Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНТОЛОГИЯ

АНТОЛОГИЯ (гр. anthologiá — сәскәләр йыйылмаһы), төрлө авторҙарҙың билдәле бер осорҙо, йүнәлеште, халыҡты сағылдырған һайлап алынған әҫәрҙәре (әҙәби, фәлсәфәүи, муз.) йыйынтығы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге А. — М.М.Биксурин төҙөгән “Башҡорт хикәйәләре һәм повестары” (1845—1849) китабы. Башҡ. халыҡ йырҙары...

АНТИЦИКЛОН

АНТИЦИКЛОН (анти... һәм циклон), үҙәктән периферияға табан яйлап түбәнәйә барған юғары атмосфера баҫымы өлкәһе. Төньяҡ ярымшарҙа һауа сәғәт уғы ыңғайына хәрәкәт итә (һүрәт), Көньяҡ ярымшарҙа — сәғәт уғына ҡаршы һәм шул уҡ ваҡытта үҙәк өҫтөнә төшә, был ваҡытта һауа динамик рәүештә йылына һәм туйыныу...

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, ышҡылыу шарттарында эшләүсе деталдәрҙе, башлыса шыуыу подшипниктары деталдәрен яһау өсөн материалдар. Файҙаланыу шарттарына бәйле А.м. сифатында металдар, иретмәләр, композиттар, керамика һ.б. ҡулланалар. А.м. подшипникты һәм валды ашалыуға сыҙамлы итә, ышҡылыу коэффициентын...

АНТИПОВ‑КАРАТАЕВ Иван Николаевич

АНТИПОВ‑КАРАТАЕВ Иван Николаевич [1.9.1888, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәнәй а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 3.7.1965, Баҡы], тупраҡ белгесе. Тажик ССР‑ы ФА‑һы акад. (1951). Тажик ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре. МДУ‑ны тамамлаған (1926). 1927 й. алып В.В.Докучаев ис. Тупраҡ ин‑тының (Мәскәү), бер үк ваҡытта...

АНТИПОВ Яков Степанович

АНТИПОВ Яков Степанович (? — 6.3.1774, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Пронкин а.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казактарынан. 1773 й. сент. алып Берда баш күтәреүселәр үҙәгендә була. Нояб. аҙағында Пугачёв бойороғо б‑са И.Н.Зарубин һәм И.И.Ульянов м‑н...

АНТИПИН Юрий Викторович

АНТИПИН Юрий Викторович (30.6.1939, Өфө — 6.7.2014, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1995). СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1989), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре скважиналарҙы...

АНТИПИН Филипп Лукьянович

АНТИПИН Филипп Лукьянович [1900, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ямаш а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 26.3.1944, Вознесенск ҡ. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—22 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. октябренән Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында...

АНТИПИН Иван Алексеевич

АНТИПИН Иван Алексеевич (11.9.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Еҙем а., хәҙер БР‑ҙың Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем а., — 21.12.2005, Луцк ҡ., Украина), лётчик, Украина Ҡораллы һауа көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында, 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы....

АНТИОКСИДАНТТАР

АНТИОКСИДАНТТАР, антиокислаусылар, окисланыу ингибиторҙары, төрлө материалдарҙың физик‑химик һәм файҙаланыу үҙсәнлектәрен боҙоусы окисланыу процестарын әкренәйтеүсе йәки бөтөнләй сикләүсе матдәләр. А. ҡаты йәки юғары т‑рала ҡайнаусы ароматик аминдар һәм фенолдарҙан торған ҡайһы бер шыйыҡ синтетик матдәләр,...

АНТИНЯН Сержик Анушаванович

АНТИНЯН Сержик Анушаванович (5.3.1947, Октябрьский ҡ. — 4.8.1996, Күмертау ҡ.), тренер. Дзюдо б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987), самбо б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1970). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1979). 1974—90 йй. “Хеҙмәт” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының самбо һәм дзюдо...

АНТИ...

