Авг. тиклем баш күтәреүселәр м‑н Татищев араһындағы...

ҠАРАҺАҠАЛ

ҠАРАҺАҠАЛ, С о л т а н г ә р ә й , Б а й б у л а т Х ә с ә н о в (ысын исеме Миңлеғол Юлаев; ? — 1749, Урта ҡаҙаҡ йөҙө), 1739—40 йй. башҡ. ихтилалы юлбашсыларының береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Күсем нәҫеленә ҡараған Себер...

КҮСЕМ ТҮЛӘКӘЕВ

КҮСЕМ ТҮЛӘКӘЕВ, башҡорт ихтилалы (1704—11) юлбашсыларының береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Батыр. Аҡай Күсемовтың атаһы. К.Т. керҙәшлек хоҡуғында Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттары ерҙәрен файҙалана. 1707 й. Алдар м‑н берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғалары баш күтәреүселәренә етәкселек...

КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ

КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ (? — 1738 й. сент., Ырымбур ҡ.), 1737—38 йй. башҡ. ихтилалы [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорто. Батыр. 1737 й. яҙында Рысай Иғембәтов м‑н берлектә Себер даруғаһында һуғыша. Йәйен К.С. отряды (300‑гә яҡын кеше) Ҡазан даруғаһында,...

КӨСӨКБАЙ

КӨСӨКБАЙ (?—18.8.1755), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ улусы башҡорто. Батыр. 1755 й. авг. Нуғай даруғаһының көньяҡ-көнсығыш улустары кешеләренән баш күтәреүселәр отряды ойоштора. К. етәкс. баш күтәреүселәр башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә төҙөлгән заводтарҙы...

КИЛМӘК НУРЫШЕВ

  КИЛМӘК НУРЫШЕВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто. Батыр. Абыҙ. Башҡорт ихтилалында (1704—11), баш күтәргән башҡорттарҙың илселеге составында Ҡырымда төрөк солтаны һәм Ҡырым ханы м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Бөтә башҡорт йыйынын үткәреү инициаторҙарының...

ЙОСОП АРЫҠОВ

ЙОСОП АРЫҠОВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡара-Табын улусы старшинаһы. Батыр. Мулла. Бәпәнәй Төрөпбирҙин м‑н берлектә Себер даруғаһындағы ихтилалды етәкләй. 1735 й. авг. Й.А. һәм Байрас Йәнырыҫов отрядтары Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша, Тинес биҫтәһенән Ырымбур ҡ....

ЙӘРМӨХӘМӘТ ХАЖИЕВ

ЙӘРМӨХӘМӘТ ХАЖИЕВ (? — 3.6.1740), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1739 й. көҙөндә Ҡараһаҡал, Мәндәр Ҡарабаев һәм Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин м‑н берлектә яңы ихтилал ойоштороуға тотона. 1740 й. ғин. алып Себер даруғаһында...

ИСМӘҒИЛ АЙЫТҠОЛОВ

ИСМӘҒИЛ АЙЫТҠОЛОВ (?—1755, Ырымбур), башҡорт ихтилалы (1755—56) юлбашсыларының береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. Әликәш Һөйөндөков һәм Бикбулат Арҡаев м‑н берлектә Нуғай даруғаһының баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә. Ҡулға алына, төрмәлә язалауҙарға...

ИСЛАМҒОЛ ЮЛДАШЕВ

ИСЛАМҒОЛ ЮЛДАШЕВ, башҡорт ихтилалы (1735—40) юлбашсыларының береһе. Себер даруғаһы Ҡаратаулы улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. 1736 й. алып Мәндәр Ҡарабаев м‑н берлектә Себер даруғаһы терр‑яһында һуғыша. 1737 й. яҙ аҙағында Ҡоҙаш Рахманғолов һ.б. етәкс. хөкүмәткә “тоғро” старшиналар отрядтарына...

ИМАН

ИМАН, 1704—06 йй. һәм 1707—08 йй. башҡ. ихтилалдары етәкселәренең береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалы (1704—11)]. Нуғай даруғаһы Табын улусы башҡорттарынан. Батыр. 1705 й. башында һайлап алынған башҡорттар м‑н бергә Өфөлә була, император указын үтәмәүҙә ғәйепләнеп, комиссар А.Сергеев бойороғо б‑са тән язаһына...

ДӨМӘЙ ИШКӘЕВ

ДӨМӘЙ ИШКӘЕВ (? — 1706 й. авг., Ҡазан), башҡорт ихтилалы (1704 — 11) етәкселәренең береһе. Ҡазан даруғаһы башҡорто. 1705 й. яҙында Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә, йәйен хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Кама аръяғы сиге (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) ҡәлғәләре тирәһендә яу алып...

ДӘҮЛӘТБАЕВТАР

ДӘҮЛӘТБАЕВТАР, башҡорт ихтилалында (1662 — 64) ҡатнашыусылар, бер туғандар. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан. Тархандар. Ишмөхәмәт Д., Ишембәт Д., 1662 й. көҙөндә Минзәләлә Ҡазан воеводаһы кенәз Ф.Ф.Волконскийҙың ихтилалды баҫтырыуға йүнәлтелгән ғәскәренә ҡушыла. 1663 й. яҙында баш күтәреүселәр...

ҒӘҮЕР АҠБУЛАТОВ

ҒӘҮЕР АҠБУЛАТОВ (? — 1662, Өфө), башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы башҡорттарынан. 1662 й. Нуғай һәм Ҡазан даруғалары терр‑яһында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Өфө, Минзәлә һәм Өфө өйәҙенең башҡа торама пункттары эргәһендә хәрәкәт итә. Ярлыҡау һорап килгән баш күтәреүселәр...

БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ

БИКЙӘН ТУҠТАМЫШЕВ, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттарынан. Аҙнағол Ырыҫҡолов менән шул уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Ихтилалды туҡтатыу тураһында хөкүмәт етәкселәре менән һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 й. яҙында...

БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев

БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев (?—1755, Ырымбур ҡ.), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Әликәш Һөйөндөковтың улы. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1755 й. мартында атаһы менән берлектә ихтилалды әҙерләүҙә ҡатнашыу тәҡдиме менән Батыршаға хат ебәрә. Май...

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН

БӘПӘНӘЙ ТӨРӨПБИРҘИН, Б.Төрөпкилдин (яҡынса 1695 — 1739 й. сент., Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Тархандарҙан. Мулла. 1735 й. июнендә Себер даруғаһы Ҡара‑Табын...

БАТЫРША

БАТЫРША, Ғабдулла Ғәлиев, Ғөбәйҙулла Мәзгәлдин [ысын исеме Баһадиршаһ Ғәли улы; яҡынса 1709 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1717) — 24.7.1762, Шлиссельбург ҡәлғәһе], башҡорт ихтилалы (1755—56) идеологы, уның етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡарыш а. (хәҙ. Балтас р‑ны Үрге Ҡарыш а.) мишәрҙәренән. 1734—44 йй....