АНТИ... (гр. anti — ҡаршы), ҡапма‑ҡаршылыҡты, нимәгәлер ҡаршы йүнәлтелгәнде аңлатыусы приставка (мәҫ., антициклон, антонимдар). Тәрж. Р.М.Шәрипова...

АНТЕЙ (Chazara persephone)

АНТЕЙ (Chazara persephone), күбәләктәр отрядының бархатницалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Көньяҡ‑көнсығыш Европанан һәм Көньяҡ Уралдан алып Көнбайыш Себергә һәм Алтайға тиклем таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 7 см тиклем, өҫкө яғы шәмәхә һымаҡ ҡуйы көрән (алғы ҡанаттары һеңерсәләр м‑н бүленгән сағыу аҡ таплы,...

АНТГЕЛЬМИНТИКТАР

АНТГЕЛЬМИНТИКТАР, ветеринарияла: хайуандарҙы гельминттарҙан ҡотолдороу өсөн ҡулланылған дарыу матдәләре. А. химик (органик, органик булмаған) һәм биол. төркөмдәргә бүленә. Органик булмаған А. кремнийлы-фторлы натрий, марганцовкалы калий, мышаяҡлы марганец, углекислый баҡыр һ.б. ҡарай, органиктарға —...

АНПИЛОГОВ Поликарп Иванович

АНПИЛОГОВ Поликарп Иванович (12.3.1923, Һамар губ. Баклановка а. — 7.6.2007, Октябрьский ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Калинин һәм Көнбайыш фронттарҙа миномёт ком. булып хеҙмәт итә, 1944 й. апр. — разведчик, 2‑се Украина фронты 7‑се гвардия армияһы 409‑сы уҡсылар...

АНОЩЕНКО Николай Дмитриевич

АНОЩЕНКО Николай Дмитриевич (25.10.1894, Белгород ҡ. — 14.12.1975, Мәскәү), кинорежиссёр, кинооператор, сценарист. Проф. (1940). Юғары хәрби осоусылар мәктәбен (Петроград, 1916), Дәүләт кинематография техникумын (Мәскәү, 1927) тамамлаған, 1925—27 йй. Германияла кино техникаһын өйрәнә. 1909—24 йй. авиацияла...

АНОШИН Иван Семёнович

АНОШИН Иван Семёнович (17.11.1904, Һарытау губ. Шепелёвка а. — 1.9.1991, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б) ҮК эргәһендәге Кадрҙар әҙерләү ин‑тын (Мәскәү, 1932), Ҡыҙыл профессура иҡт. ин‑тын (Мәскәү, 1937), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. эргәһендәге...

АНОХИН Виктор Фёдорович

АНОХИН Виктор Фёдорович (18.7.1951, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Ырныҡшы а.), спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991). Мәскәү өлкә физик культура ин‑тын тамамлаған (1981). “Уныш” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Н.Иванов). СССР (1976), РСФСР һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы...

АНОСОВТАР, тау инженерҙары

АНОСОВТАР, тау инженерҙары. Павел Петрович А. (1799, С.‑Петербург — 13.5.1851, Омск ҡ.), геолог, металлург, уйлап табыусы. Тау инженерҙары корпусы ген.‑майоры (1840). Дворяндарҙан. С.‑Петербург тау кадет корпусын тамамлағандан һуң (1817) Златоуст (Косотур) заводында, 1819—47 йй. Златоуст ҡорал фабрикаһында...

АННОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/ с ҡарай

АННОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта Ҡурғашлы й. (Йылайыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 315 кеше; 1920 — 503; 1939 — 595; 1959 — 309; 1989 — 253; 2002 — 221; 2010 — 132 кеше....

АННОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Анновка а/с үҙәге

АННОВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Анновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 28 км алыҫлыҡта Дегет й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 680 кеше; 1920 — 873; 1939 — 770; 1959 — 322; 1989 — 367; 2002 — 333; 2010 — 325 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002)....